Оло Алаҡай күленең таш палаткалары
Оло Алаҡай күленең таш палаткалары | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 10 м |
Урынлашыуы | |
55°57′54″ с. ш. 60°55′22″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Тораҡ пункт | Касли |
Тау системаһы | Урта Урал |
Оло Алаҡай күленең таш палаткалары (рус. Каменные палатки озера Большие Аллаки) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһенә ҡарай. Урта Уралға ҡараған гранит тау ҡалдыҡтарынан торған ҡаялар.
Ҡаялар Силәбе ҡалаһынан төньяҡта, Екатеринбург ҡалаһынан көньяҡта, Касли ҡалаһынан 12 км алыҫлыҡта Оло Алаҡай күленең ярҙарында урынлашҡан. Археология һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Сәйәхәтселәр араһында ныҡ популяр булған урындарҙың береһе.
2010 йылдың көҙөнән был урын Аллаҡ ауылында йәшәүсе Дмитрий Крапивиндың шәхси биләмәһенә күскән.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло Алаҡай күленең көньяҡ-көнсығыш (Ҡыҙыл Партизан ҡасабаһынан алыҫ түгел) һәм көнбайыш яры буйлап иҫ китмәле ғәжәйеп ҡаялар — таш палатҡалар теҙелеп киткән. Иң ҙур ҡаялар Бей-Таш һәм Кинель-Таш тип атала. Бейеклектәре 10 м -ға етә.
Иң ҡыҙыҡлылары көньяҡ-көнсығыш ярында урынлашҡан. Уларҙы Ҙур (дәү) таш палатҡалар, Алаҡай миһрапы (жертвенник Аллаки) тип атайҙар.
Ярҙан 50 м алыҫлыҡта, яланғас ҡалҡыу ерҙә урынлашҡандар. Бөтәһе 8-10 метрға тиклем бейеклегендәге 14 ҡая сығынтылары күренеп тора. Эргәләрендә ағастар юҡ, шуға күрә ҡаялар башҡа ярҙан да яҡшы күренеп тора.
Ҡаяларҙың формаһы бик ҡыҙыҡ:береһе таш сфинксҡа, икенсеһе кҡмрө танаулы кешене хәтерләтә. Был бигерәк тә яҡтылыҡтың билдәле бер йүнәлештә төшкәнендә асыҡ күренә. Боронғо заманда был ерҙең ғибәҙәт ҡылыу урыны булыуы һис тә ғәжәп түгел.
Оло Алаҡайҙағы был археология ҡомартҡыһы башлап 1914 йылда урал археологы Владимир Яковлевич Толмачевы тарафынан һүрәтләнгән. Ул бында ҡаялағы боронғо һүрәттәрҙе тапҡан, уларҙы үҙенә күсереп алған. Ҡаялағы яҙмалар беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған, әммә вандалдарҙан өлөшләтә зыян күргән.
Толмачев археологик ҡаҙыуҙар менән шөғөлләнеп таш һәм бронза башаҡтарын, керамика ярсыҡтары, төрлө формалы гранит плита, баҡыр һөңгө, хатта ҡош формаһындағы баҡыр һын тапҡан.
Ә күлдең эсендә яр буйлап ике кеше баш һөйәге табылған. Толмачев был табыштарының йәшен мезолит, неолит һәм бронза быуат дәүерҙәренә тура килә тип билдәләй. Һуңғараҡ кешенең үрге палеолит осоронда уҡ килеүе асыҡланған.
Ярты быуат тирәһе үткәс, 1969 йылда был ерҙәрҙе ҡабатлап археолог В. Т. Петрин өйрәнә башлай. Ул ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең билдәле булмаған тағын бер төркөмөн тапҡан.Ҡаҙыу эштәре барышында тау гәлсәренән эшләнгән әйберҙәр ҙә килеп сыҡҡан..
Оло Алаҡай күленең көнбайыш ярында (Ваҡ палаткалар) тағын бер ҡаялар теҙмәһе табыла. Ваҡ таш палаткалар бейек булмаған матрац формаһындағы гранит киҫәктәренән тора, күбеһе ер өҫтөнә һәленеп тора.
Бер нисәүһенең бейеклеге 2 м тирәһе генә.
Был ҡаяларҙа ла боронғо һүрәттәр табыла. Тик күптәрен ҡая аҫтындағы усаҡтарҙан сыҡҡан ҡором ҡаплаған. Һүрәттәр бөтөнләй үк юҡҡа сыҡмаған.
2014 йылда «Ураловед» проекты менән был урындарҙы тикшереүселәр ҡаялағы таштарҙың бер өлөшөн кемдер таҙартыуын һәм һүрәттәрҙең айырым өлөштәре һаҡланыуын асыҡлаған.
2010 йылда был иҫтәлекле урындар Алаҡай ауылы кешеһе Д. В. Крапивиндың шәхси милкенә күскән. Шулай ҙа был урындарға инеү ирекле.
Ҡаяларҙан күлгә ҡарап торғанда шундай матур пейзаж асыла. Көнбайышта горизонт өҫтөнән Потанин һәм Сейәле (Вишневые горы) тауҙар ҡалҡып тора. Алаҡай күленән алыҫ түгел «Большая медведица» тораҡ пункты урынлашҡан.
Оло Алаҡай күле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эрозион-тектоник сығышлы, тәрән соҡорҙо хәтерләтеп торған урынды алып торған күл.
Күл оҙонса формала, оҙонлоғо 4 км, киңлеге 2,5 км. Уртаса тәрәнлеге — 4,7 метр, максималь тәрәнлеге — 7 м тиклем етә. Күлдең өҫкө йөҙө — 8,27 кв. км.
Һыу күләме — 39 миллион куб.метр, ә һыу йыйыу майҙаны — 58,4 кв.км.
Күлдең яр буйы һыҙығы — диңгеҙ кимәленән 234 м бейеклектә. Ярҙары тәпәш, ҡайһы бер урындары бигерәк тә көньяҡ ярҙары һаҙлыҡланған. Кесе Киҫегәс (Малый Кисегач) күле менән шишмә тоташтырып тора. Яр ситтәрендә күл төбө ком һәм таштарҙан тора. Төпкә, тәрәнгәрәк киткән һайын төбө ләм менән алмашына
Күлдә суртан, алабуға, сабаҡ, ҡорман балыҡ, шырт балыҡ, ҡарабалыҡ, табан балыҡ, опто, бөгәрсәй, алабалыҡ тереклек итә.
Археологик асыштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]. Бында бөтәһе ике ҡаяла өс төркөм һүрәттәр табыла. ғалимдар төркөмө. Ҡая һүрәттәренең күпселеге уларҙы атмосфера яуым-төшөмдәренән ышыҡлап торған ҡаяташ-күҙерек арҡаһында һаҡланып ҡалған. Ҡалынлығы 1-2 см линияһы Күп кенә антропоморф һүрәттәр (фараз буйынса шамандар) бар. Шулай ҙа селтәр, тараҡ, ромб һәм айырым киҫәктәр рәүешендәге геометрик формалағы һүрәттәр өҫтөнлөк итә,. Һүрәттәрҙең мәғәнәһен асыу, аңлау мөмкин түгел.
Бөтәһе Оло Алаҡай күле эргәһендәге ҡаяларҙа дүрт төркөм боронғо һүрәттәр бар. Улар бөтәһе лә охра менән эшләнгән. Һыҙыҡтар ҡыҙыл төҫтә, ҡалынлыҡтары 1-1,5 −2 см тирәһендә.
Археологтар был ҡаялар миһрап (жертвенник) урындары була. Ғалимдары күҙаллауы буйынса бында даими рәүештә ҡорбан салыу үткәргәндәр.
Был ҡая боронғо ғибәҙәт ҡылыу урыны булған. Йәше 7 мең йылдан ашыу. Ҡая таш янында бронза уҡ башаҡтары, керамика фрагменттары, түңәрәк формаһында гранит плиталар, баҡыр һөңгө табылған.