Өфө епархияһы
Өфө епархияһы | |
Урыҫ православие сиркәүе | |
Общие сведения | |
---|---|
Ил | |
Архиепископ округы | |
Епархия үҙәге | |
Нигеҙләнгән | |
Управление | |
Идара итеүсе архиерей |
Митрополит Өфө һәм Стәрлетамаҡ Никон (Васюков) (с 1990 йыл, 20 июль) |
Кафедра храмы | |
Икенсе кафедра храмы | |
Статистика | |
Мәхәлләләр |
279 (2010 год йылға ҡарата) |
Монастырҙар |
8 |
Сайт | |
Өфө епархияһы[1] — Урыҫ Православие сиркәүенең Башҡортостан Республикаһы Архангел, Белорет, Благовещен, Ғафури, Иглин, Стәрлетамаҡ, Учалы районы территорияларындағы епархия. Башҡортостан митрополияһы составына инә.
1990 йылдан алып епархияны митрополит Никон (Васюков) етәкләй (башта епископ, архиепископ).
Исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ырымбур һәм Өфө (1799 йылдан)
- Өфө һәм Минзәлә (1859 йылдан)
- Өфө һәм Дәүләкән (1928 йылдан)
- Өфө һәм Башҡортостан (1945 йылдан)
- Өфө һәм Стәрлетамаҡ (1952 йылдан)
- Өфө (2011 йылдың 27 декабренән)
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфөлә кафедралы епархия император Павел I 1799 йылдың 27 сентябрҙәге указына ярашлы ойошторолған һәм 1900 йылдың башында Ырымбур һәм Өфө епархияһы булараҡ Ырымбур губернаһы сиктәрендә булдырыла. Уның составына Ҡаҙан епархияһынан — Өфө, Минзәлә, Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Ырымбур; Тобольск епархияһынан — Троицк, Силәбе, Верхнеурал инә.
1859 йылдың 21 мартында (2 апрель) епархия икегә бүленә: Ырымбур һәм Өфө, епархия үҙәктәре ошо ҡалаларҙа урынлаша.
19 быуат аҙағына епархияла 366 сиркәү булған. Дини консистория, Дини семинария, Дини ир-егеттәр училищеһы, Епархиаль ҡатын-ҡыҙ училищеһы, ғибәҙәтханалар янында — сиркәү-приход мәктәптәре ғәмәлдә була. Дини уҡыу йорттарsның эшмәкәрлеген үҙ-ара килештереү өсөн 1884 йылда Епархиаль училище советы төҙөлә. «Өфө хәбәрҙәре» гәзите сығарыла. 1913 йылға епархияла 17 монастырь һәм община (6 ир-егеттәр һәм 11 ҡатын-ҡыҙҙар өсөн), 526 сиркәү, 225 часовня була; сиркәү һәм монастырҙар эргәһендә 388 китапхана эшләй.
1920 йылдар башына Өфө епархияһында яҡынса 730 православие ғибәҙәтханаһы һәм 16 монастырь иҫәптә тора.
1937 йылда Өфө епархия идаралығы бөтөрөлә, епархия менән етәкселек итеү Куйбышев епархияһы архиерейына күсә. 40-сы йылдарға барлыҡ тиерлек руханиҙар составы репрессиялана.
1939 йылда совет власы органдары тарафынан Өфө епархияһында, Сергиев сиркәүенән башҡа, бөтә ғибәҙәтханалар ҙа ябыла. Күп кенә бик матур православие сиркәүҙәре емерелә, мәҫәлән, Өфөлә Троицк ғибәҙәтханаһы шартлатыла, уның урынында Дуҫлыҡ монументы төҙөлә. Диндардарҙың приходтарынан барлыҡ сиркәү ҡиммәттәре тулыһынса тиерлек тартып алына.
1942 йылда Өфө епархия идаралығы яңынан тергеҙелә. 1945 йылда епархияла Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә үҙәктәре булған бер генә благочиние була. Идаралыҡта яҡынса 40 сиркәү һәм доға йорттары була. 60‑сы йылдарҙа сиркәүҙәрҙең бер өлөшө ябыла һәм 1970 йылға уларҙың һаны 17 була.
1990 йылға епархияла 30 тирәһе сиркәү ғәмәлдә була. 2010 йыл мәғлүмәттәре буйынса епархияла 279 приход һәм 8 монастырь, 250 ашыу руханиҙар иҫәпләнә[2]. Дини белем биреү һәм катехизация, йәштәр, миссионерлыҡ, хәйриәлек һәм социаль хеҙмәт итеү буйынса, йәкшәмбе мәктәптәре менән эш итеү, патриотик тәрбиә һәм спорт, епархия территорияһы менән эшләү буйынса бүлектәре булдырыла. Епархия территорияһында 160 йәкшәмбе мәктәбе, приют, епархия музейы, иконалар эшләү оҫтаханалары ғәмәлдә була. «Өфө епархия яңылыҡтары» гәзите нәшер ителә.
2011 йылда епархияла 287 приход (29 благочиние), 8 монастырь, 6 монастырь скитаһы һәм ихатаһы, 247 руханиҙар була.
2011 йылдың 27 декабрендә Өфө епархияһынан Нефтекама һәм Салауат епархиялары бүленеп сыға, улар һәм Өфө епархияһы яңы булдырылған Башҡортостан митрополияһына инә[3].
2016 йылдың 4 — 5 июнендә епархия тарихында беренсе мәртәбә Өфө епархияһына һәм Башҡортостан митрополияһына Патриах Кирилл килә.
Епископтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Порфирий (Соколовский) (21 март 1859 — 13 сентябрь 1860)
- Филарет (Малышевский) (13 сентябрь 1860 — 28 февраль 1869)
- Петр (Екатериновский) (4 апрель 1869 — 19 ноябрь 1876)
- Никанор (Бровкович) (25 декабрь 1876 — 12 декабрь 1883)
- Дионисий (Хитров) (12 декабрьь 1883 — 8 сентябрь 1896)
- Иустин (Полянский) (14 октябрь 1896 — 14 июль 1900)
- Антоний (Храповицкий) (4 июль 1900 — 27 апрель 1902)
- Климент (Верниковский) (26 май 1902 — 26 ноябрь 1903)
- Христофор (Смирнов) (26 ноябрь 1903 — 17 октябрь 1908)
- Нафанаил (Троицкий) (31 октябрь 1908 — 17 апрель 1912)
- Михей (Алексеев) (17 апрель 1912 — 22 декабрь 1913)
- Андрей (Ухтомский) (22 декабрь 1913—1921)
- Симон (Шлеёв) (май 1920 — 18 август 1921) в/и, еп. Охтенский
- Борис (Шипулин) (1921 — 5 сентябрь 1927)
- Иоанн (Поярков) (1928 — 17 январь 1933)
- Софроний (Арефьев) (13 февраль 1933 — 3 март 1934)
- Дионисий (Прозоровский) (3 май 1934 — январь 1936)
- Григорий (Козлов) (январь 1936 — 29 ноябр 1937)
- 1937—1941 — Мәскәү митрополиты идаралығы ҡарамағында
- Алексий (Сергеев) (февраль — 13 июль 1942)
- Стефан (Проценко) (13 июль 1942 — 25 август 1944)
- Иоанн (Братолюбов) (14 февраль 1945 — 18 ноябрь 1948)
- Нифонт (Сапожков) (18 ноябрь 1948 — 17 март 1950)
- Арсений (Крылов) (17 март 1950 — 17 ноябрь 1953)
- Иларион (Прохоров) (17 ноябрь 1953 — 9 декабрь 1958)
- Никон (Лысенко) (12 март 1959 — 9 октябрь 1963)
- Иларион (Прохоров) (9 октябрь 1963 — 7 октябрь 1967) (икенсе мртәбә)
- Михаил (Воскресенский) (7 — 23 октябрь 1967)
- Иов (Кресович) (23 октябрь 1967 — 16 октябрь 1973)
- Феодосий (Погорский) (16 октябрь 1973 — 3 май 1975)
- Ириней (Середний) (27 июль 1975 — 19 июль 1976)
- Валентин (Мищук) (25 июль 1976 — 16 ноябрь 1979)
- Анатолий (Кузнецов) (16 ноябь 1979 — 20 июль 1990)
- Никон (Васюков) (26 августан 1990)
Викариатстволар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асҡын (ғәмәлдә түгел)
- Байҡы (ғәмәлдә түгел)
- Бәләбәй (ғәмәлдә түгел)
- Бөрө (ғәмәлдә түгел)
- Дәүләкән (ғәмәлдә түгел)
- Златоуст (ғәмәлдә түгел)
- Минзәлә (ғәмәлдә түгел.)
- Сатҡа (ғәмәлдә түгел)
- Староуфимск (ғәмәлдә түгел)
- Стәрлетамаҡ (ғәмәлдә түгел.)
- Усть-Ҡатау (ғәмәлдә түгел)
Монастырҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Марфа-Мариин монастыры (Ира)
- Успенск Изге-Георгий монастыры
- Богородица -Табын монастыры
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Собор Уфимских святых
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Газеты Уфимские епархиальные ведомости за 1879—1916 г.г.
- Златоверховников И. Е. Уфимская епархия. Уфа, 1899;
- Из истории Уфимской епархии //Дорога к храму. История религиозных учреждений г. Уфы. Уфа, 1993;
- Уфимская епархия Русской Православной церкви: справочник-путеводитель — М., 2005, — 672 с.:ил.
- Оренбург, 1902; Сергеев Ю. Н. Уфимско-Оренбургские епископы первой пол. XIX в. //Башкирский край. Вып.5. Уфа, 1994.
- Абдулов, Наиль Талгатович. Уфимская епархия в системе государственно-церковных отношений : 1917—1991 гг. : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 2006. — 303 с. : ил.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Уфимской епархии РПЦ
- Уфимская и Стерлитамакская епархия на сайте Православие. Ru
- Храмы Уфимской епархии на сайте «Православные лики России»
- Архиереи Оренбургской епархии
- Башкортостан. 2013 йыл 3 декабрь архивланған. Энциклопедия 2013 йыл 3 декабрь архивланған.