Оло Һунакүл
Оло Һунакүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Майҙан | 8,24 км² |
Оло Һунакүл— Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районындағы күл, Сыбаркүл ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан.
1999 йылдан 2011 йылға тиклем күл ярында халыҡ ижадының Бажов фестивале уҙа.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу ятҡылығы ҡылымыҡтар менән тоташҡан ике өлөштән тора. Төньяҡ өлөшө Оло плесо, көньяҡ өлөшө Кесе плесо тип атала. Төньяҡ өлөшөндә ике утрау — Яҫы һәм Юғары утрау урынлашҡан[2].
Оло Һунакүл менән йәнәш күп бәләкәй һәм уртаса күлдәр бар — Кесе Һунакүл, Мисәш, шулай уҡ Кесе һәм Оло Киҫегәс. Оло Һунакүл ямғырлы йылдарҙа Кесе Һунакүл һәм Оло Киҫегәс менән ҡылымыҡтар ярҙамында тоташа. Күл ярҙарында Непряхино ауылы, Һунакүл ҡасабаһы, шулай уҡ Көньяҡ Урал дәүләт университетының спорт-һауыҡтырыу комплексы һәм башҡа ял итеү базалары урынлашҡан.
Административ яҡтан Непряхино ауыл биләмәһенә ҡарай.
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл атамаһы элек татарҙарҙа һәм башҡорттарҙа таралған ир-аттарҙың Һун исеменән килеп сыҡҡан, ул «һуңғараҡ», «һуңғы» тигәнде аңлата, йәки ғаиләлә бала тыуыу тәртибен сағылдыра[3].
Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл төбө ҡомло һәм ләмле. Бында ҡорман, сабаҡ, табан балыҡ, ҡарабалыҡ, алабуға, шырт балыҡ, суртан һәм карп тереклек итә. 2007 йылда күлгә рипус һәм шамбы ебәрәләр[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Большой Сунукуль . Активный отдых на Урале. Дата обращения: 19 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года.
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
- ↑ Сунукуль Большой . Reki-ozera.ru. Дата обращения: 19 май 2013.