Эстәлеккә күсергә

Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нәжип Вәлитов битенән йүнәлтелде)
Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 15 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Кушнаренко районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө химик, ғалим
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]

Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы (15 февраль 1936 йыл3 октябрь 2008 йыл) — ғалим-химик-технолог, 1987—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры.

Нәжип Хәтмулла улы Вәлитов 1936 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Топорнин районы[1] Ҡарасайылға ауылында тыуған.

1959 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң «Башнефтепроект» институтының Салауат филиалында эшләй; 1962 йылдан Салауат нефтехимия комбинатының тәжрибә‑тикшеренеүҙәр заводында (1970 йылдан башлап директор); 1974 йылдан — «Башнефтехимзаводы» территориаль берекмәһенең начальник урынбаҫары, 1976 йылдан — баш инженеры; 19872003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлитов Нәжип Хәтмулла улының фәнни-производство эшмәкәрлеге сәнәғәт катализаторҙарының физик‑химик үҙенсәлектәрен, каталитик реакцияларҙың кинетикаһын һәм механизмын тикшереүгә арналған. Нәжип Хәтмулла улы етәкселегендә нефть яғыулыҡтарын, шул иҫәптән уларҙың юғары калориялы һәм экологик таҙа төрҙәрен, бутил спирттары, синтетик май спирттары, метилэтилкетон, пластификатор, аммиак, техник водород һәм башҡалар етештереүҙең яңы технологиялары эшләнгән һәм етештереүгә индерелгән; республика нефть эшкәртеү заводтарының технологик ҡорамалдары үҙгәртеп ҡоролған.

Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы шәхсән үҙе нефть химияһының, үҙе асҡан күренештәргә нигеҙләнеп, 9 конкурентҡа һәләтле технологияһын эшләгән һәм етештереүгә индергән, был 80-се йылдар аҡсаһы менән йылына 20 млн һум иҡтисади эффект биргән. СССР Юғары аттестация комиссияһы рәйесе һәм Халыҡ-ара фәнни һәм техник мәғлүмәт үҙәге уның докторлыҡ диссертацияһын унынсы биш йыллыҡ йылдарында иң әһәмиәтле тип таный, уның асыштары ил һәм донъя фәне үҫешенә ҙур өлөш индерә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 23 уйлап табыу авторы.

  • Вакуумные колебания при химическом возбуждении атомов, молекул и хаотичность силовых линий электромагнитного и гравитационного поля. Өфө, 1997;
  • Электромагнитные и гравитационные взаимодействия виртуальных диполей, Т‑инвариантность, мгновенность, периодичность равновесных процессов, универсальность изотермически десорбируемых и термодесорбируемых частиц. Өфө, 2002.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981)
  • СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)