Надеинская Елизавета Павловна
Надеинская Елизавета Павловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 11 (24) март 1904 |
Тыуған урыны | Молога өйәҙе[d], Ярославль губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 ноябрь 1967 (63 йәш) |
Ерләнгән урыны | Введенское зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | добывающая металлургия[d] |
Эш урыны | Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты |
Уҡыу йорто | Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Елизавета Павловна Надеинская (1904 — 1967) — металл ҡырҡыусы инструменттар өлкәһендә совет ғалимы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1904 йылдың 11 мартында Молога өйәҙенең Иловня улусы Станово ауылында сиркәү священнигы ғаиләһендә тыуған.
Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡый. 1920 йылда комсомолға инә. 1921-1923 йылдарҙа ОГПУ (Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы) ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, Алыҫ Көнсығышта граждандар һуғышында ҡатнаша. Демобилизацияланғандан һуң заводта эшләй.
1925-1929 йылдарҙа Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта техник нормативтар бюроһында техник, инженер-конструктор булып эшләй. 1930 йылдар башынан Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училище һәм Станкин доценты («Высокоэффективные технологии обработки» кафедраһы).
1935 йылдан алып техник нормативтар секторы ағзаһы һәм мөдире, 1940 йылдан ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариаты (НКТП) техник советы рәйесе урынбаҫары.
1936 йылда СССР Халыҡ хужалығы юғары советы (ВСНХ) янындағы металдарҙы ҡырҡыу буйынса Комиссияны етәкләй. Төрлө конструкциялы материалдарҙың төрлө шарттарҙа эшкәртелеүсәнлеге буйынса мәғлүмәт базаларын эшләү менән етәкселек итә, был ҡырҡыу режимдары буйынса дәүләт нормативтары нигеҙе булып китә.
1943 йылда булдырылған ВНИИИнструменттың беренсе директоры.
Станкинда, сәнәғәт академияһында уҡыта, 1957 - 1963 йылдарҙа - Мәскәү химик машиналар төҙөү институтында (МИХМ) «Машиналар эшләү технологияһы» кафедраһы мөдире[1]. Техник фәндәре докторы (1955), профессор (1956).
1967 йылдың 3 ноябрендә вафат була. Мәскәүҙә Введенский зыяратында ерләнгән.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Режимы резания при обработке чугуна резцами, оснащёнными твёрдыми сплавами (1942);
- Справочник по режимам резания на фрезерных станках (1942);
- Справочник по режимам резания при протягивании (1942);
- Высокопроизводительный инструмент для скоростного резания (1952);
- Влияние режимов термической обработки и твёрдости быстрорежущей стали на её износ при резании металлов (1960).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1951) — машиналар эшләүҙә производство процесын комплекслы автоматлаштырыу принциптарын эшләгәне, автоматлаштырылған поршень заводын проектлағаны һәм үҙләштергәне өсөн.
- миҙалдар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кафедра Технологии машиностроения — Wiki . v.michm.ru. Дата обращения: 17 сентябрь 2017.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Станки и инструмент. Машгиз, 1984
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 24 мартта тыуғандар
- 1904 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 3 ноябрҙә вафат булғандар
- 1967 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Сталин премияһы лауреаттары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 11 мартта тыуғандар