Эстәлеккә күсергә

Троица ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Троица ҡәлғәһе
Нигеҙләү датаһы 1696
Рәсем
Нигеҙләүсе Пётр I
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таганрог
Хеҙмәтләндереүсе Пётр I
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27602500?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Указания, как добраться 1-й Крепостной переулок, 46 / Полуротный переулок, 16 / улица Шевченко, 28
Современное состояние разрушенный[d]
Карта
 Троица ҡәлғәһе Викимилектә

Троица ҡәлғәһе — рус дәүләтенең фортификация ҡоролмаһы. Таганрогтың тарихы Троица ҡәлғәһенән башлана. 1698 йылда төҙөлә башлай, 1709 йылдың яҙына төҙөү нигеҙҙә тамамлана.

Троица ҡәлғәһе 1698—1711 йылдар осоронда төҙөлә һәм Троицк ҡалаһы өсөн нигеҙ булып тора[1]. Инженер фон Боргсдорф проекты буйынса, Пётр I шәхси күрһәтмәһенә ярашлы төҙөлә, Төҙөлөш 1709 йылда тамамлана[1].

Троица ҡәлғәһе бейеклеге яҡынса 8 метр булған ер валы һәм тәрәнлеге 5 метр булған 3 км оҙонлоҡтағы йырын менән уратып алынған. Үҙәктә вал хәҙерге Некрасов тыҡрығына тиклем еткән. Ҡабырға яҡтары һыныҡ һыҙыҡтар менән кәртәһе булмаған текә ярға төшә. Бында текә яр тәбиғи кәртә булып тора[1]

Крепостной валда ҡеүәтле оборона ҡоролмаларыː өс бастион, ике ярымбастион, пушкалар һәм гаубицалар менән йыһазландырылған фортификацион ҡоролма төҙөлгән. Вал буйында казематтар, дары мөгәрәптәре, казарма урынлашҡан. Ике ҡәлғә ҡапҡаһы — төньяҡ (Мәскәү, Архангельск) һәм көньяҡ (Диңгеҙ, Никольский) — ентекле һаҡланған. Ҡамау осрағына өҫтәмә кәртә булып бөтә вал буйлап киңлеге 40 метр һәм тәрәнлеге 5 метрлыҡ йырын хеҙмәт иткән[1].

Ҡәлғә территорияһы эсендә батша һарайы, палаталар, башлыҡтар өсөн йорттар, Троица сиркәүе төҙөлгән. Келәттәр, кибеттәр һәм ҡабаҡтар менән баҙар, ҡоҙоҡтар, эзбиз яндырыу өсөн мейестәр булған.

1774 йылда Аҙау һәм Таганрог казагы[2]

1711 йыл уртаһына Троица ҡәлғәһендә гарнизонды һәм ҡамау осрағында халыҡты урынлаштырыу өсөн 206 таш һәм 162 ағас ҡоролма булған. Халыҡтың төп өлөшө ҡәлғәнән ситтә, слободаларҙа йәшәгән. Троица ҡәлғәһе 1711 йылда гавандә һәм Ташбаҡа утрауындағы артиллериянан тыш, 293 пушка, 40 гаубица менән йыһазландырылған[1].

Рәсәй менән Төркиә араһындағы Прут тыныслыҡ килешеүенә ярашлы ҡәлғә 1711-1712 йылда емерелә[1].

Уны тергеҙеү 17691770 йылдарҙа ғына мөмкин була. Әммә Ҡырымдың Рәсәйгә 1783 йылда ҡушылыуынан һуң Троица ҡәлғәһе тәғәйенләнешен юғалта һәм 1784 йылда Бөйөк Екатерина указы менән бөтөрөлә, ә Аҙау флотилияһының караптары Севастополгә күсерелә[1].


1803 йылдың 7 декабрендә Таганрогҡа изге Дмитрий Ростовский ҡәлғәһенән гарнизон батальоны күсерелә[3]. Бында Таганрогтың ике батальонлы полкы өсөн казармалар төҙөлә башлай. Элекке Троица ҡәлғәһендә һалдат казармаларының ун өлгөлө ячейкаһы була. Һәр ячейканың казармаһы, ашханаһы һәм залы булған.

Артабан Таганрог граждандар сауҙа порты булараҡ үҫешә. Ҡәлғәнең ҡоролмалары төрлө маҡсаттарҙа ҡулланыла, ә һуңынан яйлап һүтеп алына[1].


Юҡҡа сыҡҡан ҡәлғәнең беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән ҡоролмаһы — һалдат казармаларының бер ғәскәри ячейкаһы Ҡәлғә тыҡрығы, 46 адресы буйынса урынлашҡан.

Троица ҡәлғәһе һәм Таганрог карталары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2014 йылда коммерцияға ҡарамаған «Тарихи Таганрог» фондының тырышлығы менән И.Е. Павленко редакцияһы аҫтында «Петровские укрепления Миусского полуострова» китабы нәшер ителә[4].
  • 2015 йылдың 15 майында коммерцияға ҡарамаған «Тарихи Таганрог» фондының тырышлығы менән Петровская урамы, 15-се йорт адресы буйынса «Троица ҡәлғәһенең 3-сө бастионы» һәйкәлен асыу тантанаһы булды[5][6] «Тарихи Таганрог» фонд вәкилдәре Таганрогта Троица ҡәлғәһе сиктәрен аңлатҡан бындай тағы 13 һәйкәл урынлаштырыу мөмкинлеге бар тип хәбәр итә[5].
  • Петровские укрепления Миусского полуострова / Под. ред. И. Е. Павленко. — Таганрог: Изд-во Таганрогского института им. А. П. Чехова, 2014. — 184 с. — ISBN 978-5-87976-902-9.
  • Петровский ретраншемент
  • Павловская крепость
  • Таганрогский казачий полк
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Киричек М. С., Назаренко И В. Троицкая крепость // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 740. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  2. Ҡалып:Книга:Висковатов А.В.:Историческое описание
  3. Назаренко И. В. Казарма времен Александра I / Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 371. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  4. Петровские укрепления Миусского полуострова / Под. ред. И. Е. Павленко. — Таганрог: Изд-во Таганрогского института им. А. П. Чехова, 2014. — 184 с. — ISBN 978-5-87976-902-9.
  5. 5,0 5,1 Собств. корр. В Таганроге открыт памятник «3-й бастион Троицкой крепости» // tagancity.ru. — 2015. — 15 мая.
  6. Челнокова В. В Таганроге появился новый памятник в начале улицы Петровской // www.ruffnews.ru. — 2015. — 15 мая.