Орлова Елена Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Орлова Елена Михайловна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 18 (31) март 1908
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Кострома
Вафат булған көнө 1985
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Ярославль
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Санкт-Петербург консерваторияһы[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург консерваторияһы[d]
Ғилми дәрәжә сәнғәт фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Грубер, Роман Ильич[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Орлова Елена Михайловна (5 (18) март 1908, Кострома1985, Ярославль) — совет музыка белгесе, сәнғәт фәндәре докторы (1968), профессор (1969).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Елена Орлова 1908 йылдың 5 (18) мартында Кострома ҡалаһында тыуған[1]. Кострома музыка техникумын тамамлай[2]. 1939 йылда Ленинград консерваторияһының тарихи-теоретик факультетын, ә 1942 йылда — Р. И. Грубер етәкселеге аҫтында консерваторияның музыка тарихы буйынса аспирантураһын тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Кострома музыка мәктәбендә уҡыта[2]. 1946—1949 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында музыка тарихын уҡыта[1]. 1949—1950 йылдарҙа Клин ҡалаһында П. И. Чайковскийҙың дәүләт йорт-музейында фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 1950—1974 йылдарҙа Ленинград консерваторияһына уҡыта, урыҫ музыкаһы тарихы кафедраһы мөдире була[3]. 1974—1977 йылдарҙа Урал консерваторияһында уҡыта.

1946 йылда «Романсы Чайковского» темаһына диссертация яҡлап, сәнғәт фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала. 1968 йылда «Б. В. Асафьев. Путь исследователя и публициста» темаһына диссертация яҡлап, сәнғәт фәндәре докторы дәрәжәһен ала. 1953 йылда доцент, 1969 йылда — профессор исемен ала. Елена Орлованың хеҙмәттәре башлыса Б. В. Асафьевтың ижадына һәм рус музыкаһы тарихына арналған[1].

Һуңғы йылдарҙа Ярославлдә йәшәгән[3].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Романсы П. И. Чайковского. М. — Л., 1948;
  • Автографы П. И. Чайковского в архиве Дома-музея в Клину. Справочник (совм. с К. Давыдовой и Г. Фрейдлинг), вып. 1. М. — Л., 1950;
  • Композитор и слушатель- одна из ведущих тем в работах Б. В. Асафьева, в кн.: Памяти академика Бориса Владимировича Асафьева…, М., 1951;
  • Дом-музей П. И. Чайковского в Клину. Путеводитель (совм. с И. Соколинской). М., 1953;
  • П. И. Чайковский. Л., 1953;
  • Мысли Н. А. Римского-Корсакова об анализе музыкальных произведений, в кн.: Н. А. Римский-Корсаков и музыкальное образование. Статьи и материалы, Л., 1959;
  • Б. А. Асафьев. Путь исследователя и публициста. М., 1964;
  • Работа Б. В. Асафьева над теорией интонации, в сб.: Интонация и музыкальный образ. Статьи и исследования музыковедов Советского Союза и других социалистических стран, М., 1965;
  • Новаторские тенденции в тематике русского музыкального искусства начала XX века, в кн.: Русская музыка на рубеже XX века, М. — Л., 1966;
  • Некоторые вопросы специфики музыкального искусства в теории интонации Асафьева, в кн.: Музыка в социалистическом обществе, Л., 1969;
  • Лекции по истории русской музыки. М., 1977.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Орлова Елена Михайловна // Музыкальная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор. Под ред. Ю. В. Келдыша. 1973—1982
  2. 2,0 2,1 Орлова Елена Михайловна // Детская музыкальная школа № 1 им. М. М. Ипполитова-Иванова города Костромы
  3. 3,0 3,1 Елена Михайловна Орлова // Официальный сайт Санкт-Петербургской государственной консерватории имени Н. А. Римского-Корсакова