Эстәлеккә күсергә

Одрина Дмитрий Антонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Одрина Дмитрий Антонович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1892
Тыуған урыны Телешовка[d], Ракитнянский район[d], Украина
Вафат булған көнө 16 ноябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Вафат булған урыны Каменец-Подольск, Украинская Народная Республика[d]
Үлем сәбәбе Сабыртмалы тиф
Һөнәр төрө военный врач
Уҡыу йорто Медицинский факультет Киевского университета[d]
Һуғыш/алыш Советско-украинская война[d]
Ғәскәр төрө Армия Украинской Народной Республики[d]

Дмитрий Антонович Одрина (1892, Телешовка ауылы, Киев губернаһы — 16 ноябрь 1919, Каменец-подольский) — украин сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Украина Халыҡ Республикаһының (УХР) Һаулыҡ һаҡлау министры һәм министрҙар советы рәйесе урынбаҫары.[1].

Киев янындағы бай булмаған күп балалы ғаиләлә тыуған. Дүртенсе земство мәктәбендә, артабан Киев фельдшерҙар мәктәбендә уҡыған. Киевтағы земство фельдшер училищеһын тамамлаған, 1911 йылда Жмерин ирҙәр гимназияһына уҡырға кереү өсөн экстерн имтихандар тапшырған һәм 1916 йылда Киев университетының медицина факультетына уҡырға керә алған.

Университетта Украина социалист-революционерҙар партияһы ағзаһы булып китә. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында фронтта санитар поезддар менән етәкселек иткән.

1917 йылдың июль аҙағынан санитар-медицина бүлеге мөдире вазифаһын башҡара, хәрби-санитария мәсьәләләре буйынса Симон Петлюраның урынбаҫары була.

1917 йылдың декабрендә Одрина УНР армияһының Генераль хәрби-санитария идараһы рәйесе итеп билдәләнә. 1919 йылдың июненән — Һаулыҡ һаҡлау министры һәм УНР министрҙар советы рәйесе урынбаҫары була..

Антанта ак гвардиясылар союздашы булғанға күрә, УНР сауҙа блокадаһына дусар ителә, блокада дарыу препараттарына ла тарала, күп тә үтмәй илдә бик ҡатлаулы эпидемиологик хәл барлыҡҡа килә, төрлө урындарҙа йоғошло ауырыуҙар башлана. 1919 йылдың 16 октябрендә Украина Халыҡ Республикаһы Директорияһы Халыҡ-ара Ҡыҙыл тәре ойошмаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә — әмма үкенес иғтибарһыҙ ҡала.[2].

Килеп тыуған хәлдә Дмитрий Антонович тәүлегенә 16-18 сәғәт эшләп хәлде үҙгәртергә тырышты. Тик күп тә үтмәй үҙе лә тутлы тиф менән ауырый башлай.

1919 йылдың 16 ноябрендә Каменец-Подольск ҡалаһында үлә һәм шуна ерләнә.[2]

  1. Вінницька обласна наукова медична бібліотека. 193.107.106.27. Дата обращения: 11 сентябрь 2020.(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 Команда Наступної республіки. Дмитро Одрина. Лікар, герой, анти-Булгаков (ингл.) (14 ғинуар 2019). Дата обращения: 11 сентябрь 2020.