Некрасов Борис Владимирович
Некрасов Борис Владимирович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 18 сентябрь 1899 |
Тыуған урыны | Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 24 июнь 1980 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Кунцево зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | химик |
Эшмәкәрлек төрө | теоретическая химия[d][2] |
Эш урыны | Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Уҡыу йорто | Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Некрасов Борис Владимирович (18 сентябрь 1899 йыл — 24 июнь 1980 йыл), ғалим-химик. СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1946).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Борис Владимирович Некрасов 1899 йылдың 18 сентябрендә Мәсуәүҙә тыуған. 1924 йылда Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтын тамамлай. Артабан башҡа юғары уҡыу йорттарында эшләй.
1927 йылдан ул Мәскәү юғары технология училищеһының химия факультетында эшләй. 1930 йылда ул Юғары химия-технология училищеһына әүерелә. 1931 йылда-2-се Мәскәү химия-технология институтында, 1932 йылдан Хәрби химия һаҡлау академияһында[3] эшләй.
1939-1960 йылдарҙа Мәскәүҙең төҫлө металл һәм алтын институтының кафедра мөдире вазифаһында эшләй. Бер үк ваҡытта 1937-1941 һәм 1943-1948 йылдарҙа - Мәскәү туҡыма институтында[3] эшләй.
1946 йылдың 4 декабренән - СССР Фәндәр академияһының Химия фәндәре бүлегендә (Дөйөм һәм органик булмаған химия) ағза-корреспондент[4] [5] .
Ул 1980 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә вафат була. Кунцево зыяратында ерләнгән[6].
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башлыса теоретик химия өлкәһендә эшләй. Эшенең төп темалары: гомологик рәттәр һәм цис-транс-изомерия (1927), периодик система структураһын өҫтәмә нигеҙләүгә әүерелгән электрон аналогтар тураһында тәғлимәт (1935), бороводородтар төҙөлөшө һәм үҙсәлектәре (1940), химик элементтарҙың электр оҡшашлығы (1946), индукцион үҙ-ара тәьҫир итешеүҙе иҫәпләү ысулы (углеводородтар миҫалында)(1968), молекуляр электростатика (1970 йылдан) [3].
Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
(тулы булмаған исемлек) [4] :
- «Курс общей химии», М., 1935
- «Курс общей химии», М., 1962 (всего не менее 14 изданий)
- «Учебник общей химии», М., 1963
- двухтомная монография «Основы общей химии», М., 1965
- «Основы общей химии», М., 1967
- «Основы общей химии», М., 1969
- «Основы общей химии», М., 1970
- «Основы общей химии», М., 1973
- «Основы общей химии», М., 1974
- «Учебник общей химии», М., 1981
- «Учебник общей химии», М., 1988
- «Основы общей химии», СПб., 2003
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ленин ордены,
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Некрасов Борис Владимирович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jx20040922011
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Некрасов Борис Владимирович
- ↑ 4,0 4,1 Некрасов Борис Владимирович. Член-корреспондент АН СССР
- ↑ Информационная система «Архивы Российской академии наук». Некрасов Борис Владимирович
- ↑ Они тоже гостили на земле
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Профиль Некрасов Борис Владимирович на официальном сайте РАН
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Некрасов Борис Владимирович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- 18 сентябрҙә тыуғандар
- 1899 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 24 июндә вафат булғандар
- 1980 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Кунцево зыяратында ерләнгәндәр
- Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса химиктар