Эстәлеккә күсергә

Павлов Владимир Гаврилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Павлов Владимир Гаврилович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 15 август 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Вафат булған көнө 12 август 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Яҡутск, Рәсәй
Уҡыу йорто Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Павлов Владимир Гаврилович (19291999) — СССР һәм Рәсәй дәүләт һәм партия эшмәкәре.

1929 йылдың 15 авгусында Яҡут АССР-ы Сунтар районы Вилючан налегында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1956 йылда Яҡут педагогия институтын (хәҙер Төньяҡ-Көнсығыш федераль университет) тамамлай, Вилючан урта мәктәбендә директор һәм уҡытыусы булып эшләй, һуңынан тыуған улусында комсомол эшендә була. КПСС район комитетының беренсе секретары була, унда үҙен оҫта ойоштороусы һәм етәксе итеп күрһәтә — ул эшләгән йылдарҙа Сунтар районы ауыл хужалығы производствоһының төп йүнәлештәре буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә.[1]

Һуңыраҡ Яҡут АССР-ының мәғариф министры, КПСС Үҙәк Комитеты инструкторы, Яҡут АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары, КПСС ҡала комитетының беренсе секретары һәм КПСС Яҡут өлкә комитеты секретары булып эшләй. 1973 йылдан 1976 йылға тиклем ЯАССР-ының яғыулыҡ сәнәғәте идаралығы начальнигы вазифаһын биләй. 1977 йылдан республиканың эре предприятиеһы — «Яҡутмебель» производство берекмәһенең директоры була. Уның тырышлығы арҡаһында Яҡутстандың заманса мебель производствоһы ойошторола, бының өсөн Павлов республиканың Дәүләт премияһына лайыҡ була.[1]

1999 йылдың 12 авгусында Якутскта вафат була.

Тышҡы һүрәттәр
Памятная доска

Г. Павлов исеме менән Сунтар урта мәктәбе һәм «Яҡутмебель» берекмәһе атала.[2] Сунтар ауылында уның мемориаль музейы бар. Якутск ҡалаһында мемориаль таҡтаһы ҡуйылған.

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм СССР-ҙың бихисап миҙалдары менән бүләкләнә, шулай уҡ Саха Республикаһының (Яҡутстан) иң юғары «Поляр йондоҙо» ордены менән бүләкләнә (1997)[3].
  • Саха Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (Яҡутстан) (урындағы ағастан мебель етештереүҙә итальян технологияһын уңышлы үҙләштереүе өсөн).
  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы», «Саха Республикаһы халыҡ хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре», «Саха Республикаһының (Яҡутстандың) мәғариф отличнигы», Саха Республикаһы (Яҡутстан) президентының Почет грамотаһы.
  • Якутск ҡалаһы һәм Сунтар улусының почетлы гражданы.
  • Книга «Владимир Павлов» в серии «Выдающиеся люди республики». — г. Якутск: «Бичик», 2004 г.