Эстәлеккә күсергә

Осьмак Татьяна Яковлевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Осьмак Татьяна Яковлевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 август 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Осьмаков[d], Острогожский уезд[d], Воронеж губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 июль 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Алексеевский район[d], Белгород өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Осьмак Татьяна Яковлевна (18 август 1927 йыл — 31 июль 1991 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Белгород өлкәһе Алексеевский районының «Тоғро юл» колхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Татьяна Яковлевна Осьмак 1927 йылда Осьмаки утарында, хәҙер Белгород өлкәһенең Алексеевский районында тыуған.

Ауыл мәктәбенең алты синыфын тамамлағас, йәштәр ялан бригадаһының «Крәҫтиән» колхозына эшкә урынлаша.

1942 йылда мәктәпте тамамлай. Белгород өлкәһе Алексеевский районының «Тоғро юл» колхозына эшк урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда эшләй. Сусҡа ҡараусы, быҙау ҡараусы була, сөгөлдөр үҫтерә. 1956 йылда ошо уҡ хужалыҡта һауынсы булып эшләй. Үҙ төркөмөндә юғары һөт һауып ала[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән ауыл хужалығы һәм малсылыҡта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн Осьмак Татьяна Яковлевнаға Ленин ордены һәм "«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Ауыл хужалығында артабан эшләүен дауам итә. 1972 йылдан алып 1982 йылға тиклем «Дуҫлыҡ» һөт-тауар фермаһында мөдир булып эшләй. Район һәм ауыл Советтары депутаты итеп һайлана. Колхозсыларҙың III Бөтә Союз съезында ҡатнаша.

1991 йылдың 31 июлендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]