Никитин Сергей Яковлевич (физик)
| Никитин Сергей Яковлевич (физик) | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 3 апрель 1916 |
| Тыуған урыны | Таганрог, Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
| Вафат булған көнө | 1990 |
| Һөнәр төрө | ғалим |
| Эшмәкәрлек төрө | экспериментальная физика[d] |
| Эш урыны |
А. Ф. Иоффе исемендәге РФА физика-техника институты[d][1] Институт физических проблем им. П. Л. Капицы РАН[d][2] Институт теоретической и экспериментальной физики[d] «МИФИ» Милли ядро тикшеренеү университеты (Мәскәү инженерлыҡ-физика институты) Лаборатория № 2 АН СССР[d][3] |
| Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты |
| Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d][2] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Никитин Сергей Яковлевич (3 апрель 1916, Таганрог, Дон Ғәскәре өлкәһе[d] — 1990) — совет ғалимы, физик-экспериментаторы, физика-математика фәндәре докторы (1949), Сталин премияһы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1916 йылдың 3 апрелендә Таганрог ҡалаһында тыуа.
1933 йылда мөктөпте һәм фабрика-завод училищеһын тамамлағандан һуң Ленинградта ОГПУ исемендәге Оптик-механика заводында токарь булып эшләй.
1934 йылда — Элемтә инженерҙары институты студенты. Беренсе курстан һуң Ленинград политехник институтының инженер-физика факультетына күсә, уны 1939 йылда тамамлай.
1938 йылдан Ленинград физика-техник институтының ғилми хеҙмәткәре.
1941—1943 йылдарҙа Балтиҡ флотында карабтарҙы магнитһыҙландырыу буйынса эшләй.
1943 йылда СССР Фәндәр Академияһының 2-се Лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1944 йылдан 1946 йылға тиклем Физика проблемалары институтында эшләй һәм 1944 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1946—1990 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының 3-сө лабораторияһында (1958 йылдан ИТЭФ) (Мәскәү) эшләй, шул иҫәптән лаборатория мөдире вазифаһын башҡара.
1945 йылдан Мәскәү инженер-физика институтында уҡыта, ғүмеренең аҙағына тиклем ИТЭФ-та семинар алыр бара[4].
Физика-математика фәндәре докторы (1949), профессор.
Атом ядроһы физикаһы, нейтрон физикаһы өлкәһендәге эштәр авторы, .
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1953 йылда Сталин премияһы — атом ҡаҙанын булдырыу буйынса эксперименталь эштәре өсөн.
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1943).
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Улы Никитин, Сергей Сергеевич (тыу. 1954).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Летопись Российской академии наук. Т. VII. 1946—1953 (урыҫ) — М.: Архив Российской академии наук, 2022. — С. 729. — 896 с. — 300 экз. — ISBN 978-5-6046932-6-1
- 1 2 Летопись Российской академии наук. Т. VII. 1946—1953 (урыҫ) — М.: Архив Российской академии наук, 2022. — С. 729—730. — 896 с. — 300 экз. — ISBN 978-5-6046932-6-1
- ↑ Летопись Российской академии наук. Т. VI. 1941—1945 (урыҫ) — М.: Архив Российской академии наук, 2021. — С. 480. — 592 с. — 300 экз. — ISBN 978-5-6046932-0-9
- ↑ Л. Б. Окунь НИКИТИН Сергей Яковлевич // УФН, т. 162, No 9, с. 177.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атомный проект СССР: ч. 1-2. 1938—1945. Л. Д. Рябев. Наука, 2002
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]http://www.itep.ru/upload/iblock/62f/r929g.pdf
Л.Б. Окунь НИКИТИН Сергей Яковлевич // УФН, т. 162, No 9, с. 177.
Фото