Новосибирск юғары хәрби команда училищеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Новосибирск юғары хәрби команда училищеһы
Нигеҙләү датаһы 1967
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новосибирск
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт nvvku.mil.ru
Карта

Новосибирск юғары хәрби команда училищеһы (элекке Бөйөк Октябрҙең 60-йыллығы исемендәге Новосибирск юғары хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәри училищеһы (НВВПОУ)) — Рәсәй һәм элекке СССР-ҙың хәрби юғары уҡыу йорто. 1967 йылдың 1 июнендә ойошторолған.

2009 йыл — Ҡоро ер ғәскәрҙәренең хәрби уҡытыу-ғилми үҙәге филиалы — "Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәр дөйөм ғәскәрҙәр академияһы.

2015 йыл — «Новосибирск юғары хәрби команда училищеһы» (ФГКВОУ ВО)

Новосибирскиҙағы Академгородок территорияһында почта индексы 630117 Иванов урамы, 49 йорт адресы буйынса урынлашҡан.

Училище тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Училище КПП-һы

Училище Ҡоро ер ғәскәрҙәре, Һауа-десант ғәскәрҙәре подразделениелары һәм генераль штабы баш идаралығының махсус тәғәйенләнеш подразделениелары өсөн сәйәси бүлек командиры урынбаҫарҙарын әҙерләне. Училище тамамлаусыларҙың күбеһе хәрби хәрәкәттәрҙә (Афғанстан, Чечня, Көньяҡ Осетия, башҡа операцияларҙа) ҡатнаша. Училищеның 27 сығарылыш уҡыусыһы Советтар Союзы Геройы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ була, уларҙың 15 офицеры был исемгә үлгәндән һуң лайыҡ була. Новосибирск училищеһын тамамлаусылар иҫәбенән Рәсәй Федерацияһы Геройҙары һаны буйынса Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһынан ғына ҡалыша.

1967 йылдың 18-25 авгусында Новосибирск юғары хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәри училищеһы булдырыла (НВВПОУ).Тәүге курсанттар йыйылмаһы М. В. Фрунзе исемендәге ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ОМСК юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһында уҙа. Тәүге сығарылыш 1971 йылда була. Тәүҙә училищела 11 кафедра була, 2009 йылда уларҙың һаны 15-кә етә. Оброна министры сердюковтың реформалары арҡаһында училище үҙгәртеп ҡорола, кафедралар һаны кәмей (дүрт кафедра ҡалдырыла), курсанттар батальондары штаты үҙгәртелә, батальондар факультет тип исемләнә башлай.

1968 йылдың 23 февралендә училищегә Хәрби Байраҡ тапшырыла.

1978 йылдың 4 ноябрендә «Бөйөк Октябрҙең 60-йыллығы исемендәге» — почетлы исеме бирелә.

1992 йылдың июнендә — Новосибирск юғары дөйөм ғәскәри командалыҡ училищеһы итеп үҙгәртелә (НВОК).

1992 йылда — мотоуҡсылар ғәскәрҙәре һәм хәрби разведка өсөн офицерҙар әҙерләй башлайҙар. 1994 йылда РВВДКУ-ға махсус разведкаһының батальоны күсерелә һәм ошоноң менән бәйле яңы өс кафедра асыла.

1998 йылдың 1 ноябрендә училище Новосибирск хәрби институты (НВИ) тип үҙгәртелә.

2004 йылдың 1 сентябрендә институт Новосибирск юғары хәрби команда училищеһы тип үҙгәртелә (НВВКУ).

1967 йылдан алып 2007 йылға тиклем училищеһы (институт) офицер киләһе һөнәрҙәр буйынса әҙерләй:

1. Хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәри (1967 йылдан һауа-десант ғәскәрҙәре) — 11 424

2. Мотоуҡсылар ғәскәрҙәренең команда тактикаһы — 2 038

3. Ғәскәри разведкаһы подразделениеларын ҡулланыу — 1 271

4. Махсус разведка подразделениеларын ҡулланыу — 878

2010 йылдың февралендә — училище «Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең дөйөм ғәскәри академияһы» Ҡоро ер ғәскәрҙәренең хәрби уҡытыу-ғилми үҙәге филиалына үҙгәртелде. Рәсәй Федерацияһы Ҡоро ер ғәскәрҙәре Башкомандующийына буйһона[1].

2013 йылдан алып «махсус разведка подразделениеларын ҡулланыу» факультеты йәнә Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһына күсерелә.

2017 йылдың 5 ноябрендә училище Рәсәй Ҡораллы көстәренең Юғары башкомандующийы Грамотаһы менән бүләкләнә[2].

Һөнәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Новосибирск юғары хәрби команда училищеһында (хәрби институтта) бирелгән һөнәрҙәр исемлеге

Һөнәре (хәрби) Һөнәре (граждан) Тәғәйенлеше Ҡабул итеү имтихандары
Разведкалау взводы командиры Персонал менән идара итеү

Белгес

Ғәскәри разведкаһы подразделениеларын ҡулланыу Математика (БДИ)*

Йәмғиәтте өйрәнеү (БДИ)

Урыҫ теле БДИ)

Взвод командиры Персонал меннән идара итеү Мотоуҡсылар подразделениеларын ҡулланыу Математика (БДИ)

Йәмғиәтте өйрәнеү (БДИ)*

Русский язык (БДИ)


Училище начальниктары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19671973 — генерал-майор Зибарев Василий Георгиевич

19731981 — генерал-лейтенант Волков Борис Николаевич

19811985 — генерал-майор Зубков Николай Федорович

19851989 — генерал-майор Ширинский Юрий Арифович

19891998 — генерал-майор казаков Валерий Александрович

19982008 — генерал-майор Егоркин Владимир Петрович

20082010 — генерал-майор Салмин Алексей Николаевич

20112011 — полковник Мурог Игорь Александрович

20112019 — генерал-майор Разгонов Виталий Леонидович

2019—хәҙерге ваҡыт полковник Марковчин Сергей Григорьевич

Училище составында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кафедралар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Тактика кафедраһы

— Разведка кафедраһы (һәм һауа-десант әҙерлеге)

— Урыҫ теле кафедраһы

— Идара итеү кафедраһы (тыныс ваҡытта подразделениелар менән) (У(ПМВ))

— Ҡорал һәм атыу кафедраһы

Гуманитар һәм социаль-иҡтисади дисциплиналар кафедраһы

— Ҡорал һәм хәрби техниканы ремонтлау һәм эксплуатациялау кафедраһы

— Сит телдәр кафедраһы

— Физик әҙерлек һәм спорт кафедраһы

— Дөйөм профессиялар дисциплиналары кафедраһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]