Октябрь революцияһы исемендәге парк (Дондағы Ростов)
Октябрь революцияһы исемендәге парк | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 17 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1926 йыл |
revolutionpark.ru | |
Урынлашыуы | |
47°13′48″ с. ш. 39°44′42″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Ҡала | [[Дондағы Ростов|Дондағы Ростов]] |
Тарихи район | Пролетарский районы |
Октябрь революцияһы исемендәге парк (Дондағы Ростов) Викимилектә |
Октябрь революцияһы исемендәге парк — Дондағы Ростов ҡалаһындағы парктарҙың береһе. Ҡаланың уртаһында Театр майҙаны менән йәнәш урынлашҡан, ҡала халҡы өсөн иң популяр ял итеү урыны булып тора.
Тарихы һәм эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1926 йылда Дондағы Ростов һәм Дондағы Нахичевань ҡалалары араһында парк зонаһы булараҡ нигеҙ һалына[1] 1928 йылда, Нахичевань Ростовҡа ҡушылғандан һуң, парк артабан үҫеш ала.
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Парк планы |
1970-се йылдарҙа Ростов халҡының иң яратҡан ял итеү урынына әйләнә. Паркта спорт менән шөғөлләнеү өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған, аттракциондар менән йыһазландырылған, балалар майҙансыҡтары, кафе һәм сувенир киоскыһы бар. Парк зонаһында мул йәшеллек араһында йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар һалынған. Махсусланған спорт майҙансыҡтары бар — мини-футбол өсөн ялан, «Ледоград» катогы, пейнтбол өсөн майҙансыҡ һәм арҡан ҡаласыҡ трассаһы. Парк майҙаны 17 гектар тиерлек тәшкил итә[2]}}. Паркта скульптура композициялары урынлашҡан, улар араһында «Татыулыҡ эскәмйәһе» һәм Петр һәм Феврония һәйкәле айырылып тора. Шулай уҡ 56-сы армияның Мемориаль Знагы һәм Дан Аллеяһы бар. Октябрь революцияһы исемендәге парктың тағы ла бер иғтибарға лайыҡ урыны яһалма күл, унда һыуҙа йөҙөп йөрөгән ҡоштарҙы күрергә мөмкин. Шулай уҡ фламинго һәм тауистар өсөн кәртәләнгән майҙандар эшләнгән.
2000-се йылдар башында, паркты киңәйтеү һәм сифатын яҡшыртыу буйынса ҙур масштаблы эштәр башҡарғандан һуң, парк хәҙерге күренешен ала. 2002 йылда уның территорияһында иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған «Шум-Гам Ленд» аттракциондар ҡаласығы асыла. 2016 йылда паркта 65 метр бейеклектәге, ҙурлығы буйынса Рәсәйҙә өсөнсө күҙәтеү тәгәрмәсе «Одно небо» асыла[2],}} унда йәйге осорҙа кондиционер системаһы һәм ҡышын йылытыу системаһы булған 30 кабина урынлаштырыла. Аттракционда йөрөү сеансы уртаса 12 минутҡа һуҙыла.
Байрам көндәрендә бында төрлө тантаналар, мәҙәни саралар һәм күмәк күңел асыуҙар ойошторола. Йыл һайын паркта 1,5 млн кеше була.[2] Парк менән йәнәшәлә, Театр майҙанында, «Атланттар» фонтаны урынлашҡан[3], фонтандың авторы Вучетич Евгений Викторович.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт парка 2017 йыл 2 февраль архивланған.
- ООО «Парк им. Октябрьской революции»
- Достопримечательности Ростова-на-Дону. Парк имени Октябрьской революции 2017 йыл 27 апрель архивланған.