Ораниенбаум плацдармы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ораниенбаум плацдармы
Дәүләт  Рәсәй
Урын Ломоносов (ҡала)
Башланыу датаһы 2 ноябрь 1941
Тамамланыу датаһы 14 ғинуар 1944
Карта

1941 йылдың 21 сентябрендә фронт линияһы

Ораниенбаум плацдармы (Ораниенбаумский пятачок, Приморье плацдармы, Таменгонт республикаһы, Лебяжинский республикаһы, Кесе ер) — Фин ҡултығының көньяҡ яр буйындағы өлкә, ул Бөйөк Ватан һуғышында совет ғәскәрҙәренең төп көстәренән айырылып тора һәм Ленинградты[1] обороналауҙа ҙур роль уйнай

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыштан Ораниенбаум плацдармы Керново менән сикләнгән, төньяҡтан — Фин ҡултығы менән, көнсығыштан — Иҫке Петергоф менән, көньяҡҡа табан яр буйҙарында бер нисә тиҫтә саҡрымға һуҙылған. Плацдармдың үҙәге Красная Горка фортына тура килә. Плацдармдың күләме: 65 км фронт буйлап, 25 саҡрымға тиклем киңлектә[1]. Плацдармдың көнбайыш нөктәһе — Воронок йылғаһы — СССР-ҙың вермахт ғәскәрҙәре баҫып алмаған иң көнбайыш нөктәһе булып тора.

Плацдармды обороналау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылда 8-се армия диңгеҙ пехотаһының 2-се һәм 5-с бригадалары меән берлектә, Балтик флотының яр буйы һәм караптарының артиллерияһы ярҙамын ҡулланып, 7 сентябрҙә Ленинградты баҫып алырға тырышҡан һәм бының өсөн Керново, Лубаново, Терентьево, Горлово, Порзолово, Петергоф араларында ныҡлы оборона төҙөгән немец ғәскәрҙәренең һөжүмен туҡтата. 8-се армия, Ленинградтан 42-армия көсөн ҡулланып һәм Александрия паркы районына диңгеҙ десанты төшөрөп, Ленинград менән туранан-тура бәйләнеште тергеҙеүгә йүнәлтелгән Стрельнинский-Петергоф операцияһы уңышһыҙ килеп сыға.

Плацдармдан 8-се армияның төп көстәре киткәндән һуң, уны ҡулда тотоп тороу өсөн 19-сы уҡсылар корпусы базаһында фронттың Диңгеҙ буйы оператив төркөмө (генерал-майор А. Н. Астанин) булдырыла. Уның составы:

  • М. И. Калинин исемендәге 48-се уҡсылар дивизияһы,
  • 2-се һәм 5-се диңгеҙ пехотаһы бригадалары,
  • Балтик флотының яр буйы һәм һауа обронаһы һәм башҡа частарҙың берләшкән мәктәбе.

Артабан Ораниенбаум плацдармына 168-се һәм 98-се уҡсылар дивизияһы һәм башҡа хәрби частар ебәрелә. Балтик флоты плацдармдағы ҡоро ер ғәскәрҙәренә артиллерия уты менән ярҙам итә, ғәскәр һәм йөк ташый 1944 йылдың ғинуар уртаһына тиклем һөжүм башланғансы һәм совет ғәскәрҙәре соединениеларының бергә ҡушылғанына тиклем плацдарм ҡулда тора.

Әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ораниенбаум плацдармы арҡаһында совет ғәскәрҙәре Ленинград янындағы Фин ҡултығы акваторияһын контролдә тота ала һәм немец ғәскәрҙәре тылына көсөргәнеш булдыра, шулай уҡ Ораниенбаумдың тарихи мираҫын һаҡлап ҡала ала.

Ораниенбаум морононан (пятачогынан) совет ғәскәрҙәренең «Ғинуар йәшене» («Нева-2») хәрби операцияһы башланып киткән.

Командование[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1942 йылдың декабренән 1943 йылдың декабренә тиклем ғәскәр менән генерал-лейтенант В. З. Романовский командалыҡ итә, уны генерал-лейтенант И. И. Федюнинский алмаштыра. Был командир етәкселеге аҫтында алып барылған уңышлы һөжүм операцияһы барышында дошмандың оборона һыҙығы өҙөлә һәм Гостилица, Ропша, Красное Село тораҡ пункттары азат ителә, совет ғәскәрҙәренең алға табан барыуына юл асыла.

Ораниенбаум плацдармы һәйкәлдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 540-036c
рус.англ.фр.

Ораниенбаум плацдармы һәйкәлдәренең күбеһе «Зеленый пояс Славы» мемориаль комплексының бер өлөшө булып тора, ул М. А. Дудин инициативаһы менән булдырылған. Улар араһында:

йөҙ

  • «Приморье мемориалы» — Иҫке Петергофта Петродворец сәғәт заводынан бер нисә йөҙ метр көнбайыштараҡ урынлашҡан.
  • «Атака» — мемориал, бетон постаменттағы танкыға, Гостилица шоссеһының 8-с км-ында тора.
  • «Якорь» — мемориал, Гостилица шоссеһының 10-сы км-ында урынлашҡан.
  • «Ғинуар йәшене» — Порожки үҙәнендә урынлашҡан мемориал Гостилица шоссеһының 19 км-ында тора.
  • «Гостилица» — Гостилица ҡасабаһында (Гостилица шоссеһының 25 км-ында тора).
  • «Алыҫ сик» — Лопухинка ауылынан 5 км төньяҡтараҡ урынлашҡан.
  • «Ҡыйыуҙар яры» — Фин ҡултығы ярындағы Керново янында.

Дан йәшел билбауы мемориалдарына инмәгән мемориалдар:

Ломоносов ауылы урынындағы һәйкәл
Тышҡы һүрәттәр
Карта Плацдарма
Русскоязычная карта ораниенбаумского плацдарма.[2]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Объекты военные — Радиокомпас / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — С. 83. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 6).
  2. Краеведъ (FotosergS) — «Ораниенбаумский плацдарм сентябрь 1941 г.- январь 1944 г. » на Яндекс.Фотках. fotki.yandex.ru. Дата обращения: 23 ғинуар 2014.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ораниенбаумский плацдарм // Объекты военные — Радиокомпас / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 6).
  • Ораниенбаумский плацдарм // Великая Отечественная война, 1941—1945 : энциклопедия / под ред. М. М. Козлова. — М. : Советская энциклопедия, 1985. — С. 512. — 500 000 экз.
  • Гусаров А.Ю. Ораниенбаум. Три века истории. — СПб, 2011. — ISBN 978-5-93437-329-1.
  • Гусаров А.Ю. Памятники воинской славы Петербурга. — СПб, 2010. — ISBN 978-5-93437-363-5.
  • Ю. А. Дружников. По ижорской возвышенности. Путеводитель для туристов. 2019 йыл 4 апрель архивланған.
  • Горбатенко С. Б. Петергофская дорога. Историко-архитектурный путеводитель. — СПб, 2002.
  • Журавлев В. В., Митюрин Д. В., Сакса К. Б. Форпост Петербурга. Три века ратной истории Ораниенбаума-Ломоносова. — СПб, 2011. — ISBN 978-5-903984-26-8.
  • Журавлёв В. В., Ульяночкин К. Б. Улицы Ораниенбаума. Справочник. — СПб: Администрация МО г. Ломоносов, 2014. — ISBN 978-5-4386-0625-3.
  • Трибуц В. Краснознамённый Балтийский флот в разгроме противника под Ленинградом. // Военно-исторический журнал. — 1974. — № 2. — С.11-18.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]