Огородников Кирилл Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Огородников Кирилл Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 17 (30) июль 1900 или 1900[1]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 30 июнь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) или 1985[1]
Ерләнгән урыны Комарово ҡасабаһы зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө астроном
Эшмәкәрлек төрө астрономия[1], галактика[1] һәм звёздная астрономия[d][1]
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Октябрь Революцияһы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
Вики-проект Проект:Математика[d]

Кирилл Федорович Огородников (17 [30] июля 1900, Санкт-Петербург — 30 июнь 1985) — совет астрономы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1922 йылда Мәскәү университетын, 1923 йылда — Халыҡ мәғариф комиссариатының астрофизика институтын тамамлай[2], унда 1934 йылға тиклем эшләй (1931 йылда Астрофизика институты Мәскәү дәүләт университетының Штернберг исемендәге берләштерелгән дәүләт астрономия институты составына инә, унда Огородников профессор вазифаһын биләй). 1934—1938 йылдарҙа — Пулково обсерваторияһы хеҙмәткәре. 1939 йылдан Ленинград университетында эшләй (1941—1950 йылдарҙа университет обсерваторияһы директоры була). 1941—1942 йылдарҙа Ленинград фронтында Халыҡ ополчениеһында була.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп ғилми хеҙмәттәре йондоҙ һәм галактиканан тыш астрономияға ҡағыла. 1923—1926 йылдарҙа йондоҙҙарҙың радиаль (нур) һәм арауыҡ тиҙлеге буйынса Ҡояштың тиҙлеген һәм апексын билдәләүгә арналған хеҙмәттәр серияһын башҡара. 1932 йылда ул Галактикала тиҙлектәрҙең дифференциаль ҡырының характеристикаларын йондоҙҙарҙың радиаль тиҙлеге һәм үҙ хәрәкәттәре буйынса билдәләү ысулын тәҡдим итә. 1938—1940 йылдарҙа күктең ҡараңғы райондарында йондоҙло иҫәптәргә теоретик анализ яһай, был Галактиканың ҡараңғы томанлығының физик үҙенсәлектәрен билдәләү ысулын эшләү мөмкинлеген бирә. Йондоҙ системаларының дөйөм динамик үҙенсәлектәрен әйтеп бирә, әйләнеүсе йондоҙҙар системаларының тигеҙлек фигураларын ҡарай һәм был осраҡта алынған теоретик эҙемтәләрҙең ҡайһы берҙәре галактикаларҙың күҙәтелгән формаларына тап килеүен күрһәтә. Груша формаһындағы тигеҙлек фигуралы галактикалар һәм орсоҡ формаһындағы тигеҙлек фигуралы галактикалар булыуы ихтималлығын фаразлай. Ҡаты есемле әйләнеүсе галактикаларҙың гравитацион тотороҡһоҙлоғо тураһында һығымтаға килә, шуның менән спираль системалар төҙөлөшөнөң ҡайһы бер үҙенсәлектәрен аңлата. Галактикаларҙың динамик классификацияһын эшләй һәм уларҙың эволюцияһының мөмкин булған эҙмә-эҙлелеге тураһында бер нисә фараз яһай.

«Основы динамики вращающихся звёздных систем» (1948) һәм «Динамика звёздных систем» (Москва: Физматгиз, 1958. — 627 с.) монографияларының авторы. Астрономия тарихы буйынса бер нисә хеҙмәт, шулай уҡ бер нисә популяр китап яҙа: «На чём Земля держится» (Ленинград: Ленингр. газ.-журн. и кн. изд-во, 1945. — 31 с.), «Сколько звёзд на небе» (Москва: Гос. изд-во техн. теорет. лит., 1953. — 40 с.). 1953 йылда «Астрономия» рефератив журналы булдырылғандан алып уның баш мөхәррире була. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968). Халыҡ-ара астронавтика академияһы ағзаһы (1960).

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Колчинский И. Г., Корсунь А. А., Родригес М. Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]