Эстәлеккә күсергә

Остеофит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Остеофит
Бында килтерелгән өлгөлә ҡабандың терһәк һөйәгендәге ҙур булмаған сикке остеофиттар (уҡтар) processus anconeus.
Бында килтерелгән өлгөлә ҡабандың терһәк һөйәгендәге ҙур булмаған сикке остеофиттар (уҡтар) processus anconeus.
МКБ-10

M25.725.7, M77.977.9

МКБ-9

726.91726.91

DiseasesDB

18621

MeSH

D054850

 Остеофит Викимилектә

Остеофит (от бор. грек. ὀστέον — һөйәк, һәм φυτόν үҫеү) — патологик үҫеш (экзостозы), ул быуындар ситендә барлыҡҡа килә. Уны тарамыш (сухожилие) менән яры (связка) беркетелгән урында барлыҡҡа килгән һөйәкле суҡаҡтар (выступы) йәки энтезофит менән бутамаҫҡа кәрәк. Остеофит, күп кенә айырымлыҡтары булһа ла, экзостоздан һәр ваҡыт нимәһе менәндер айырылып тормай[1]Остеофиттар ғәҙәттә быуындар эсендә, йәғни быуындар капсулаһында була.[2]. Ҡағиҙә булараҡ, был деформация көсөргәнешенә дусар булған йәки алмашыу боҙолоуы арҡаһында һөйәктең ситке үҫеше кальций һөйәк туҡымаһында. Ғәҙәттә остеофиттарҙың үҫеше хәрәкәтсәнлектең сикләнеүе һәм ауыртыуҙың үҫеше менән оҙатыла. Остеофиттың тарҡалыуы һәм өҙөлөүе быуында хәрәкәттең (быуындар сысҡаны) тотҡарланыуына килтереүе мөмкин.

Остеофиттар эволюция процесында емерелә барған быуынды тулыһынса регенерациялау мөмкин булмағалыҡтан, уның хәрәкәтен сикләү, артабанғы емерелеүен тотҡарлау яғынан хатта файҙалы ла булып сыға.

Тәндең бер өлөшө хәрәкәт итә алмаҫлыҡ хәлгә етерлек үҫешергә лә мөмкин.

Умыртҡа бағанаһының бил тәңгәле спондилёзы остеофиттарын күрһәткән рентген

Һөйәктәрҙең формалашыу процестары ҡартайыу, дегенерация, механик тотороҡһоҙлоҡ һәм ауырыуҙар (мәҫәлән, һөлдәнең диффуз идиопатик гиперостозы) менән бәйле. Остеофиттарҙың барлыҡҡа килеүен классик рәүештә бындай процестарҙа эҙмә-эҙлекле һәм ситләтелгән үҙгәрештәр менән бәйләйҙәр. Йыш ҡына остеофиттар остеоартрит менән ауырыған быуындарҙа зарарланыу һәм шешеүҙән туҙыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Кальцификация һәм яңы һөйәк үҫеүе шулай уҡ быуындарҙың механик зарарланыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килергә мөмкин.[3] Башлыса остеофиттар аяҡ (атап әйткәндә, үксә шпорҙары) һәм ҡул һөйәктәрендә барлыҡҡа килә. Остеофит ҡайһы бер ауырыуҙар менән бергә барған патологик процестың (мәҫәлән остеомиелит йәки диабет) эҙемтәһе булыуы мөмкин.

Патофизиологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Остеофиттар зарарланған быуындың өҫкө йөҙ майҙаны артыуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Йыш ҡына был артрит башланыу менән күҙәтелә. Остеофиттар ғәҙәттә быуындарҙың хәрәкәтсәнлеген сикләй һәм ғәҙәттә ауыртыу тыуҙыра.[4]

Остеофиттар йәш барыу ыңғайына тәбиғи рәүештә умыртҡа һөйәгенең артҡы йөҙөндә барлыҡҡа килә һәм умыртҡа һөйәгенең деградацияһының клиник билдәһе булып тора. Был осраҡта остеофиттар ғәҙәттә арҡа ауыртыу сығанағы түгел, ә төп проблема билдәһе булып тора. Әммә остеофиттар умыртҡа һөйәгенән тәндең башҡа өлөштәренә киткән нервыларҙы зарарландырыуы мөмкин. Был бәрелеш ҡулдарҙа һәм аяҡтарҙа ауыртыу, нервылар үҙҙәренең дерматын һиҙгерлек менән тәьмин иткәнлектән, шулай уҡ уларҙа ойоуҙо йәки сәнсеп-сәнсеп алыуҙы һиҙемләүгә килтереүе мөмкин. [4]

Ҡул һәм аяҡ бармаҡтарының остеофиттары Геберден төйөндәре (әгәр улар дисталь фаланга-ара быуында булһа) йәки Бушар төйөндәре (әгәр проксималь фаланга-ара быуындарында булһа) булараҡ билдәле.

Ғәҙәттә симптомһыҙ осраҡтар дауаланмай. Дауалау талап ителгән осраҡтарҙа ике типик вариант — шешеүгә ҡаршы стероид булмаған препараттар һәм хирургик интервенция тәҡдим ителә.

  1. The Medico-chirurgical Review and Journal of Medical Science (ингл.). Burgess and Hill (1 ғинуар 1844). Дата обращения: 7 декабрь 2020. Архивировано 25 июнь 2021 года.
  2. (2005) «The ultrastructure of the peri-articular osteophytes - an evaluation by scanning electron microscopy.». West Afr J Med 24 (2): 147–50. DOI:10.4314/wajm.v24i2.28186. PMID 16092317.
  3. Nathan M, Pope MH, Grobler LJ (Aug 1994). «Osteophyte formation in the vertebral column: a review of the etiologic factors--Part II». Contemporary Orthopaedics 29 (2): 113–9. PMID 10150240.
  4. 4,0 4,1 Bone spurs 2008 йыл 28 октябрь архивланған. MayoClinic.com