Павлова Нина Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Павлова Нина Владимировна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 27 ноябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (111 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө геолог
Уҡыу йорто Урал дәүләт тау университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Первооткрыватель месторождения

Павлова Нина Владимировна (27 ноябрь 1910 йыл — ?) — тау инженер-геологы, Чапин сәсмә алтын ятҡылығын асыусы (Төньяҡ Урал).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1910 йылдың 27 ноябрендә Өфө ҡалаһында эшсе-слесарь ғаиләһендә тыуған. 1916 йылда уларҙың ғаиләһе Барнаул ҡалаһына күсә.

Урта мәктәпт тамамлағандан һуң 1928—1930 йылдарҙа икмәк заводында садчица булып эшләй, бер үк ваҡытта 1929 йылдан Барнаул округ халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағындағы юғары техник уҡыу йорттарына әҙерлек курсында уҡый. 1930 йылда Свердловск тау институтына уҡырға инә, уны «Геологические поиски и съемка» һөнәре буйынса уңышлы тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1935—1936 Урал геология тресының Алапаев хромиттарға геология-разведка партияһында прораб булып эшләй.

1936—1940 «Уралзолото» тресының геология-разведка бүлегендә геоморфологик партия начальнигы.

1940—1945 Урал геология идаралығында марганец геология-эҙләү партияһы начальнигы, геология-төшөрөү партияһы етәксеһе булып эшләй.

1945—1958 «Уралзолото» тресында һибелмә алтын эҙләү-разведка партияһының өлкән геологы,

1959—1965 Урал геология идаралығында Норматив-эҙләнеү партияһының өлкән геологы.

1965 йылдан алып алып хаҡлы ялда.

1950 йылдарҙа Төньяҡ Уралда Чапин һибелмә алтын ятҡылығын разведкалай. 1978 йылдың март айында уға Диплом һәм «Ятҡылыҡ асыусы» түш билдәһе тапшырыла.

«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (1946).

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Павлова Нина Владимировнаның исеме «Геологическая» метро станцияһы вестибюлендә «Уралды геологик өйрәнеүҙе ойоштороусылар һәм ятҡылыҡтарҙы асыусылар» мәрмәр таҡтаһына индерелгән (Екатеринбург ҡалаһы).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1946).

«Ятҡылыҡ асыусы» түш билдәһе (1978)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Энциклопедия Урала

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]