Никотин
Никотин | |
Дөйөм үҙенсәлектәре | |
---|---|
Систематик исеме | (S)-3-(1-метил-2-пирролидинил)-пиридин |
Химик формула | C10H14N2 |
Физик үҙенсәлектәре | |
Моляр масса | 162.23 г/моль |
Тығыҙлығы | 1.01 г/см³ |
Термик үҙенсәлектәре | |
Иреү температураһы | −79 °C |
Ҡайныу температураһы | 247 °C |
Классификация | |
Рег. номер CAS | 54-11-5 |
Хәүефһеҙлеге | |
NFPA 704 |
Никоти́н — эт ҡарағаты һымаҡтар (Solanaceae) ғаиләлеге үҫемлектәрендә, айырыуса тәмәке, махоркала, бик аҙ күләмдә томат, бәрәңге, баклажан, йәшел бороста тупланыусы алкалоид[1]. Никотин алкалоидтар шулай уҡ кока япраҡтарында бар. Никотин ҡоро тәмәкенең 0,3−5 % ауырлығын тәшкил итә, махоркала 2,2 %. Никотиндың биосинтезы тамырҙа, ә никотин туплануы япраҡтарҙа уҙа. Никотин — бөжәктәргә тәҫир итеүсе нейротоксин һәм кардиотоксин; шунлыҡтан элек инсектицид булараҡ файҙаланылған.
Тарихы һәм атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Никотин» һүҙе латинса Nicotiana tabacum − тәмәке һүҙенән килеп сыҡҡан. Был һүҙ үҙ сиратында, 1560 йылда королева Екатерина Медичиға мигрень ауырыуына сара булараҡ бер аҙ табак ебәргән, португал һарыйындағы Франция илсеһе Жан Нико хөрмәтенә уйлап сығарылған[2]. Никотинды беренсе тапҡыр 1828 йылда Германия химиктары Посселт һәм Райманн тәмәкенән айырып ала. Уның химик формулаһын 1843 йылда Мельсенс яҙа. Химиктар А. Пиктет һәм Крепьё 1893 йылда беренсе тапҡыр никотин синтезлай.
Химик үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Никотин — гигроскопик әсе тәмле майлы шыйыҡса, нигеҙле формула буйынса һыү менән еңел ҡушыла. Амин булараҡ никотин кислоталар менән тоҙ барлыҡҡа килтерә, тоҙҙары ҡаты һәм һыуҙа яҡшы эреүсән. Никотин тире аша еңел үтеп инә. Башласа никотин ҡайныу температураһынан тәбәнерәк температурала янып бөтә. Пар баҫымы түбән булыуға ҡрамаҫтан, һауала ялҡынланыу температураһы 95 °C. Шул сәбәпле никотиндың күп өлөшө тәмәке тартҡанда янып бөтә, әммә ҡалған өлөшө эскә һүлыш алғанда етә. Никотин ағыуһыҙ никотин кислотаһына тиклем окислана (РР витамины). Тик кеше организмында окислау өсөн кәрәкле ферменттар юҡ. Шуға күрә хроник тәмәке тартыусылар ҙа был витамин етмәүҙән зарар күрә.
Фармакология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәмәке төтөнөнөң составында 30-лап химик матдәнең (никотин, аммиак, синиль кислотаһы, еҫле газ, никель, хром, мышьяк һәм башҡалар) ҡатнашмалары бар, никотин — иң ҡурҡынысы. Әлеге алкалоид тәмәкенең барлыҡ төрҙәренә лә керә һәм 0,68—4,8 процент тәшкил итә. Кешене үлтереү өсөн уның 0,08—0,16 граммы (20—25 папирос) ла етә. Ағзаларға кергән никотиндың бер өлөшө бик тиҙ тарала, ләкин шул ҡыҫҡа ваҡытта ла ул бар организмды ағыуларга өлгөрә. Ағыуланыу беренсе тапҡыр тәмәке тартҡанда айыруыса һиҙелә. Бындай саҡта кеше хәлһеҙләнә, ҡолаҡ һәм баш шаулай, йөҙ ағара, һеләгәй аға, уҡшыта, йөрәк ҡаға, хатта аң юғалтып йығылырға мөмкин. Бер нисә тәмәке тартҡандан һуң, кеше уға шул ҡаҙәр эйәләшә: организмда үзгәрештәр башлана. Ағулы матдә беренсе сиратта үҙәк нерв системаһын, йөрәк-кан тамырҙарын зарарлай. Һуңынан башҡа ағзаларға — үпкәгә, бауырға, ашҡаҙанға сират етә. Әгәр бүлмәлә тәмәке тартыусы бар икән, тәмәке төтөнө барлыҡ кешене лә ағыулай. Уларҙың организмында ла үҙгәрештәр башланыуы ихтимал[3].
Никотин йөрәк ҡыҫҡартыуҙарын 15—20 процентҡа көсһөҙләндерә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын күтәренке режимда эшләргә мәжбүр итә. Нәтижәлә ҡан тамырҙары ҡыҫыла, инфаркт булырға мөмкин. Тәмәке тартыу шулай уҡ тирә-яҡтағы кешеләр өсөн дә хәүефле. Тартыусы ата-әсәнең балалары йүткереү менән интегә, уларҙа бронхит һәм пневмония ауырыуы үҫеү ҡурҡынысы арта. Төрлө органдар һәм системаларҙың, беренсе сиратта йөрәк һәм баш мейеһенең ҡан менән тәьмин ителеше боҙола. Хәтер һәм эшкә һәләтлелек әкренәйә. Аҡыл һәләте кәмей. Тәмәке төтөнендә булған зарарлы матдәләр яман шеш ауыруының барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Организмдың һаҡланыу сифаты көсһөҙләнә. Тәмәке тартыусылар үпкә ялҡынһынуы, туберкулёз, бронхиаль астма менән йыш ауырыйҙар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ . Алкалоидтар, (урта быуат лат. alkali — һелте һәм гр. eidos — төр), составында азот булған тәбиғи сығышлы органик нигезҙәр. Структур яҡтан күп төрлө физиологик активлыҡҡа эйә. Алкалоидтар молекулалағы углерод-азот каркасының төзөлөшө (пиридин, хинолин, акридин, изохинолин, хиназолин, фенилэтиламин һ.б. төркөм, шулай ук стероидлы, колхицинлы, терпенлы һ.б. төркөм алкалоидтар), һирәк осраҡта — филогенетик билдәләре (бер затҡа ҡараған үҫемлекләр составындағы матдәләр бер төркөмгә индерелә) буйынса классификациялана. Волга һәм Урал буйы флораһы алкалоидлы үҫемлекләргә бай: айыутабан, ҡамсат сәскә, һөйял үләне, йылан көпшәһе һ.б. Алколоидтар (морфин, кофеин, кодеин, пилокарпин, галантамин, папаверин, атропин, резерпин, эфедрин, аймалин һ.б.) медицинала, ветеринарияла ҡулланыла. Ҡайһы бер алкалоидтар — көслө ағыуҙар (аконитин, стрихнин, тубакурарин, гелиотрин һ.б.). Сығанаҡ: Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Онищенко Г. Во всем виноват Жан Нико. Грамм никотина убивает не только лошадь // Российская газета. — 2006. — № 4202.
- ↑ ВТ: Сәламәтлек. (недоступная ссылка)Ваҡытһыз ҡартайма!(недоступная ссылка)