Эстәлеккә күсергә

Нөгөш (Өҫән ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нөгөш
Ҡайҙа ҡоя Өҫән
Ҡушылдыҡ Һалҡын шишмә (йылға)
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Нөгөш (үрендә Оло Нөгөш) — Рәсәйҙәге йылға, Башҡортостан буйлап аға. Өҫән йылғаһының уң ярына тамағынан 35 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 58 км тәшкил итә[1], бассейн майҙаны, 594 км². Нөгөш төрки телдән таҙа, саф тип тәржемә ителә.

- 5,7 км: Һалҡыншишмә (уң ҡушылдыҡ);

- 9,4 км: Кесе Нөгөш (уң ҡушылдыҡ).

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыЫҡ башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Кама ҡушылдыҡтары бассейны, Ағиҙел ҡушылғанға тиклем, йылға бассейны — Кама[1].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[1]:

- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010101312111100028343

- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102834

- Бассейн коды — 10.01.01.013

- ГӨ буйынса томы — 11

- ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Йылға атамаһының тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туймазы районының Төпкилде ауылы ултырған тирәгә 1650-се йылдарҙа Бөрйән районы урмандарын ярып аҡҡан Нөгөш йылғаһы буйында тыуып үҫкән Арыҫланбәк исемле башҡорт барып төпләнә. Уны был яҡтағы ер-һыуҙарға хужа булып, нәҫеле менән төпләнеп ҡалһын тип, атаһы күсереп ултырта. Ул нигеҙ һалған ауыл уның исеме менән Арыҫланбәк тип атала, ә ауылы янынан ағып ятҡан йылғаға тыуған яҡ иҫтәлеге итеп Нөгөш тип исем ҡуша. Ә үҙенең улы тыуып ҙурайғас, уға яҡында Төпкилде утары һалып бирә. Бөгөнгө башҡорт ауылы Төпкилде Арыҫланбәк мырҙа улының исеме менән аталған («Ағиҙел» журналындағы «Собханғол, Арыҫланбәк, Бикмәт» исемле мәҡәлә. Авторы Мир Мөхәмәтйәнов (йылы яҡынса 1986)).

Туймазы районы географияһы һәм экологияһы: уҡыу әсбабы [Текст] /а. м. Гәрәев, р. ф. Ғатауллин, л. м. Мухаметшин. — Октябрь: гуп рб «ОГТ», 2005. — С. 174

  1. 1,0 1,1 1,2 «Нугуш» — информация об объекте в Государственном водном реестре