Осипов Максим Ильич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ice hockey puck.svg
Максим Осипов
200px
Позиция

Һаҡсы

Буйы

188 см

Ауырлығы

86 кг

Ҡулсыр

Уң

Гражданлығы

Рәсәй флагы Рәсәй

Тыуған көнө

31 август 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (24 йәш)
Ярославль, Рәсәй

МХЛ драфты

Һайланмай

Карьера
2010—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
2010—2011 Рәсәй флагы ТХК
2011—2013 Рәсәй флагы Локо
2011—2013 Рәсәй флагы Локомотив
2013—2016 Рәсәй флагы Саров
2013—2017 Рәсәй флагы Торпедо
2017—ә.в. Рәсәй флагы Салауат Юлаев

Осипов Максим Ильич (31 август 1993, Ярославль, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Ярославлдән «Локомотив» хоккей клубының тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Өфөнән Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» хоккей клубының уйынсыһы.

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Максим хоккей менән Ярославлдә «Локомотив» хоккей клубының мәктәбендә шөғөлләнә башлай. Тик профессиональ карьераһын ул Тверь ҡалаһында башлана. 2010/11 йылдар миҙгелендә ТХК составында беренсе лигала Үҙәк дивизионының даими чемпионатында 16 осрашыуҙа бер мәрәй йыя. Ә плей-оффта бер уйын да үткәрмәһә лә, Максим командаһы менән бергә бронза миҙалдарҙы еңә. Шулай уҡ ул ЙХЛ квалификациялы турнирында «Шериф» хоккей клубы составында ҡатнаша.

«Локомотив» (2011—2013)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылда ул кире Ярославлгә ҡайта. «Локомотив» төп командаһы 7 сентябрҙә авиаһәләкәткә осрағас, КХЛ-дың шул миҙгелендә Ярославлдән команда булмай. Ул Юғары хоккей лигаһында сығыш яһай. Шунда Максим 21 осрашыуҙа 2 (1+1) мәрәй йыя. «Локомотив» Көнбайыш конференцияһында өсөнсө урынды яулай. Плей-оффта ВМФ командаһын ота (3-2), ә артабан Пензанан «Дизель» хоккей клубына еңелә. Максим плей-оффтың дүрт уйынында бер мәрәй ҙә йыймай. Шулай уҡ ул «Локо» составында ЙХЛ чемпионатында ҡатнаша. Осипов 36 осрашыуҙа 5 (1+4) мәрәй йыя.

Киләһе миҙгелдә «Локомотив» КХЛ-ға кире ҡайта һәм ЮХЛ-да үҙенең фарм-клубын ҡалдыра. Шунда Максим даими чемпионаттың 46 уйынында ҡатнаша, ә «Локомотив» 10-сы урынды ала. Плей-оффта Ярославль командаһы тәүге раундта Воронеждан «Буран» хоккей клубына 2-3 иҫәбе менән серияла отола. Шундағы дүрт уйында Максим бер һөҙөмтәле пас бирә. Шул уҡ йылда ул ЙХЛ-да «Локо» өсөн 17 осрашыуҙа 5 (2+3) мәрәй йыя.

«Торпедо» (2013—2017)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың йәйендә Максим Ярославлдән Түбәнге Новгородтағы «Торпедо» хоккей клубының системаһына күсә. 2014 йылдың 26 февралендә ул КХЛ-да тәүге уйынын үткәрә. Шул көндә «Торпедо» Өфөлә «Салауат Юлаев» командаһына өҫтәмә ваҡытта 1:2 иҫәбе менән отола. Тағы был лигала ул ике уйын үткәрә. Ә миҙгел башынан күбеһенсә ул фарм-клубта «Саров» хоккей клубында 35 осрашыуҙа 6 (1+5) мәрәй йыя. Команда даими миҙгелдә 20-се урынды яулай һәм плей-оффҡа эләкмәй. Ә киләһе йылды Максим тулыһынса КХЛ-да үткәрә. 25 сентябрҙә КХЛ-да тәүге мәрәйен йыя, ә бөтәһе шул йылда ул даими миҙгелдең 40 осрашыуында 3 тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. «Торпедо» Көнбайыш конференцияһында 7-се урынды яулай һәм беренсе раундта буласаҡ чемпионға СКА-ға еңелә. Максим Гагарин кубогының бер уйынында ғына ҡатнаша.

2015/16 йылдар миҙгелендә ул күберәк «Торпедо» өсөн уйнай. 17 октябрҙә Максим КХЛ-да тәүге шайбаһын керетә, ә даими миҙгелдең 40 уйынында 12 (5+7) мәрәйгә өлгәшә. Осипов плей-оффта командаһының бөтә 11 осрашыуында ла ҡатнаша һәм 5 (1+4) тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. «Торпедо» Көнбайыш конференцияһының ярымфиналында ЦСКА-ға отола. Бынан тыш, Максим ЮХЛ-да «Саров» өсөн һигеҙ уйын үткәрә. 2016/17 йылдар миҙгелендә ул КХЛ-да ғына уйнай. 26 ноябрҙә ул КХЛ-да тәү тапҡыр уйын аҙағына тиклем штраф менән язалана[1]. Шуның өсөн ул бер уйынға дисквалификация ала[2]. КХЛ даими чемпионатының 58 осрашыуында ул 16 (7+9) мәрәй йыя. Ә Гагарин кубогында «Торпедо» беренсе раундта Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубына отола. 2017 йылдың 26 апрелендә Максим Осипов «Торпедо» менән ике йылға килешеүен оҙонайта[3].

«Салауат Юлаев» (2017—ә.в.)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Торпедо» менән яңы контракт төҙөһә лә, Максимды Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы беренсе майҙа аҡсалата компенсацияға алмаштыра[4]. Яңы командала Максим үҙенә 21-cе һанды ала[5].

Рәсәй йыйылма командаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылда Максим тәү тапҡыр Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырыу ала. Рәсәй командаһы Финляндияла үткән турнирҙа өсөнсө урынды яулай, ә Максим өс уйында ҡатнаша. Киләһе тапҡыр ул «Санкт-Петербург Ҙур бүләге» турнирында ҡатнашырға саҡырыла. Шунда Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы өсөнсө урынды яулай, ә Осипов өс уйында бер һөҙөмтәле пас бирә[6]. Киләһе тапҡыр ул 2016 йылда Еврохоккейтурҙың Беренсе канал кубогында Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уйнай. Шунда бер уйында ҡатнаша. Тағы ла февралдә ул Швеция хоккей уйындарында өс осрашыуын да үткәрә, ә Рәсәй командаһы шул турнирҙы еңә.

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғы яңыртыу: 14 май 2017
Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М +/- Штр У Г П М +/- Штр
2010/11 ТХК Беренсе лига 10 0 1 1 - 0 - - - - - -
2010/11 Шериф ЙХЛ 3 0 0 0 0 2 - - - - - -
2011/12 Локо ЙХЛ 36 1 4 5 +14 22 - - - - - -
2011/12 Локомотив ЮХЛ 21 1 1 2 0 10 4 0 0 0 -2 0
2012/13 Локо ЙХЛ 17 2 3 5 -5 24 - - - - - -
2012/13 Локомотив ЮХЛ 46 0 0 0 -7 16 4 0 0 0 2 0
2013/14 Саров ЮХЛ 35 1 6 7 4 8 -- -- -- -- -- --
2013/14 Торпедо КХЛ 3 0 0 0 -1 0 0 0 0 0 0 0
2014/15 Торпедо КХЛ 40 0 3 3 -3 10 1 0 0 0 -1 0
2015/16 Торпедо КХЛ 40 5 7 12 11 16 11 1 4 5 0 8
2016/17 Торпедо КХЛ 58 7 9 16 14 53 5 0 1 1 -2 2
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ
Бөтәһе ЙХЛ-да 53 3 7 10 9 46 - - - - - -
Бөтәһе ЮХЛ-да 110 4 8 12 -2 38 8 0 1 1 -3 2
Бөтәһе КХЛ-да 141 12 19 31 21 79 17 1 5 6 -3 10

Ҡаҙаныштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында бронза миҙалсы — 2010/11.
  • Швеция хоккей уйындарында беренсе урын — 2017.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]