Надежда Евгеньевна Гринфельд
| Надежда Евгеньевна Гринфельд | |
| рум. Nadejda Grinfeld | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 18 декабрь 1887 |
| Тыуған урыны | Кишинёв, Бессарабская губерния[d] |
| Вафат булған көнө | 1918 |
| Вафат булған урыны | Бендеры, Днестр буйы республикаһы, Молдова |
| Атаһы | Евгений Кенигшац[d][1] |
| Һөнәр төрө | сәйәсмән |
| Биләгән вазифаһы | депутат Парламента Молдавии[d] |
| Сәйәси фирҡә ағзаһы | Бунд[d] һәм Российская социал-демократическая рабочая партия (меньшевиков)[d][1] |
Надежда Евгеньевна Гринфельд (ҡыҙ фамилияһы Кенигшац; 1887, Кишинёв — ?) — Бессарабия сәйәсмәне, «Сфатул Цэрий» (1917—1918) ике ҡатын-ҡыҙ-депутаттарының береһе.[2]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Надежда Евгеньевна Гринфельд присяжный вәкиле Евгений Семенович Кенигшац (1861, Бельцы — 1939, Кишинев)[3] һәм табиптар династияһынан булған Ольга Вильгельмовна (Васильевна) Бернштейн ғаиләһендә тыуған; олатаһы — Самуил Исаакович Кенигшац — Бельц ҡалаһы табибы; икенсе олатаһы — Вильгельм Викентьевич Бернштейн — Кишиневта табип һәм коллежский советник була).[4][5][6] . Оләсәһе — Мария Григорьевна Кенигшац (ҡыҙ фамилияһы. Коган) — яҙыусы һәм «Недельная хроника „Восхода“» (1882—1883) гәзите хеҙмәткәре була; шулай уҡ «Рассвет» гәзитендә лә баҫылып сыға[7][8][9].
1903 йылда Кишинев Бунд бүлексәһе ағзаһы, һуңыраҡ РСДРП ағзаһы була[10][11][12] . Одессала, Киевта һәм Санкт-Петербургта (һуңынан Петроград һәм Кронштадт) меньшевиктар ойошмаһында әүҙем ҡатнаша[13][14][15]
«Сфатул Цэрий» ағзаһы булараҡ Елена Алистарға ҡапма-ҡаршы сәйәси позицияны биләй (был органда икенсе ҡатын-ҡыҙ-депутат).[16][17] . Бессарабияның артабан Рәсәйгә ҡушылыу күсеше осоронда Румыния короллегенән бойондороҡһоҙ булыуы өсөн сығыш яһай[18][19] . 1917 йылдың 2 декабрендә «Сфатул Цэрий» Молдаван Халыҡ Республикаһы ойошторолоуын иғлан итә[20] .
Надежда Гринфельд (атаһы кеүек үк) Семён Резниктың «Кровавая карусель» романы һәм пьесаларының төп персонаждарҙың (Фрида Кенигшац исеме аҫтында, курсистка, 25 йәш) береһе булып тора .[21]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның атаһы, Е.С. Кенигшац, 1917—1918 йылдарҙа Кишинёв ҡала думаһының гласныйы, «Сфатул Цэрий» ағзаһы, ҡалала Ваҡытлы хөкүмәттең комисар ярҙамсыһы була.[22] Әсә8е О. В. Кенигшац, балалар өсөн көндөҙгө приют менән идара итә[23]
- Ире — присяжный вәкиле Гринфельд Петр Исаакович (1877 — 1939 йылдан һуң), социал-демократ, 1900—1907 йылдарҙа Кишиневта, Одессала, Киевта Бунд эшмәкәрлегендә ҡатнаша, 1904 йылда Бундың Берн конференцияһына делегат итеп ебәрелә, 1917 йылда РСДРП исемлеге буйынса Ойоштороу йыйылышы депутатына кандидат итеп күрһәтелә.[24]
- Улы — Гринфельд Лев Петрович (1908—?).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 https://www.academia.edu/45499591/Sfatul_Tarii_Istoria_zbuciumat%C4%83_a_unei_importante_institu%C8%9Bii_politice_basarabene
- ↑ "Grinfeld, Nadejda E", in Iurie Colesnic, Sfatul Tarii: Enciclopedie (Chisinau: Editura Museum 1998), p. 173
- ↑ В записях о рождении кишинёвского городского раввина записан как Израиль-Евгений Самойлович Кенигшац.
- ↑ Jews involved in public life of Bessarabia, from Annual books of 1862, 1872, 1875 and 1893: Доктор медицины Самуил Исаакович Кенигшац был также действительным членом Бессарабского статистического комитета.
- ↑ Князь Сергей Урусов «Записки губернатора» 2018 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ Letter from S. Ghelman to Mr. M. Meyerson 2021 йыл 20 апрель архивланған.
- ↑ Словарь псевдонимов русских писателей, учёных и общественных деятелей
- ↑ Мария Кенигшац
- ↑ Летопись 10. Выпуск 6. В 2 частях. Часть 1. 1880—1884 Сохранилась её переписка с И. С. Аксаковым.
- ↑ The Tribe of Dina
- ↑ Rebekka Denz «Bundistinnen»
- ↑ Вперёд, в прошлое! 2014 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ Василе Стати «Поруганная свобода»
- ↑ Гринфельд Надежда Евгеньевна 2013 йыл 29 май архивланған.
- ↑ Modern Jewish History: Bundist Counterculture In Interwar Poland
- ↑ Владимир Аникин «Февраль 17-го года и бессарабское еврейство». Дата обращения: 28 апрель 2014. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ În Basarabia 2014 йыл 2 май архивланған.
- ↑ Прогулки по Кишинёву 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Так начиналась «униря» 2019 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Нашествие румынских армий 2014 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ С. Е. Резник «Кровавая карусель»
- ↑ Из протокола допроса свидетеля Евгения Кенигшаца, 45 лет, кандидата права 2019 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Королевское сокровище 2024 йыл 17 май архивланған.
- ↑ Российские социалисты и анархисты 2019 йыл 28 март архивланған.