Осокина Антонина Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Осокина Антонина Павловна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 20 май 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Грачевка районы
Вафат булған көнө 25 февраль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (88 йәш)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Осокина Антонина Павловна (20 май 1926, Старояшкино ауылы, Грачевка районы, Ырымбур өлкәһе — 25 февраль 2015) — совет партия эшмәкәре, ауыл хужалығы производствоһын ойоштороусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Чкалов ауыл хужалығы институтын тамамлай. Кваркено районының Киров исемендәге совхозында, Новосергиевка районының Электрозавод исемендәге совхозында, Матвеевка районының «Сарай-Гирский» совхозында, Новоорск районының «Ириклинский» совхозында эшләй. 1963—1965 йылдарҙа — Гай районының «Прогресс» совхозы директоры.

1965—1972 йылдарҙа Грачёвка районы башҡарма комитеты рәйесе. 1972—1991 йылдарҙа — КПСС-тың Сорочинск район комитеты беренсе секретары .

1975 йылдағы ҡоролоҡ ваҡытында уның талантлы етәксе сифаты асыла. Ул ваҡытта Ырымбур өлкәһенең күп кенә райондарында мал һуя башларға мәжбүр булалар, сөнки уларға ашатырға бер нәмә лә булмай, ә Осокина төбәктән ситтә мал аҙығы әҙерләү ойоштора. Ул етәкселек иткән осорҙа районда һөт һәм ит етештереү һиҙелерлек арта, мал һаны күбәйә. Күп тапҡыр район өлкә социалистик ярышында еңеп сыға.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләткә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу буйынса биш йыллыҡ планды ваҡытынан алда (4 йыл эсендә) үтәгәне өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә (1976).

- Ленин ордены,

- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,

- «Почёт Билдәһе» ордены,

- «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы,

- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы һәм башҡалар.

Ырымбур өлкәһе Сорочинск районының почетлы гражданы.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Осокина Антонина Павловна. «Герои страны» сайты.