Эстәлеккә күсергә

Нусдорф плотинаһы һәм шлюзы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нусдорф плотинаһы һәм шлюзы
Нигеҙләү датаһы 1894
Рәсем
Дәүләт  Австрия[1]
Административ-территориаль берәмек Бригиттенау[d] һәм Дёблинг[d][1]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Дунайский канал[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Дунайский канал[d]
Архитектор Отто Вагнер[d]
Архитектура стиле архитектура модерна[d]
Оҙонлоҡ 49 метр
Карта
 Нусдорф плотинаһы һәм шлюзы Викимилектә

Йозеф Шемерль исемендәге күпер

Нусдорф шлюзы һәм быуа (нем. Nußdorfer Wehr- und Schleusenanlage) — Вена ҡалаһы янындағы Нусдорф ҡасабыһында, Дунай йылғаһының тәбиғи тармағы — 17.3 км Дунай каналы айырыллып сыҡҡан урында гидротехник ҡоролма, плотина һәм шлюз.

Ҡоролма 1892 йылдың 18 июлендәге рейхстат законы нигеҙендә төҙөлө. Был закон Вена штадтбаны тигән тимер юлын финасналыуҙы, Дунай каналын сауҙа юлына әүрелдереү һәм ҡышҡы гавань төҙөү, Вена йылғаһын көйләү һәм ошо ике йылға буйлап коллектор төҙөү ҡарала. Нусдорф плотинаһын һәм шлюзен төҙөгәнгә тиклем Дунай канала Беренсе донъя һуғышына тиклем ағып килеүсе боҙ һәм йөҙөп йөрөүсө ҡапҡанан һаҡланған булған (нем.) (48,6 оҙонлоғо м, бейеклеге 5,7 м ауырлығы һәм 440 тонна). Плотина һәм күпер төҙөү архитектура проекты транспорт комиссияһы художество советнигы Вагнер Оттоға бирелә. Ул плотина өҫтөнән, Рудольф Вейер ижад иткән бронза арыҫландар менән биҙәлгән, ҡеүәтле бағаналар проектлай. 1894 йылдың авгусында төҙөш башлана. Таш һалыу 1897 йылда тамамлана, 1898 йылда ҡорос конструкциялар беркетелә. Отто Вагнер планы буйынса Нусдорф плотинаһы һәм уның өҫтәндәге тимер күпер янында административ бина булырға тейеш. 1899 йылда ташҡын ваҡытында быуа өсөн беренсе һынау була, уның эргәһендә Дунай каналы участкаһын ташҡындан һаҡлай. 1899—1911 йылдарҙа канал стеналарын төҙөкләндереү һәм канал төбөн тәрәнәйтеү эштәре башҡарыла. Икенсе донъя һуғышынан һуң йөҙөп һөрөүсө ҡапҡалар алыштырыла һәм һуғыштан һуңғы емеректәр төҙәтелә. 1964—1970 йылдарҙа Нурдофта шлюздар тергеҙелә. 1971—1978 йылдарҙа йылға үҙәне тергеҙелә.. Отто Вагнер проекты буйынса төҙөлгән , икенсе донъя һуғышынан ҡалған шлюз 1964—1966 йылдарҙа ни өсөн киренән төҙөлөүө билдәле түгел. Бәлки, хәҙерге заман караптары өсөн шлюз бик бәләкәй булған һәм техник үҙенсәлектәре яңырыу талап иткән тигән фараз бар.

1966 йылдың 25 ноябрендә ҡала советы тулыһынса механизацияланған шлюз рәсми рәүештә асылды тип иғлан итә. Шлюз камераһы 85 метр һәм киңлеге 15 метр, шул уҡ ваҡытта канал киңлеге 20 метр.

2004-2005 йылдарҙа плотина аҫтында Нусдорф электр станцияһы төҙөлә, әммә был плотина күренешен үҙгәртмәй. Бер йылда уның 12 турбинаһы 28 110 000 кВТ*сәғәт электр энергияһы етештерә һәм 10 000 йорт хужалыған тәьмин итә.

2017 йылдың яҙында 322 метрлыҡ плотина аша балыҡтарҙы үткәреү ҡоролмаһы эшләнә.

  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.