Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы
Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы | ||||||
| ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
24 июнь 2013 | ||||||
Алдан килеүсе: | Сергей Михайлович Игнатьев | |||||
| ||||||
22 май 2012 | ||||||
Президент: | Путин Владимир Владимирович | |||||
| ||||||
12 май 2008 — 21 май 2012 | ||||||
Алдан килеүсе: | вазифа булдырыла | |||||
Дауамсы: | Андрей Рэмович Белоусов | |||||
Тыуған: | 29 октябрь 1963 (61 йәш) Өфө | |||||
Ире: | Кузьминов Ярослав Иванович, Юғары иҡтисад мәктәбе ректоры | |||||
Партия: | Берҙәм Рәсәй һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы | |||||
Белеме: | Мәскәү дәүләт университеты Йель Университеты [1] | |||||
Профессияһы: | иҡтисадсы | |||||
Наградалары: |
| |||||
Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы (29 октябрь 1963 йыл) — Рәсәй иҡтисадсыһы һәм дәүләт эшмәкәре, 2013 йылдың 24 июненән Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эльвира Сәхипзада ҡыҙы Нәбиуллина 1963 йылдың 29 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә шофер һәм приборҙар эшләү заводы хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған. 31-cе урта мәктәптә миҙал менән тамамлаған[2].
1986 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағас, Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығында Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге вице-президенты һәм президенты, иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрының 1-се урынбаҫары, 2007 йылдан 2012 йылға тиклем Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры, 2012 йылдың майынан 2013 йылдың июненә тиклем Рәсәй Президенты ярҙамсыһы булып эшләй[3]. 1985 йылдан КПСС ағзаһы[4].
2013 йылдын 24 июненән — Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе.
«Банк системаһы үҫешенә һәм нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн» Рәсәй Президенты указы менән 2018 йылдың октябрендә Эльвира Нәбиуллина Почёт ордены менән бүләкләнде[5][6].
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Forbes» версияһы буйынса Эльвира Нәбиуллина донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә ингән һәм рейтингта 49-сы баҫҡысты биләй. Үткән йылдың ноябрендә лә ул «Forbes» рейтингында — 49-сы, ә 2016 йылда 56-сы урынды алған булған[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012)
- Почёт ордены (2018)[8]
- Дуҫлыҡ ордены (2011)
- I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2006)
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2002)[9]
- Күсеү дәүере иҡтисады институты 2003 йылда биргән Александр II премияһы лауреаты[10] (ныне — Институт экономической политики имени Е. Т. Гайдара).
- «Ирекле директорҙар институтын үҫтереүгә индергән өлөш» номинацияһында «Йыл директоры» V Милли премия еңеүсеһе (2010)[11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Yale University President Levin Announces Selection of 2007 Yale World Fellows
- ↑ Владимир Путин яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллинаны Рәсәй Үҙәк банкы етәксеһе вазифаһына тәҡдим итте(недоступная ссылка)
- ↑ Биография Э. С. Набиуллиной на РГ
- ↑ Pismennaya, E. Nabiullina Recites Verlaine as Regulator. — Bloomberg Business, 12 июня 2013 года. (инг.)
- ↑ Банк системаһын нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Эльвира Нәбиуллина Почёт ордены менән бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 16 октябрь (Тикшерелеү көнө: 16 октябрь 2018)
- ↑ Официальный интернет-портал правовой информации. Государственная система правовой информации. Указ Президента Российской Федерации от 11.10.2018 № 574 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 октябрь 2018)
- ↑ Өфө ҡыҙы донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә инде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл 5 декабрь (Тикшерелеү көнө: 5 декабрь 2018)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11 октября 2018 года № 574 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17 октября 2002 года № 1196 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . Дата обращения: 21 апрель 2010. Архивировано из оригинала 3 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 3 ноябрь архивланған.
- ↑ Биография Эльвиры Набиуллиной на РИА «Новости», 12 марта 2013 года.
- ↑ Объявлены имена победителей Национальной премии «Директор года» 2010 2015 йыл 31 июль архивланған. // 01.12.2010
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вовсе не татарка? - Кто реально по национальности Глава Нацбанка Эльвира Набиуллина. Сайт Яндекс - Дзен(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 декабрь 2019)
- Последние упоминания о Эльвире Набиуллиной в СМИ — Инфоротор 2013 йыл 11 декабрь архивланған.
- Набиуллина Э. С. в именном указателе сайта Kremlin.ru
- 29 октябрҙә тыуғандар
- 1963 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфөлә тыуғандар
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Почёт ордены кавалерҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- Иҡтисад эшмәкәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсылары
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- КПСС ағзалары