Эстәлеккә күсергә

Новосибирск дәүләт медицина университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Новосибирск дәүләт медицина университеты
Нигеҙләү датаһы 1935
Рәсем
Рәсми атамаһы Новасібірскі медыцынскі інстытут, Новасібірская дзяржаўная медыцынская акадэмія һәм Новасібірскі дзяржаўны медыцынскі ўніверсітэт
Дәүләт  Рәсәй
Уҡыусылар һаны 5867[1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Новосибирск, Рәсәй
Рәсми сайт ngmu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Новосибирского медицинского университета[d]
Карта

Новосибирск дәүләт медицина университеты — юғары медицина белемле белгестәр әҙерләү менән шөғөлләнеүсе юғары уҡыу йорто.

1935 йылдың 17 авгусында СССР халыҡ комиссарҙары Советының Сталинград, Ленинград һәм Новосибирск ҡалаларында медицина институттары асыу тураһында 1818-се ҡарары сыға. Новосибирск медицина институты Омск һәм Томск медицина институттары һәм Новосибирск табиптарҙың белемен камиллаштырыу институты (шулай уҡ 1932 йылда Томскиға күскән) базаһында төҙөлә[2].

Асылған мәлендә институтының дауалау факультеты ғына була. Директоры итеп Лившиц Исаак, уның урынбаҫары һәм уҡытыу процесын төп ойоштороусы итеп Б. Я. Жодзишский тәғәйенләнә.

Яңы юғары уҡыу йортоноң уҡытыусылары составына В. М. Мыш, А. Л. Мясников, А. В. Триумфов, А. А. Боголепов, И. С. Пентман, П. В. Бутягин, Н. П. Шавров, Н. Г. Гинзберг, А. А. Колен, Н. И. Горизонтов, В. А. Пулькис, Я. И. Бейгель кеүек талантлы педагогтар инә.

Һуңынан тәжрибәле белгестәр Д. Т. Куимов, Г. Д. Залесский, К. В. Ромодановский, А. А. Дёмин, М. Я. Субботин киләләр, улар кафедра мөдире булып китәләр. Уларҙың хеҙмәте арҡаһында йәш институт фәнни даирәләрҙә абруй ҡаҙана, йәштәр араһында популяр булып китә.

1999 йылға тиклем институт Новосибирск Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы медицина институты (НоТКЗми) исемен йөрөтә, 1999 — 2005 йылдарҙа — Новосибирск дәүләт медицина академияһы.

1996 йылдан 2007 йылға тиклем вузды профессор А. В. Ефремов етәкләй.

2008 йылдың 21 февралендә НДМУ ректоры итеп медицина фәндәре докторы, профессор Игорь Олегович Маринкин һайлана.

Хәҙерге ваҡытта юғары медицина белемле белгестәр әҙерләү биш белем биреү йүнәлеше буйынса алып барыла:

  • медицина фәне һәм һаулыҡ һаҡлау (һөнәрҙәр «Дауалау эше», «Педиатрия», «Стоматология», «Медик-профилактика эше», «Фармация», «Сестринский эштәр»;
  • иҡтисад һәм идара итеү («Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары менән идара итеү һәм иҡтисад»);
  • гуманитар фәндәр («Клиник психология»);
  • дисциплина-ара һөнәрҙәр («Социаль хеҙмәт»);
  • тәбиғи-фәнни һөнәрҙәр («Биоэкология»).

Әлеге ваҡытта университет 8 факультетты, 76 кафедраны, 20-нән ашыу курсты, 10 ғилми-уҡыу-производство берекмәһен, 3 академик лаборатория һәм ЦНИЛ үҙ эсенә ала. Университетта 1750-нән ашыу хеҙмәткәр эшләй, шуларҙың яҡынса 860-ы — профессор-уҡытыусылар составы (390 фән кандидаты һәм 213 доктор), 10 Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы һәм ағза-корреспонденты, 59 йәмәғәт һәм халыҡ-ара академиялар ағзалары, 9 «Атҡаҙанған фән эшмәкәре», 4 «Атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре», 2 «Атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре», 23 «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы». НДМА-ла биш мең самаһы студент белем ала.

НДМУ янында медицина консультация үҙәге, косметология институты, эске медицина институты, бойондороҡһоҙ медицина эксперттар советы, сертификация үҙәге, СФО үҙәк аттестация комиссияһы, Халыҡ-ара белем биреү һәм тел коммуникация үҙәге, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау буйынса округ үҙәге, спорт-һауыҡтырыу лагеры, «Сибмедиздат» нәшриәте, «Авиценна» видеостудияһы һәм башҡалар бар, «Журнал клинической и экспериментальной медицины» баҫтырып сығара.

  • Дауалау факультеты
  • Медик-иҫкәртеү факультетын
  • Педиатрия факультеты
  • Стоматология факультеты
  • Менеджмент факультеты
  • Табиптарҙы профессиональ ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү факультеты
  • Социаль хеҙмәт һәм клиник психология факультеты
  • Фармацевтика факультеты
  1. http://www.ngmu.ru/sveden/education
  2. НГМУ - Виртуальный музей - История. Дата обращения: 16 октябрь 2016.