Оргин Константин Петрович
Оргин Константин Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 10 июль 1910 |
Тыуған урыны | Төйлөгән районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР |
Вафат булған көнө | 5 октябрь 1964 (54 йәш) |
Вафат булған урыны | Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Оргин Константин Петрович (10 июль 1910 йыл — 5 октябрь 1964 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, кесе сержант, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Константин Петрович Оргин[1] 1910 йылдың 10 июлендә Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Савельевка утарында тыуған. Мордва. Тулы булмаған урта белемле.
1943 йылдан КПСС ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем колхозда эшләй. Ҡатыны — Оргина Наталья Федоровна.
Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың 28 июлендә Чкалов (Ырымбур) өлкәһенең Троицк район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1941 йылдың авгусынан.
1943 йылдың 28 июлендә яралана. 11-се уҡсылар дивизияһы штабы хәбәр итеүе буйынса 1944 йылдың 25 ғинуарында К. П. Оргин алған яраларынан вафат була[2].
1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
219-сы уҡсылар полкының 3-сө пулемёт ротаһы станоклы пулемёттың беренсе номеры (11-се уҡсылар дивизияһы, 2-се һөжүм итеү армияһы, Ленинград фронты)[3] кесе сержант К. П. Оргин 1944 йылдың 11 февралендә Нарва йылғаһын аша кисеп сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә[4].
Ленинград фронты 11 -се уҡсылар дивизияһының 17/н һанлы бойороғо менән 1944 йылдың 18 апрелендәге 219-сы уҡсылар полкы 11 -се уҡсылар дивизияһының пулемёт расчеты командиры сержант Оргин 1944 йылдың 1 мартында алышта «Максим» пулемётынан дошмандың 50-нән ашыу һалдатын һәм офицерын юҡ иткәне өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[5]. «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән,
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә,
Һуғыштан һуң колхоз рәйесе була, аҙаҡ «Башкируголь» берекмәһендә эшләй.
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1964 йылдың 5 октябрендә вафат була, Кумертау ҡалаһында ерләнгән.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«…11 февралдә 163 һәм 219 уҡсылар полкы Нарва йылғаһын һуғышып аша сыға. Йылғаны кисеп аша сығыу дошмандың көслө артиллерия минометы уты аҫтында башҡарыла.
Күпселек йөҙөп сығыу саралары дошмандың уты менән сафтан сығарыла. Тик бер нисә тултырмалы кәмәләрҙә һыу тотҡарлығын үтеп сығырға мөмкин. Дошман биләгән йылғаның көнбайыш ярына уҡсылар полкының бер офицеры етәкселегендә барлығы 18 рядовой һәм сержант төшә. Улар араһында кесе сержант Оргин да була. Ярға тотоноп, аша сыҡҡан төркөм дошман менән ҡаты алышҡа инә һәм ҙур булмаған плацдармды яулап ала һәм шунда нығына. Кесе сержант Оргин шул ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. Үҙенең пулемёт уты менән дошмандың бер нисә һөжүмен кире ҡаға. Пулемет тынғас, Оргин автоматына тотона һәм дошманды утҡа тотоуын дауам итә. Төркөм кискә тиклем тора.
Ҡараңғылыҡ төшөү менән, төркөмдө етәкләгән командир, көнсығыш яр менән бәйләнешкә инергә теләй, әммә бер ниндәй ҙә бәйләнеш саралары булмай. Шул саҡта командир кесе сержант Оргинға бурыс йөкмәтә — теләһә ниндәй саралар менән Нарва аша сығырға һәм полк командирына хәл тураһында еткерергә ҡуша.
Был бойороҡто үтәгәндә, кесе иптәш сержант Оргин, өҫтөндәге ҡыҫҡа тунын һәм быймаларын сисеп ташлап, боҙло һыуға ташлана һәм йөҙөп китә. Нисек кенә булһа ла командирҙың бойороғон үтәү һәм ихтыяр көсө һыу кәртәләрен еңеп сығырға ярҙам итә. Һыуыҡтан өшөп туңып, Оргин көнсығыш ярҙа урынлашҡан команда пунктына барып етә һәм көнбайыш ярҙағы хәл тураһында еткерә, шулай уҡ уңайлы кисеү урындары тураһында хәбәр итә. Шул уҡ төндә ошо мәғлүмәттәр буйынса көнбайыш ярға шәхси составтың байтаҡ төркөмөнөң аша сығыуы ойошторола, ул баҫып алған плацдармды бөгөнгө көнгә тиклем тота…».
К. П. Оргинға 1944 йылдың 5 октябрендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Шулай уҡ К. П. Оргин 1944 йылдың 1 мартында батырлыҡ күрһәтә. Үҙҙәренең биләгән дзоттарынан һәм доттарынан ырғып сығып ҡасып барған бер фрицҡа ла Оргин пулемёт уты менән ҡасырға мөмкинлек бирмәй. Был һуғышта К. П. Оргин дошмандың 50-нән ашыу һалдатын юҡ итә. Немец-илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн кесе сержант К. П. Оргин 1944 йылдың 12 апрелендә 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[6].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Герой исеме менән Башҡортостан Республикаһының Күмертау һәм Нарва (Эстония) ҡалаларында урамдар аталған. Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Екатеринославка ауылында К. П. Оргин уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (05.10.1944)[7].
- Ленин ордены (05.10.1944).
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (18.04.1944)[8].
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы.
- «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Республиканский музей боевой Славы. Оргин Константин Петрович . Дата обращения: 22 март 2013. Архивировано 8 апрель 2013 года. 2016 йыл 17 август архивланған.
- ↑ Память народа :: Донесение о безвозвратных потерях :: Оргин Константин Петрович, 25.01.1944, умер от ран,. pamyat-naroda.ru. Проверено 4 января 2016.
- ↑ Память народа :: Донесение о безвозвратных потерях : Оргин Константин Петрович, , ,. pamyat-naroda.ru. Проверено 4 января 2016.
- ↑ Память народа :: Документ о награде :: Оргин Константин Петрович, Герой Советского Союза (Орден Ленина и медаль «Золотая звезда»). pamyat-naroda.ru. Проверено 4 января 2016.
- ↑ Память народа :: Документ о награде :: Оргин Константин Петрович, Орден Красной Звезды. pamyat-naroda.ru. Проверено 4 января 2016.
- ↑ Оргин Константин Петрович, Орден Красной Звезды :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Проверено 8 мая 2018.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 103/35, л. 10/324, 325).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1015, л. 23, 24).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Оргин Константин Петрович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2020)
- Оргин Константин Петрович . «Герои страны» сайты.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 10 июлдә тыуғандар
- 1910 йылда тыуғандар
- Төйлөгән районында тыуғандар
- 5 октябрҙә вафат булғандар
- 1964 йылда вафат булғандар
- Башҡортостанда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышы пехотасылары
- Күмертауҙа вафат булғандар
- Башҡортостан шәхестәре