Эстәлеккә күсергә

Орфинский Вячеслав Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Орфинский Вячеслав Петрович
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 апрель 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Петрозаводск, Автономная Карельская ССР[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 сентябрь 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (95 йәш)
Һөнәр төрө архитектор
Эшмәкәрлек төрө история архитектуры[d], архитектура һәм этнография
Эш урыны Петрозаводск дәүләт университеты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы)
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә архитектура докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Орфинский Вячеслав Петрович Викимилектә

Орфинский Вячеслав Петрович (1929 йыл) — архитектура докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының Архитектура һәм төҙөлөш фәндәре ғәмәли ағзаһы, Урыҫ Төньяғының халыҡ ағас төҙөлөшө буйынса белгес.

Орфинский Вячеслав Петрович 1929 йылда тыуа. 1948 йылда Петрозаводск архитектура техникумын тамамлағандан һуң, Мәскәү архитектура институтында уҡый.

Институтты тамамлағас, 1954 йылдан 1970 йылға тиклем Петрозаводск ҡалаһында «Карелгражданпроект» проект институтында эшләй

19621975 йылдарҙа — РСФСР Архитекторҙар союзының Карелия бүлексәһе рәйесе.

1970 йылда Петрозаводск дәүләт университетында конструкция һәм архитектура, архитектура һәм графика кафедраларында уҡыта. 1997 йылдан — Петрозаводск дәүләт университетының Халыҡ ағас төҙөлөшө сәнғәте проблемалары ғилми-тикшеренеү институты директоры.

Архитектура һәм этнография сигендә этноархитектураны өйрәнеү фәнни йүнәлешен булдырыусы. Эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлешенең береһе булып халыҡ ағас төҙөлөшөн һәм уның үҫешен дисциплина-ара ҡараш ҡулланып киң ҡырлы тикшереү өсөн берҙәм методологик база булдырыу тора. Ҡаланың тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу өсөн чиновниктарҙың башбаштаҡлығына ҡаршы көрәшә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән юүлкләнә (1997). Карелия АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре исеменә лайыҡ була (1989). Карелия АССР-ының (1984, 1988) һәм Карелия Республикаһының (2006) Дәүләт премиялары лауреаты. Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004), Бөтә Рәсәй Тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау йәмғиәтенең почетлы ағзаһы, Петрозаводскиҙың почетлы гражданы (2014).

Ватан һәм сит ил баҫмаларында 230-ҙан ашыу фәнни, фәнни-популяр һәм публицистик эштәр, шул иҫәптән — 11 монография, 5 коллектив монография авторы.

  • Деревянное зодчество Карелии. Л., 1972;
  • Вековой спор. Типы планировки как этнический признак (на примере поселений Русского Севера) // Советская этнография. 1989. № 2;
  • Загадки храмов Софии — Премудрости Божией // Архитектура в истории русской культуры. М., 1996;
  • Народное деревянное культовое зодчество Российского Севера (истоки и импульсы развития) // Архитектурное наследство. М., 1996. Вып. 41; * К вопросу о типологии этнокультурных контактов в сфере архитектуры (на примере Российского Севера) // Фольклорная культура и её межэтнические связи в комплексном освещении. Петрозаводск, 1997;
  • Село Суйсарь: история, быт, культура. Петрозаводск, 1997 (в соавт.);
  • Некрокультовые сооружения Российского Севера в контексте христианско-языческого синкретизма // Народное зодчество. Петрозаводск, 1998.
  • Логика красоты //Карелия, 1982
  • Закономерности развития архитектуры // Стройиздат, 1987
  • Ҡатыны — Орфинская Раиса Ивановна (Полякова) (1931)
  • Ҡыҙы — Орфинская Ольга Вячеславовна (1958), СССР һәм Рәсәй тарихсыһы.
  • Улы — Орфинский Андрей Вячеславович (1956)
  • Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 2: К — П. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2009. С. 330—464 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0125-4 (т. 2)

ровичу Орфинскому — 85!

  1. Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.