Эстәлеккә күсергә

Нәре (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәре
Характеристики
Оҙонлоғо43 км км
Киңлеге1,5—4 км км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге1340 м м
Урынлашыуы
54°23′06″ с. ш. 58°00′09″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашкортостан
Рәсәй
Красная точка
Нәре
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Нәре

Нәре — (рус. Нары (хребет) Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе (Көньяҡ Урал) территорияһындағы һырт.

Этимологияһы аныҡ түгел. "Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге"ндә «...мансиҙан нер -гора һүҙенән сығыуы ихтимал» тигән фараз бар[1]. Икенсе фараз буйынса атама фин-уғыр теленең "нер" һүҙенән килеп сыҡҡан, уға ярашлы был — тау армыты, морон тигәнде аңлата

Көнбайыш өлөшө уның Ҡытау-Ивановск районында, Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы территорияһында урынлашҡан, Белорет районы буйлап Ҡытау йылғаһынан (Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы) алып Кесе Ямантау киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Һырттың оҙонлоғо яҡынса 43 км, киңлеге 1,5—4 км, абсолют бейеклеге 1340 м. Рельефы ҡатмарлы. Һырт биләндәр менән төньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ өлөштәргә бүленгән. Төньяҡ өлөшөндәге битләүҙәр һөҙәк, көньяҡ һәм үҙәк өлөшөндә — текә, ҡалдыҡ тауҙар, курумдар хас. Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан, егәлгә‑комаров свитаһы һәүерташтарынан тора. Һырт битләүҙәрендә Кесе Ҡытау (Йүрүҙән й. басс.), Төлмәй, Кесе Инйәр һ.б. йылғаларҙың ҡушылдыҡтары башлана[2].

Нәре һыртынан күренеш.
Һыртҡа ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында ғына менергә мөмкин

Тау түбәһендә таш ишелмәләре ята, түбәнерәк, диңгеҙ кимәленән 600-800 м бейеклектә еңел таҙа балсыҡлы тупраҡтар һәм эндемик, ҡомло тупраҡтар, улар тағы ла түбәндәрәк балсыҡ менән түшәлгән ваҡ ташлы һәм эре ҡомло еңел балсыҡлы тупраҡҡа күсә. Яланғас ерҙәрендә һәм тау тундраһы участкаларында үҫемлектәрҙең юғары тау реликт һәм эндемик төрҙәре осрай. Уларҙың күбеһе Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ландшафтында бейеклек бүлкәтлеге күренә: ҡара ылыҫлы шыршы‑аҡ шыршы урмандары һирәк урмандар һәм бейек үләнле тау болондары менән алмашына, уларҙан өҫтәрәк тау тундралары урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән 650 м алып 1000 м тиклем бейеклектә аҡ шыршы-шыршы урмандары барлыҡҡа килтергән тау-тайга бүлкәте урынлаша, артабан 1000—1200 м бейеклектә — тәпәш ылыҫлы урман, кәкре ҡайын урманы һәм тау болондары тәшкил иткән яланғас тау аҫты бүлкәте урынлаша. Иң юғары бейеклектәрҙә бик күп яланғаслыҡтар араһында таулы тундра участкалары менән таулы-тундра бүлкәтлеге күренә. Нәре битләүҙәре үҫемлектәр менән ҡапланған, башлыса урман үҫемлектәре үҫә. Күберәк аҡ шыршы-шыршы һәм ҡарағай урмандары өҫтөнлөк итә. Бында тейен, һыуһар, мышы, айыу тереклек итә, ҡоштарҙан һуйыр, ала һәм тау тумыртҡалары, һоро торна, сел һ.б. йәшәй. Йылғала һәм шишмәләрҙә шаршы күкене, шамбы, ҡыҙыл балыҡ, бағры, алабуға бар[3].

  1. Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге - Уфа, 1980, 114-се бит
  2. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2021(недоступная ссылка)
  3. Нары 2020 йыл 23 февраль архивланған.