Нижегородка (Өфө)
Нижегородка (Өфө районы) менән бутамаҫҡа.
Нижегородка | |
Статусы |
жилой район |
---|---|
Эсенә инә |
ҡала Өфө |
Административ район | |
Элекке атамалары |
Нижегород слободаһы |
Почты индексы |
450003, 450015, 450019 |
Нижегородка Викимилектә |
Нижегородка — Өфө ҡалаһының көнбайыш өлөшөндәге торлаҡ районы, бында башлыса шәхси йорттар төҙөлгән. Күпселек өлөшө Ленин районына, ҙур булмаған өлөшө Совет районына ҡарай. Район Өфө үҙәгенән 1-2 км алыҫлыҡта ята.
Нижегородка Ағиҙел йылғаһының бөгөлгән урынында урынлашҡан. Ул өс яҡтан йылға менән уратылған, шуға күрә яҙғы ташҡын ваҡытында районды һыу баҫа. Нижегородканың уртаһында Долгое күле ята.
2 мәктәп, балалар баҡсаһы, 1 университет (РГСУ), Рәсәй православие сиркәүе Өфө епархияһының Крестодвиженск сиркәүе бар. Бында Уң Ағиҙел (Правая Белая) тимер юлы туҡталыш платформаһы, райондан бик алыҫ түгел Өфө тимер юлы вокзалы урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуаттың икенсе яртыһында Өфөгә Нижегород губернаһындағы Шереметьев графтарҙың вотчина ерҙәренән 50 крепостной крәҫтиән - күскенселәр килә. Башта улар Сутолока йылғаһының һул ярында йәшәй башлайҙар, һуңынан үҙҙәренең оҫтаханаларын ҡаланың ҡапма-ҡаршы яғына күсерәләр.Шулай итеп, Нижегород биҫтәһе барлыҡҡа килә. Ҡала хакимдары килмешәктәр менән оҙаҡ ҡына судлашалар, әммә артабан Өфө ҡала думаһы биҫтәлә төпләнеү хоҡуғын һәм ошо ерҙәрҙә кәсеп итеүҙе таный.
Күскенселәр күн һәм итек эштәре менән шөғөлләнәләр, Долгое күлендә тире ебетәләр. Ваҡыт үтеү менән ҡасабала көршәк әүәләү, ҡалай әйберҙәре, тире эшкәртеү, ағас һәм балта эштәре менән шөғөлләнә башлайҙар[1].
XIX быуаттың 80-се йылдарында Нижегородкала мәсет төҙөлә. 1893 йылда хәҙерге көнгә тиклем ғәмәлдә булған Крестовоздвиженск сиркәүе төҙөлә. Шулай уҡ Нижегородкала "Мөнирә" мәсете эшләп килә.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нижегорордка микрорайоны территорияһы диңгеҙ кимәленән 87-91 метр бейеклектә урынлашҡан, һәр ун йыл һайын яҙғы ташҡында Ағиҙел 90,4 - 90,7 метр билдәһенә күтәрелә. 100 йылға бер мәртәбә йылғаның кимәле 92 метрға барып етә һәм ер тулыһынса һыу аҫтында ҡала[2]. Был проблеманы сисер өсөн Ағиҙел йылғаһы яры буйлап дөйөм оҙонлоғо 9 километр булған дамба төҙөлөүе ҡаралған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Нигматуллина И.В. Старая Уфа. — Белая река, 2007. — С. 224. — ISBN 978-587691-036-3.
- ↑ будущее нижегородки - 11 Апреля 2010 - мой город: Уфа!
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- "Нижегородка" матур районында булды 2016 йыл 4 март архивланған.