Одинак Мирослав Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Одинак, Мирослав Михайлович битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Одинак Мирослав Михайлович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 19 ғинуар 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Черновцы өлкәһе, Кицманский район[d]
Һөнәр төрө табип, ғалим
Эш биреүсе Военно-медицинская академия имени С. М. Кирова[d]
Уҡыу йорто Саратовский военно-медицинский институт[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]


Мирослав Одинак Михайлович (тыуған 19 ғинуар 1946 йыл, Боровец ауылы Кицмань районы, Черновцы өлкәһе, УССР, СССР) — совет һәм Рәсәй неврологы, медицина хеҙмәте полковнигы, Рәсәй Медицина ФА ағза-корреспонденты (2005), Рәсәй ФА ағза-корреспонденты (2014).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1946 йылдың 19 ғинуарында УССР-ҙың Черновцы өлкәһе Кицмань районы Боровец ауылында тыуған.

1969 йылда — Һарытау хәрби-медицина институтының хәрби-медицина факультетын тамамлай.

Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, өлкән хәрби табип булып хеҙмәт итә — Брянск өлкәһе Сеща ҡасабаһындағы Хәрби-һауа көстәре часының медицина пункты начальнигы .

1973 йылдан алып — С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһында эшләй, унда нервы ауырыуҙар кафедраһы ординаторынан алып нервы ауырыуҙар кафедраһы өлкән уҡытыусыһына (1990), нервы ауырыуҙары кафедраһы начальнигы — РФ Оборона Министрлығының Баш невропатологы МО РФ (1994), РФ ОМ Баш неврологы (2006), Хәрби Медицина академияһының нервы ауырыуҙар кафедраһы профессорына (2014 йылдан алып) тиклем юл үтә.

1980 йылда — кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1995 йылда «Неврология сочетанной черепно-мозговой травмы» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1995 йылда — профессор дәрәжәһе бирелә.

2005 йыл —РМФА-ның ағза-корреспонденты.

2014 йыл —Рәсәй ФА ағза-корреспонденты.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни тикшеренеүҙәре хәрби һәм тыныс шарттарҙа үҙәк нервы системаһының йәрәхәттәрҙән зарарланған, нервы системаһына экстремаль факторҙарҙың йәрәхәтләнеүҙән периферия нервыларына йоғонтоһо менән бәйле.

600-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 11 монография (улар араһында монографиялар «Неврология контузионно-коммоционных повреждений мирного и военного времени»), табиптар өсөн 47 етәкселек, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, методик тәҡдимдәр һәм әсбаптар, белешмәләр (улар араһында «Клиническая диагностика в неврологии» (2007), «Указания по военной неврологии и психиатрии» (2007), «Заболевания и травмы перифе-рической нервной системы» (2008), «Топическая диагностика заболеваний и травм нервной системы» (2010), «Нервные болезни» (2014).

Уның етәкселегендә 42 кандидатлыҡ һәм 20 докторлыҡ диссертацияларын яҡланған.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Почет Билдәһе» ордены
  • Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған табибы (1995)[1]
  • «Яҡшы хеҙмәте өсөн»отличие билдәһе
  • Хәрби МА почетлы докторы (2011)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Указ Президента Российской Федерации от 27.02.1995 № 214. kremlin.ru. 14 ноябрь 2019 тикшерелгән.