Мисәш
Озеро | |
Мисәш | |
---|---|
Морфометрия | |
Үлсәме | 2,2 × 3 км |
Майҙаны | 4,4 км² |
Яр һыҙаты | 8,7 км |
Иң тәрән урыны | 4,5 м |
Уртаса тәрәнләк | 1,5 м |
Гидрология | |
Үтә күренеүсәнлеге | 1 м |
Урынлашыуы | |
55°00′18″ с. ш. 60°26′12″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]] | Сыбарҡүл районы |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 14010500911111200008706 | |
Мисәш — Рәсәйҙә Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы сөсө һыулы күл. Сыбаркүл ҡалаһынан 4 км алыҫлыҡта ята. Гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Силәбе ҡалаһынан 85 км көнбайышта, Сыбаркүл ҡалаһынан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 328 м. Күлдең көньяҡ ярында бер үк исемле Мисәш ауылы һәм Мисәш тимер юл станцияһы урынлашҡан.
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдә балыҡ күп. Яр буйында тороп та, кәмәнән дә балыҡ тотоп була.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо — 3 км, киңлеге — 2,2 км, яр һыҙаты буйлап оҙонлоғо — 8,78 км, иң тәрән урын — 4,5 м. Көнбайышҡ табан 2,5 километрҙа Оло Бәлеш күле урынлашҡан.
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Обитают рыбы: Суртан, сабаҡ, алабуға, ҡарабалыҡ һәм эт балыҡ йәки этеш тереклек итә.
Гидроним
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мисәш гидронимы башҡорттарҙа таралған ир-ат исеме Мисәштән барлыҡҡа килгәндер тигән фараз йәшәй.
Һыуһаҡлағыстың үҙенсәлекле атамаһы уның мадьяр тамырына ишаралай. VII быуатта бында венгрҙар күсеп йөрөгән. Тап улар һыу объектына Мисәш тигән исем биреүе мөмкин. Сөнки фин-уғыр телендә күл «һаҙлама урын» тип тәржемә ителә. 1742 йылға тиклем был территорияла кеше аҙ йәшәгән.
XVIII быуаттың беренсе яртыһында алтын ятҡылыҡтары табылғандан һуң, бөтә нимә үҙгәрә. Халыҡтың тарҡау күсеп килеүе бермә-бер арта.
Айырым механизмдар, драгалар, ярҙамында тарҡау сәселгән алтын бөртөктәрен һоҫоп алып һыуҙа йыуыу ысулы менән алтын эшкәртеү эштәре Мисәш ҡасабаһының көнбайыш ситендә жные 1917 йылғы Революцияға тиклем дауам иткән.