Иҡсанова Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы
Иҡсанова Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 14 март 1951 (73 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Иҡсанова Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы (14 март 1951 йыл) — педагог, хор дирижёры, режиссёр. 1983—2006 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 2001 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, 2007 йылдан — «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы Иҡсанова (ҡыҙ фамилияһы Бабичева[1]) 1951 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында тыуған. Нәжметдин уҙамандың 8 балаһы ла йырларға, төрлө уйын ҡоралдарында уйнарға ярата. Әммә ҡыҙҙарҙың барыһы ла медицина юлын һайлай. Апайҙарына эйәреп Нәфирә лә медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлап, дауаханала эшләй. Тик сәнғәткә булған һөйөү барыбер өҫтөнлөк ала.
1978 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (З. Х. Ғөбәйҙуллина класы), 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Э. Х. Ғәйфуллина класы; 1999, А. И. Корякин курсы) тамамлаған. 1983—2006 йылдарҙа — Өфө сәнғәт училищеһында, 2001 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта, бер үк ваҡытта Хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, 2007 йылдан башлап «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе. 2002 йылда Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында (Химки ҡалаһы; етәксеһе — СССР-ҙың халыҡ артисы В. Н. Минин) стажировка үтә. «Милый мой хоровод» рус йыры ансамбленең һәм С. Т. Аксаков исемендәге баҡсаһының «Сылтыр шишмә», Өфө ҡала мәҙәниәт һарайының «Өфө хәтирәләре» (икеһе лә — 2010) башҡорт йыры ансамблдәренең (бөтәһе лә — Өфө) ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе. Башҡорт дәүләт филармонияһында үткәрелгән театрлаштырылған тамашалар, юмор һәм сатира кисәләре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең юбилей кисәләре сценарийҙары авторы һәм режиссёры.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004])
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)
- Мишкә районының Почетлы гражданины (2020)[2]
Өҫтәмә мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ире — Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы (1.09.1935—19.10.1992), режиссёр. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986)[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Меня преследует фраза «Если не ты, то кто?» - худрук Ансамбля «Мирас» Нафиря Иксанова. ИА «Башинформ», 14 марта 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
- ↑ https://mishkino-rdk.ru/3845/novosti/2020/ 2021 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклипедияһы — Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҡсанова Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
- Меня преследует фраза «Если не ты, то кто?» - худрук Ансамбля «Мирас» Нафиря Иксанова. ИА «Башинформ», 14 марта 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)