Эстәлеккә күсергә

Козловская Оксана Витальевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Оксана Козловская битенән йүнәлтелде)
Козловская Оксана Витальевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 декабрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Томск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер
Уҡыу йорто Томск политехник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Хәрби звание фән докторы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Козловская Оксана Витальевна (8 декабрь 1954 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 2011 йылдан Томск өлкәһенең Закондар сығарыу думаһы рәйесе.

Оксана Витальевна Козловская Томск ҡалаһында 1954 йылдың 8 декабрендә партия органдары хеҙмәткәре Нина Андреевна Козловская һәм хәрби хеҙмәткәр Виталий Иванович Козлов ғаиләһендә тыуған.

1979 йылда Томск политехник институтын «машиналар эшләү технологияһы, металл киҫеүсе станоктар һәм инструменттар» һөнәре буйынса «инженер» квалификацияһы алып тамамлай.

«Конкурентоспособность как основа управления развитием региона» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм «иҡтисад фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһегә эйә була. 1994 йылда икенсе юғары белемде Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын тамамлап ала, был һөнәре — «бизнес менән идара итеү».

Хеҙмәт эшмәкәрлеген ГПЗ-5 ойошмаһында башлай: мастер, начальник урынбаҫары, эксперименталь цех начальнигы, генераль директорҙың иҡтисад һәм производство буйынса урынбаҫары була.

1981 йылдан КПСС ағзаһы. 1983 йылда ГПЗ-5 предприятиеһының партком секретары итеп һайлана. 1986 йылдан — Томск ҡалаһының Октябрь район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1988 йылда КПСС-тың Октябрь район комитетының беренсе секретары итеп һайлана, 1990 йылда — ҡаланың Октябрь район Советы һәм район Советы башҡарма комитеты рәйесе[1].

1991 йылдың декабренән тағын да ГПЗ-5 предприятиеһында директорҙың производство буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара, 1993 йылдың апрелендә АООТ «Ролтом» генераль директорының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[2].

1998 йылда өлкәнең хакимиәт башлығы урынбаҫары вазифаһына эшкә үрләтелә — Томск өлкәһе хакимиәтенең территориялар менән эшләү буйынса департамент начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1999 йылға тиклем был вазифала эшләй, артабан Томск өлкәһе губернаторының инвестициялар һәм сәйәсәт иҡтисады буйынса урынбаҫары итеп ҡуйыла.

2007—2011 йылдарҙа Томск өлкәһе губернаторының беренсе урынбаҫары вазифаһында эшләй.

2011 йылдың декабрендәге Томск өлкәһе Закондар сығарыу думаһына һайлауҙар ваҡытында «Берҙәм Рәсәй» партияһы исемлеге буйынса Өлкә думаһында даими нигеҙҙә эшләүсе депутат, артабан Дума рәйесе итеп һайлана.

2017 йылдың ноябрендә Томск дәүләт иҡтисад һәм менеджмент университетының Попечителлек советы рәйесе итеп һайлана[3].

Улы — Волохов Михаил Александрович (1973 йылда тыуған), «Трасса» ЯСЙ «Инвестиция-төҙөлөш компанияһы» директоры[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2004);
  • Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары ҡаҙаныштарын йәмәғәт таныуы «Олимпия» Милли премияһы (2005);
  • Томск өлкәһенең почетлы гражданы;
  • «Томск өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» отличие билдәһе;
  • «Ата-әсә ҡыйыулығы» отличие билдәһе;
  • «Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» отличие билдәһе;
  • Томск өлкәһенең Почет грамотаһы.
  1. Козловская Оксана Витальевна. TAdviser.ru. Дата обращения: 21 апрель 2020.
  2. КОЗЛОВСКАЯ Оксана Витальевна - биография, новости, фото, дата рождения, пресс-досье. Персоналии ГлобалТОМСК.ру. global-tomsk.ru. Дата обращения: 21 апрель 2020.
  3. Личности институт экономики и менеджмента ТГУ: Козловская Оксана Витальевна. iem.tsu.ru. Дата обращения: 21 апрель 2020.
  4. Козловская Оксана Витальевна, государственный деятель. Центр документации новейшей истории Томской области (ОГКУ ЦДНИ ТО) (4 апрель 2009). Дата обращения: 21 апрель 2020.
  • «Железная леди» Томской области — вполне домашний человек: Интервью с Оксаной Витальевной Козловской, заместителем Главы Администрации (Губернатора) Томской области по экономической политике и инвестициям / [беседовала] В. Монархова // Томский избиратель. — Томск. — 2006. — № 4 (март). — С.8-9 — Публ. с сокр. по публ. в журн. «Эксперт в Томске», № 7, 26 дек. 2004.
  • Любовь Бабич. Пространство Оксаны Козловской // Персона. Томск. — 2006. — № 4. — С.4-7. ОГУ ЦДНИ ТО. Ф.607. Оп.30. Д.589.
  • Уткина Е. Предприниматель- управляющий риском / Беседа с О.Козловской // Красное знамя. — 1996. — 18 дек.
  • Энциклопедия Томской области. Издательство Том. ун-та. Том. 1. 2008. С. 308.