Октябрь исемендәге парк (Дондағы Ростов)
Октябрь исемендәге парк | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Төрө | мәҙәниәт һәм ял паркы |
Майҙаны | 7,2 га га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1971 йыл |
Урынлашыуы | |
47°15′35″ с. ш. 39°40′52″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]] | Октябрь |
Октябрь исемендәге парк (Дондағы Ростов) Викимилектә |
Октябрь исемендәге парк — Рәсәйҙең Дондағы Ростов ҡалаһында, Октябрь районында урынлашҡан мәҙәниәт һәм ял паркы[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Октябрь исемендәге паркка 1971 йылда Темерник йылғаһы ярында 7,2 гектар майҙанда нигеҙ һалына. Парк территорияһында йүгереү өсөн юлдар, урам тренажерҙары, өҫтәл теннисы өсөн майҙансыҡтар, шулай уҡ спорттың төрлө төрҙәре, шул иҫәптән баскетбол, футбол йәки волейбол менән шөғөлләнеү өсөн урындар бар. 2013 йылда парктың урта өлөшөндә урынлашҡан канализация линияһының ике тармағынынң авария торошо мәсьәләһе хәл ителергә тейеш була. Тап улар территорияла насар еҫ таралыу һәм санитар бысраныу сәбәбе булып тора. Шул уҡ йылдың йәйендә торбалар һалыу буйынса эш башланырға тейеш була. 56-сы армия урамы яғынан парктың төп инеү урынындағы баҫҡыстар реконструкциялана. Яҙғы осорҙа Октябрь исемендәге парк территорияһында 40-ҡа яҡын ағас, шул иҫәптән миләш, сирень, шыршы, ҡорос ағастары ултыртыла.
Октябрь исемендәге паркта мәҙәни саралар үткәреү, Рәсәй Флагы көнөн, Рәсәй көнө, Еңеү көнөн, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн һәм башҡа бик күп байрамдарҙы уҙғарыу майҙаны булып тора[2]. Ҡышҡыһын бында балалар өсөн Яңы йыл байрамдары үткәрелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В городской Думе состоялось заседание постоянной комиссии по жилищно-коммунальному хозяйству, благоустройству и экологии 2017 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ Историческая справка Октябрьского района 2017 йыл 31 октябрь архивланған.