Осер (футбол клубы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Осер
Нигеҙләү датаһы 1905
Рәсми атамаһы Association de laJeunesse Auxerroise
Ҡушамат AJA
Етәксе Guy Cotret[d]
Дәүләт Flag of France.svg Франция
Тренер Jean-Marc Furlan[d]
Лигала уйнай Чемпионат Франции по футболу - Лига 2[d]
Домашний стадион Аббе-Дешам[d]
Спорт төрө Футбол
Милке Аббе-Дешам[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Осер
Рәсми сайт aja.fr
Категория игроков команды [d]
Commons-logo.svg Осер Викимилектә

«Осер» (франц. Association de la Jeunesse Auxerroise) — француз футбол командаһы, ул 2-се Лигала ҡалаһы исеменән сығыш яһай. Барлыҡҡа килеүе —1905 йыл. Клубтың йорт стадионы — «Аббе-Дешам», ул Йонна йылғаһы ярында урынлашҡан һәм 24 493 тамашасыны һыйҙыра. 1996 йылда Франция чемпионы.

«Осер»командаһының Франция һәм Европала уңышлы сығыш яһауы аҙ халыҡлы бәләкәй ҡала өсөн (40 мең кеше) бер ниндәй бәхәсһеҙ рәүештә ҙур ҡаҙаныш булып тора. 1980 йылдан алып клуб 1-се Лигала уйнап килә. Был уңыштар күп йәһәттән тренер Ги Ру эшмәкәрлеге менән аңлатыла, 40 йылдан ашыу клубты ул етәкләй. 2006/07 йылдар миҙгелендә «Нант» клубы 2-се Лигаға төшкәс, «Осер» клубы Францияның Юғары дивизионында гелән беренсе булып уйнай, ләкин 2011/12 миҙгелендә «Осер» 1-се Лигала һуңғы урынды биләй. 2012 йылдың 12 майында Марселдең «Олимп» командаһынан еңелгәндән һуң клубтың Юғары дивизионда уйнау өмөтөн өҙөлә. Киләһе «Монпелье» менән уйнаған саҡта көйәрмәндәр уларҙы помидор менән бәргеләй.

2010/11 йылдар миҙгелендә «Осер» квалификацион раундта - Петербург ҡалаһының «Зенит» командаһын еңә[1] .

Шулай уҡ «Осер» үҙенең футбол академияһы менән данлыҡлы. Был академия Францияның иң яҡшы академияларының береһе булып һанала. Бында билдәле уйынсыларҙы сығарғандар, мәҫәлән Базиль Болив, Диомед Бернар, Эрик Кантон, Филипп Мексес, Бакари Санья,ДжибрильСиссе, Жан-Марк Феррери һәм башҡа күптәр.

Статистика буйынса, 1-се Лигала һуңғы урынды биләгән командалар араһында 1932/33 миҙгеленән башлап «Осер» 2011/12 миҙгелендә гол/туп үткәреү айырмаһы буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә: -0,289 (-11 тапҡыр 38 уйында)[<span style="" title="не указан источник на утверждение (8 июля 2016)">сығанаҡ 929 көн күрһәтелмәгән</span>].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Милли[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1-се Лига
  • Чемпион (1): 1995/96
  • Бронза призер (5): 1983/84, 1990/91, 1993/94, 2001/02, 2009/10
Франция Кубогы
  • Яулаусы (4): 1993/94, 1995/96, 2002/03, 2004/05
  • Финалсы (2): 1978/79, 2014/15
Франция Суперкубогы
  • Финалсы (2): 2003, 2005

Халыҡ-ара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уефа кубогы
  • Ярымфиналсы (1): 1992/93
Интертото Кубогы
  • Эйәһе (2): 1997, 2006
  • Финалсы (1): 2000

Ағымдағы составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Позиция Исем Тыуған йылы
1 Флаг Франции Ҡапҡ. һаҡ. Захари Буше 1992
4 Флаг Франции Яһ Микел Баррето 1991
5 Флаг Мавритании Һаҡ Абдул Ба 1994
6 Флаг Франции Яһ Браим Конате 1996
7 Флаг Франции Һөж Ибраим Сангаре 1994
8 Флаг Бенина Һаҡ Йордан Адеоти 1989
9 Флаг Франции [[Нападающий (футбол)|Һөж 1990
10 Флаг Польши Яһ Людовик Обраньяк 1984
11 Флаг Франции Һөж Флориан Айе 1997
15 Флаг Португалии Һаҡ Марко Рамос 1983
17 Флаг Алжира Һаҡ Карим Джеллаби 1982
Позиция Исем Тыуған йылы
18 Флаг Гвинеи Һөж Мохамед Яттара 1993
19 Флаг Франции Һөж Линель Китамбала 1988
20 Флаг Франции Һаҡ Эрик Маресте 1984
22 Флаг Того Яһ Пренс Сегбефья 1991
23 Флаг Франции Яһ Николя Гавори 1995
24 Флаг Камеруна Һаҡ Жовани Чуача 1994
26 Флаг Словении Нап Иван Фирер 1984
27 Флаг Франции Яһ Тома Монкондюи 1991
28 Флаг Швеции Яһ Николя Стерк 1993
29 Флаг Буркина-Фасо Һөж Сулейман Савадого 1993
30 Флаг Франции Ҡапҡ. һаҡ. Донован Леон 1992

Билдәле уйынсылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Франция флагы Ангбар Седрик
  • Франция флагы Лоран Бл
  • Франция флагы Базиль Боли
  • Франция флагы Жан-Бумсонг Алена
  • Франция флагы Стефан Гиварш
  • Франция флагы Диомед Бернар
  • Франция флагы Жан-Жорес Себастьян
  • Франция флагы Ҡабул Юнес
  • Франция флагы Эрик Кантон
  • Франция флагы Оливье Капо
  • Франция флагы Сабри Лямуша
  • Франция флагы Филипп Мексес
  • Франция флагы Жан-Миньо Паскаль
  • Франция флагы Педретти Бенуа
  • Франция флагы Санья Бакари
  • Франция флагы Джаври Сиссе
  • Франция флагы Жан-Марк Феррери
  • Франция флагы Шейру Бенуа
  • Флаг Бельгии Луиджи Пьерони
  • Флаг Бельгии Энцо Шифо
  • Дания Томас Каленберг
  • Флаг Кении Денис Олиеч
  • Мали Адам Кулибали
  • Нигерия Уэст Тарибо
  • Польша Дариуш Дудка
  • Польша Иренеуш Елень
  • Польша Вальдемар Матысик
  • Польша Шар Анджей
  • Флаг Румынии Даниэль Никулаэ
  • Флаг Румынии Габриэль Тамаша
  • Flag of Finland.svg Темо Тайнио
  • Флаг Швейцарии Грихтинг Штефан

Билдәле тренерҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Франция флагы Ги Ру (1961—1962, 1964—2000, 2000—2005)
  • Франция флагы Жак Сантини (2005—2006)
  • Франция флагы Жан Фернандес (2006—2011)
  • Франция флагы Лоран Фурнье (2011—2012)
  • Франция флагы Жан-Ги Валлем (2012)
  • Франция флагы Бернар Казони (2012—2014)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]