Эстәлеккә күсергә

Окница (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Окница
укр. Вікниця (Окниця), молд. Окница (Ocniţa)
Характеристика
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Одаи ауылы (Украинаның Винница өлкәһе)
Тамағы Днестр
 · Урынлашыуы Кузмин ауылы (Днестр буйы Молдова Республикаһы)
 · Координаталар 48°05′31″ с. ш. 28°37′42″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ҡара диңгеҙ

Илдәр Украина Украина, Молдова Молдова

Окница (укр. Вікниця (Окниця), молд. Окница/Ocniţa) — Европалағы йылға. Ике дәүләт — Украина һәм Молдавия (Днестр буйы Молдова Республикаһы) биләмәләре аша аға. Днестрҙың һул ҡушылдығы, Ҡара диңгеҙ бассейнына ҡарай.

Украинаның Винница өлкәһендәге Крыжополь районының Одаи ауылы янында башлана. Артабан көньяҡҡа йүнәлеш ала һәм Файгород ҡасабаһын үткәндән һуң Пищанка районына сыға. Уның Трибусовка һәм Грабаровка ауылдарынан һуң Днестр буйы Молдова Республикаһы Каменка районы буйлап көньяҡҡа табан аға. Бында йылға үҙенә исемдәш Окница ауылын үтеп китә. Каменский районының Кузмин ауылы янында Днестрға ҡоя.

  • Кривенко А. В., Бурла М. П., Фоменко В. Г. и др. География Каменского района ПМР. — Тирасполь, 2009. − 191 с.


Был география буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.