Нерсесьянц Норальд Николаевич
Нерсесьянц Норальд Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 октябрь 1931 |
Тыуған урыны | Дондағы-Ростов, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 22 август 2014 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Дондағы-Ростов, Рәсәй |
Һөнәр төрө | архитектор |
Уҡыу йорто | Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Нерсесьянц Норальд Николаевич (23 октябрь 1931 йыл — 22 август 2014 йыл) — СССР архитекторы; Дондағы Ростов ҡалаһы архитекторы, ҡаланың 2001 йылға тиклемге генераль үҫеш планы авторы, Көнбайыш һәм Төньяҡ торлаҡ массивтарын төҙөү проекттары авторҙашы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы[1], Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Норальд Николаевич Нерсесьянц 1931 йылдың 23 октябрендә Дондағы Ростов ҡалаһында тыуған.
1955 йылда Мәскәү архитектура институтын тамамлай. Ростовҡа әйләнеп ҡайта, «Ростовгипрошахт» һәм «Ростовгражданпроект» проект институттарында эшләй.
1972—1975 һәм 1983—1985 йылдарҙа Норальд Нерсесьянц Дондағы Ростов ҡалаһының баш архитекторы була. 1976 йылдан 1978 йылдарға тиклем Мәскәүҙә Дәүләт граждандар Төҙөлөшөндә (Госгражданстрой) эшдәй. 1978—1982 йылдарҙа Кубала командировкала була, унда Гавананың генераль планын эшләүсе белгестәр коллективын етәкләй.
Н. Н. Нерсесьянц етәкселегендә Аҙау, Новочеркасск, Пролетарск, Усть-Донецк ҡалаларының, Старочеркасская станицаһының генераль пландары төҙөлә, шулай уҡ Ростов өлкәһе райондарының һәм күп ҡалалары микрорайондарының реконструкциялау, планлаштырыу һәм төҙөлөш проекттары эшләнә. 1986 йылдан алып ул производстволағы эшмәкәрлеген уҡытыу эше менән бергә алып бара — Ростов дәүләт архитектура институтының ҡала төҙөлөшө кафедраһы профессоры була.
1980-се йылдар аҙағынан «Архстрой» ижади архитектура оҫтаханаһы менән етәкселек итә[2]. 2014 йылдың 22 авгусында Дондағы Ростовта вафат була.
«Хыялдар һәм атҡарылған эштәр (Дондағы Ростов Генераль планына 30 йыл)» хеҙмәте авторы[3]. Хөкүмәт һәм ведомство бүләктәре менән бүләкләнгән, шулар иҫәбендә «Почёт Билдәһе» ордены, «Маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалы, А. В. Щусев исемендәге «Архитектурала юғары профессионализм өсөн» миҙалы (архитектура өлкәһендәге эшмәкәрлегендә күрһәткән айырыуса баһалы хеҙмәте өсөн)[4].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Донская Армения. Серия «Дон многонациональный». Ростов н/Д. 2006, ISBN 5-901377-18-4.