Одарчен Мария Игнатьевна
Одарчен Мария Игнатьевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина |
Тыуған көнө | 4 май 1928 |
Тыуған урыны | Слободка-Чернелевская[d], Красилов районы[d], Хмельницкий өлкәһе, СССР |
Вафат булған көнө | 13 февраль 2005 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Слободка-Чернелевская[d], Красилов районы[d], Хмельницкий өлкәһе, Украина |
Һөнәр төрө | колхозник |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Одарчен Мария Игнатьевна (Лыба) (укр. Марія Гнатівна Одарчен (Либа); 4 май 1928 йыл, Слободка-Чернелевская ауылы — 13 февраль 2005 йыл, Слободка-Чернелевская ауылы) — колхозсы, Хмельницкий өлкәһе Красилов районы «Советская Украина» колхозы звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Украина ССР-ы Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1928 йылдың 4 майында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 16 апрелдә) Слободка-Чернелевская ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлай. Һуғыштан һуң Красилов районының «Советская Украина» колхозында һауынсы булып эшләй. 1950 йылдан ҡырсылыҡ звеноһында эшләй. Күпмелер ваҡыт үткәс, звено етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Украинаның алдынғы-сөгөлдөрсөләре Екатерина Андрищук һәм Кристина Байдичтарға эйәреүсе була. Мария Лыбаның бригадаһы йыл һайын уртаса һәр гектарҙан яҡынса 500 центнер шәкәр сөгөлдөрө йыйып ала. 8 һәм 9 биш йыллыҡтар ваҡытында бригада йыл һайын уртаса 515-әр центнер шәкәр сөгөлдөрө тапшыра. Күп тапҡыр Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәләрендә ҡатнаша. «УССР-ҙың социалистик ярыш алдынғыһы» исеменә лайыҡ була. 1965 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1970 йылда Мария Лыба етәкселегендәге бригада һәр гектарҙан уртаса 610 центнер шәкәр сөгөлдөрө йыйып ала. 1971 йылда был ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.
2005 йылдың 13 февралендә Слободка-Чернелевская ауылында вафат була.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1971 йылдың 8 апрелендәге СССР Юғары Советы Президиумы указы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грошко М. Нива врожайна / М.Гришко // Рад. Поділля .- 1971 .- 11 трав.
- Євтушова Г. Людина переднього краю: нарис / Г. Євтушова // Зоря комунізму. — 1982. − 9 жовт
- Косюк Г. Життя — віддане покликанню / Г. Косюк // Красилів. вісн − 2003. — 26 квіт.
- Либа М. Наша опора і сила / М. Либа // Зоря комунізму. — 1967 .- 14 лист.
- Либа М. Пам’ять повертає у минуле / М. Либа // Красилів.вісн.- 2000.- 22 берез.
- Либа М ., 69 центнерів цукру з гектара / М. Либа // Зоря комунізму.- 1965.- 9 січ.
- Масловський І. О. Новій п’ятирічці — нові досягнення /І. О. Масловський // Зоря комунізму.- 1986 −25 лют.
- Марія Гнатівна Либа // Рад. Поділля.- 1972.- 30 лип.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наровлянский А. Одарчен Мария Игнатьевна . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 12 апрель 2020.
- Биографические сведения 2016 йыл 13 апрель архивланған. (укр.)
- 4 майҙа тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 13 февралдә вафат булғандар
- 2005 йылда вафат булғандар
- Украинала вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ алтын миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр