Нашидә Гөзде Дурмуш
Нашидә Гөзде Дурмуш | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Тыуған көнө | 1985[1] |
Тыуған урыны | Измир, Төркиә |
Туған тел | Төрөк теле |
Һөнәр төрө | генетик |
Эш урыны | Станфорд университеты |
Уҡыу йорто |
Ближневосточный технический университет[d] Браун университеты Бостонский университет[d] |
Нашидә Гөзде Дурмуш (төр. Naşide Gözde Durmuş; 1985), Измир) — төрөк генетигы.
Тикшеренеүҙәре башлыса нанотехнология һәм микротехнология өлкәләрендә бара һәм яман шеште дауалау, антибиотиктарға бирешмәүсәнлек проблемаларына тоҫҡала. Массачусесетс технология институты журналы MIT Technology Review уны үҙенең йыл һайын төҙөлә торған «TR35» исемлегендә 2015 йылда иң яҡшы йәш 35 новаторҙан торған пионерҙар категорияһына индергән[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дурмуш 1985 йылда Төркиәнең Измир ҡалаһында тыуа[3]. 2003 йылда Анкаралағы Яҡын Көнсығыш техник университетына уҡырға инә, молекуляр биология һәм генетика буйынса махсуслаша. Һуңыраҡ Дурмуш Фулбрайт программаһы грантын ота һәм белем алыуын дауам итер өсөн АҠШ-ҡа китә. 2009 йылда Бостон университетында техника һәм технология магистры дәрәжәһен ала, ә 2013 йылдың майында Браун университетында биомедицина инженерияһы өлкәһендә философия докторы дәрәжәһенә эйә була[4].
2014 йылда Дурмуш Стэнфорд университеты докторантураһына инә. Әлеге ваҡытта ул Стэнфорд университетының Геном технологиялары үҙәгендә һәм Стэнфордтың Медицина мәктәбендә Рональд У. Дэвис менән бергә тикшеренеүҙәрен дауам итә[5]. 2015 йылда MIT Technology Review журналы тарафынан, биотехнология һәм медицина өлкәһендә пионер булараҡ, «Top 35 Innovators Under 35» (TR35) исемлегенә индерелә.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшмәкәрлеге ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау өсөн ҡиммәт булмаған нанотехнологик инструменттар эшләүгә йүнәлтелгән, мәҫәлән, күҙәнәкте магнит яланында левитациялап, уның физик үҙенсәлектәрен тиҙ билдәләү ысулын эшләү менән шөғөлләнә, был микробтың теге йәки был препаратҡа реакцияһын тиҙ арала билдәләргә һәм яман шеш күҙәнәктәрен сәләмәт күҙәнәктәр менән бутамаҫҡа мөмкинлек бирә[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.cnnturk.com/saglik/kanser-teshisinde-cigir-acan-bulus
- ↑ Gozde Durmus, 30 | It’s amazing what you can learn about a cell when you levitate it.
- ↑ Kanser teşhisinde çığır açan buluş
- ↑ Naside Gozde Durmus|Stanford Profiles.
- ↑ Dünyanın Gururu İki Türk Bilim İnsanı Bursa’ya Geliyor.
- ↑ Stanford team develops technique to magnetically levitate single cells. Phys.org