Нардуған
Нардуған | |
---|---|
Төрө | Мәжүсилек һыҙаттары менән халыҡ байрамы |
үткәрелеү ваҡыты | 25 декабрҙә башланып 5 февралгә тиклем |
Байрам итеү | Халыҡ байрамы |
Нардуған — йыл аҙағында, ҡышҡы ҡояш торошо (иң ҡыҫҡа көн) үткәс башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың борондан килгән йола байрамы. 25 декабрҙә башланып 5 февралгә тиклем дауам итә. Исеме боронғо төрки «нар» (нур) һәм «дуған» (тыуған) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Нур тыуған, Ҡояш тыуған тигәнде аңлата.
Нардуған байрамында уҙған йылдағы иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙы иҫкә алып, алдағы йылға матур теләктәр теләнә. Байрам көндәрендә йәштәр иркенерәк йортҡа йыйыла. Бала-саға өйҙән-өйгә йөрөп хәбәр тарата. Был байрам уйын-көлкө менән, киң итеп шаулатып үткәрелә.
Нардуған көнөндә үткән йылдың иң иҫтәлекле ваҡиғалары иҫкә алына, киләһе йылға теләктәр әйтелә.
Йыйынға һәр кем үҙ өлөшө менән килә. Һуңынан уйындар ташта дауам итә. Нардуған байрамында йондоҙнамә уҡыу, киләсәкте юрау йолаһы ла бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтангәрәева Р. Ә. Нардуған // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Конспект сценария праздника «Нардуган» в подготовительной группе (проводится на улице)
Был байрам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |