Одинак Мирослав Михайлович
Одинак Мирослав Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 19 ғинуар 1946[1] (78 йәш) |
Тыуған урыны | Боровцы[d], Кицманский район[d], Черновцы өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | табип, невролог |
Эш урыны | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Уҡыу йорто | Һарытау хәрби-медицина институты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Российская академия медицинских наук[d] һәм Рәсәй Фәндәр академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Одинак Мирослав Михайлович (19 ғинуар 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй неврологы, медицина хеҙмәте полковнигы, Рәсәй Медицина ФА ағза-корреспонденты (2005), Рәсәй ФА ағза-корреспонденты (2014).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1946 йылдың 19 ғинуарында УССР-ҙың Черновцы өлкәһе Кицмань районы Боровец ауылында тыуған.
1969 йылда — Һарытау хәрби-медицина институтының хәрби-медицина факультетын тамамлай.
Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, өлкән хәрби табип булып хеҙмәт итә — Брянск өлкәһе Сеща ҡасабаһындағы Хәрби-һауа көстәре часының медицина пункты начальнигы .
1973 йылдан алып — С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһында эшләй, унда нервы ауырыуҙар кафедраһы ординаторынан алып нервы ауырыуҙар кафедраһы өлкән уҡытыусыһына (1990), нервы ауырыуҙары кафедраһы начальнигы — РФ Оборона Министрлығының Баш невропатологы МО РФ (1994), РФ ОМ Баш неврологы (2006), Хәрби Медицина академияһының нервы ауырыуҙар кафедраһы профессорына (2014 йылдан алып) тиклем юл үтә.
1980 йылда — кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1995 йылда «Неврология сочетанной черепно-мозговой травмы» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1995 йылда — профессор дәрәжәһе бирелә.
2005 йыл —РМФА-ның ағза-корреспонденты.
2014 йыл —Рәсәй ФА ағза-корреспонденты.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни тикшеренеүҙәре хәрби һәм тыныс шарттарҙа үҙәк нервы системаһының йәрәхәттәрҙән зарарланған, нервы системаһына экстремаль факторҙарҙың йәрәхәтләнеүҙән периферия нервыларына йоғонтоһо менән бәйле.
600-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 11 монография (улар араһында монографиялар «Неврология контузионно-коммоционных повреждений мирного и военного времени»), табиптар өсөн 47 етәкселек, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, методик тәҡдимдәр һәм әсбаптар, белешмәләр (улар араһында «Клиническая диагностика в неврологии» (2007), «Указания по военной неврологии и психиатрии» (2007), «Заболевания и травмы перифе-рической нервной системы» (2008), «Топическая диагностика заболеваний и травм нервной системы» (2010), «Нервные болезни» (2014).
Уның етәкселегендә 42 кандидатлыҡ һәм 20 докторлыҡ диссертацияларын яҡланған.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почет Билдәһе» ордены
- Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған табибы (1995)[2]
- "Яҡшы хеҙмәте өсөн"отличие билдәһе
- Хәрби МА почетлы докторы (2011)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Мирослава Михайловича Одинака РФА рәсми сайтында
- ↑ Одинак Мирослав Михайлович // https://www.biografija.ru/biography/odinak-miroslav-mikhajlovich.htm
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27.02.1995 № 214 . kremlin.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2019.