Эстәлеккә күсергә

Халыҡтар һуғышы һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Памятник битве народов битенән йүнәлтелде)
Халыҡтар һуғышы һәйкәле
нем. Völkerschlachtdenkmal
Нигеҙләү датаһы 18 октябрь 1913
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Probstheida[d][1] һәм Лейпциг
Урынлашҡан урамы Straße des 18. Oktober[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 155 метр
Бағышланған Битва народов[d]
Архитектор Бруно Шмитц[d]
Архитектура стиле архитектура модерна[d]
Мираҫ статусы heritage monument in Saxony[d][2]
Бейеклеге/буйы 91 метр
Почта индексы 04289
Категория для внешности элемента Category:Exterior of Völkerschlachtdenkmal[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Völkerschlachtdenkmal[d]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Völkerschlachtdenkmal[d]
Карта
 Халыҡтар һуғышы һәйкәле Викимилектә

Халыҡтар һуғышы һәйкәле (нем. VölkerschlachtdenkmalVölkerschlachtdenkmal) — Лейпцигтың иң төп иҫтәлекле урындарының береһе һәм Европа территорияһындағы иң ҙур һәйкәл.

Ишек өҫтөндәге Изге Михаил һыны.

1813 йылдың 16-19 октябрендә Лейпциг эргәһендә Халыҡтар алышы үтә. Унда рус, австрия, прусс һәм швед ғәскәрҙәре коалицияһы Наполеон Бонапарттың француз армияһын ҡыйрата. Беренсе донъя һуғышына тиклем был алыш Европа тарихында иң ҙуры булып тора.

Беренсе тапҡыр һәйкәл ҡуйыу идеяһын һуғыштан һуң Эрнст Мориц Арндт тәҡдим итә[3]. Әммә алышта Наполеон яғында ҡатнашҡан Саксония етди территориаль юғалтыуҙар кисергәнлектән, идея яҡлау тапмай. Һуғыштың 50 йыллығына 1863 йылда беренсе иҫтәлекле таш — «Наполеон ташын» (нем. NapoleonsteinNapoleonstein)[4] һалғандан һуң, XIX быуат аҙағына тиклем Халыҡтар һуғышы һәйкәлен эшләү буйынса етди пландар булмай.

1898 йылдың 18 октябрендә Берлин архитекторы Бруно Шмица һыҙмаһы буйынса эшләнгәнмемориал ташы һалына. 1913 йылда, һуғыштың 100 йыллығына ул тантаналы асыла[5]. Проект инициаторы Германия патриоттары берлеге рәйесе һәм Лейпциг массон ложаһы магистры Клеменс Тим була. Финанслау махсус ойошторолған лотерея һәм иғәнәләр иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Беренсе донъя һуғышынан һуң Халыҡтар һуғышы һәм уға бағышланған һәйкәл Германия халҡының милли уяныуы символдарының береһе булараҡ аңлатыла башлай; бигерәк тә 1930—1940 йылдарҙа нацистар был мемориалды пропагандистик маҡсатта ҡуллана. Һөҙөмтәлә ГДР ваҡытында властар хатта Германия милләтселеге менән күҙалланған һәйкәлде алып ташларға уйлай; «ҡорал буйынса рус-немец туғанлығы» символы булараҡ барыбер ҡалдырыла. Шуға ҡарамаҫтан, уны һаҡлау буйынса артыҡ көс түгелмәй.

2003 йылда монументы тергеҙеү буйынса эш башлана һәм 2013 йылда, 100 йыллығына тамамлана. Сығымдар 30 миллион евронан артығыраҡ тәшкил итә. Финанслау сығанағы булып «Халыҡтар һуғышы һәйкәле» фонды, Саксония ере, Лейпциг ҡалаһы һәм иғәнәләр тора.

Халыҡтар һуғышы һәйкәле криптаһы

91 метр бейеклегендәге һәйкәл яу яланы уртаһында урынлашҡан. Күҙәтеү платформаһына 500 баҫҡыс атлап менергә кәрәк. Күптән түгел 57 метр бейеклектәге урта күҙәтеү платформаһына менеү өсөн ике лифт ҡуйылған. Һәйкәл эсендә «Дан залы» бар, уның түбәһенә тәбиғи ҙурлыҡтағы 324 һыбайлы эшләнгән. Залда 9,5 метр бейеклектәге дүрәт «поминальщик» статуяһы тора, улар: батырлыҡты, көстө, өмөттө һәм халыҡтың ҡеүәтен, фиҙакәрлеген һынландыра.

Һәйкәл нигеҙе эргәһендәге һын немец һалдаттарын башҡа һуғыштарҙа ла яҡлаусы тип һаналған архангел Михаилды кәүҙәләндерә. Уның башын тирәләй соҡоп: «Изге Михаил», ә юғарыраҡ — «Аллаһ беҙҙең менән!» тип яҙылған.

Һәйкәлдең өҫкө өлөшөнөң квадрат булыуы уны эшләнеп бөтмәгән итеп күрһәтә. Әммә проект буйынса унда Германия империяһының символы — бөркөт булырға тейеш, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй.

Һәйкәлдән алыҫ түгел Наполеон ташы (Napoleonstein) бар. 1813 йылдың 18 октябрендә был урында Наполеон үҙенең ставкаһын урынлаштырған. Монумент менән ташты бик йыш Халыҡтар һуғышына арналған дөйөм комплекстың өлөштәре, тип иҫәпләйҙәр.

  • Нигеҙ һалына: 1898 йылдың 18 октябрендә
  • Асыла: 1913 йылдың 18 октябрендә
  • Бейеклеге: 91 метр
  • Эске залдың көмбәҙ менән бергә бейеклеге: 68 метр
  • Фундамент плитаһы: 80х70×2 метр
  • Фундамент свайҙары һаны: 65 дана
  • Күҙәтеү платформаһына тиклем баҫҡыстар һаны: 500 дана
  • Пьедесталдың киңлеге: 126 метр
  • Ауырлығы: 300 000 тонна
  • Ҡулланылған таш блоктар: 26 500 дана
  • Ҡулланылған бетон: 120 000 м³
  • Хаҡы: 6 миллион алтын марка.
  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. https://denkmalliste.denkmalpflege.sachsen.de/CardoMap/Denkmalliste_Report.aspx?HIDA_Nr=09294355
  3. Katrin Keller, Hans-Dieter Schmid. Vom Kult zur Kulisse: das Völkerschlachtdenkmal als Gegenstand der Geschichtskultur. — Leipzig: Leipziger Universitätsverlag, 1995. — 230 p. — ISBN 3929031604.
  4. Hannes Siegrist, Jakob Vogel. Nation und Emotion: Deutschland und Frankreich im Vergleich. 19. und 20. Jahrhundert / Etienne Francois. — Göttingen. — Vandenhoeck & Ruprecht, 1995. — 404 p. — ISBN 978-3-525-35773-6.
  5. Das Völkerschlachtdenkmal und seine Geschichte. Stadtgeschichtliches Museum Leipzig. Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 1 февраль 2013 года. 2013 йыл 6 июнь архивланған.