Павловск ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Павловск ҡәлғәһе — Рус батшалығы ваҡытындағы фортификация ҡоролмаһы, Рәсәйҙә беренсе тупраҡ фортификациялы ҡәлғә. Миус лиманының көньяҡ-көнсығыш ярында, Гаевка утары биләмәһендә урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Павловск ҡәлғәһенә 1697 йылдың июлендә австрия инженеры Антоний де Лаваль тарафынан Аҙау диңгеҙенең Петрушин морононда нигеҙ һалына. 1698 йылдың март айында төҙөлөш туҡтатыла. 1701 йылда ҡәлғә төҙөлөшө яңы урында, Миус лиманының тамағында башлана[1]

Рәсәйҙә беренсе тупраҡ фортификациялы ҡәлғә Үҙ планында 237х80 м тәшкил иткән дүртмөйөш һәм 4 бастион һәм йырын менән ер вал менән уратып алынған.

Павловск ҡәлғәһе — яңы типтағы фортификация ҡоролмаһының өлгөһө, уның конструктив һыҙаттары, артабан, Рәсәйҙең күп кенә ҡәлғәләре нигеҙендә ята, шул иҫәптән Петропавловский ( Санкт-Петербург), Аннинский (Старочеркасская станицаһы) һәм Дондағы Ростовҡа башланғыс биргән Изге Димитрий Ростовский ҡәлғәһе.

Павловск ҡәлғәһе Петр ретраншементының , төньяҡ-көнбайыш осонда тора. 500 кешелек гарнизонға иҫәпләнгән. Дала яғынан Троица оборонаһының икенсе линияһына инә[1].

1711 йылда Ғосман империяһы менән Прут тыныслыҡ килешеүенә ярашлы өлөшләтә емерелә[1]

1736 йылда Павловск ҡәлғәһендә генерал-фельдмаршал П.П. Лассиның ғәскәрҙәре урынлаша[1]


Әлеге көндә ҡәлғәнең ҡалдыҡтары Гаевка ауылы биләмәһендә урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Клеопатро Н. М., Киричек М. С., Назаренко И В. Павловская крепость // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 537. — ISBN 978-5-88040-064-5.