Николаева Вера Семёновна
Николаева Вера Семёновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 октябрь 1925 |
Тыуған урыны | Бжицкая[d], Лебяжье-Асановское сельское поселение[d], Юргинский район[d], Томск округы[d], Себер крайы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 21 июль 2011 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Туринск[d], Свердловск өлкәһе, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Туринск[d] |
Һөнәр төрө | табип |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Николаева Вера Семеновна (9 октябрь 1925 йыл, Бжицкая ауылы, Юрга районы, Себер крайы, СССР — 21 июль, 2011 йыл, Туринск, Свердловск өлкәһе, Рәсәй) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969), Свердловск өлкәһе Туринск районының район үҙәк дауаханаһы баш табибы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1925 йылдың 9 октябрендә Себер крайының Томск округы Бжицкая ауылында (хәҙер Кемерово өлкәһенең Юрга районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].
1942 йылда Новосибирск өлкәһенең (хәҙер Кемерово өлкәһе) Топки ҡалаһында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан 8 ай дауамында ФЗО мәктәбендә «тимер юлсы» һөнәре буйынса уҡый[1].
Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген Томск тимер юлының Болотная станцияһында йөрөп юл ҡараусы булып башлай. 1943 йылдың сентябрендә Донбассты аяҡҡа баҫтырыу өсөн, Сталин өлкәһе Көньяҡ-Донецк тимер юлының Ясиноватая станцияһына юл ремонтлау эшсеһе итеп ебәрелә[1].
8 айлыҡ медицина курсы тамамлай. 1945 йылдың авгусынан 1947 йылдың сентябренә тиклем шәфҡәт туташы булып эшләй. Киске эшсе йәштәр мәктәбен (урта мәктәптең 9 һәм 10 кластары) тамамлай. 1948 йылда М. Горький исемендәге Сталин медицина институтына уҡырға инә, уны 1954 йылда «дауалау эше» һөнәре буйынса тамамлай. Бүлеү буйынса Свердловск өлкәһенең Туринск район үҙәк дауаханаһына табип-хирург итеп ебәрелә. 1954—1959 йылдарҙа Свердловск өлкәһе Туринск район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә табип булып эшләй, 1959 йылдың июленән 1974 йылға тиклем — дауахананың баш табибы һәм табип-хирург. 1974—1994 йылдарҙа Туринскта Свердловск өлкә суд-медицина бюроһының суд-медицина эксперты. 1994 йылда хаҡлы ялға сыға[1].
Вера Семеновна КПСС ағзаһы, Свердловск өлкә һәм Туринск район хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы депутаты, Туринск район Советы башҡарма комитеты ағзаһы була[1].
2011 йылдың 21 июлендә вафат була. Туринск ҡала зыяратында ерләнгән[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бар ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнә[1]:
- 02.12.1966 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- 08.04.1971 — «совет халҡы һаулығын һаҡлау өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме,«Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән Ленин ордены.