Панчо Владигеров

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Панчо Владигеров
BASA-1130K-1-6-1-Pancho Vladigerov (crop).jpeg
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Панчо Хараланов Владигеров

Тыуған

13 март 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны

Цюрих

Үлгән

8 сентябрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (79 йәш)

Үлгән урыны

Болгарияның София ҡалаһы

Һөнәрҙәре

композитор, пианист, дирижёр, музыка педагогы

Наградалар
Социалистик Хеҙмәт Геройы (Болгария Халыҡ Республикаһы)
Георгий Димитров ордены
Commons-logo.svg Аудио, фото, видео Викимилектә

Панчо Хараланов Владигеров (13 март 1899 йыл — 8 сентябрь 1978 йыл) — болгар композиторы, пианист, дирижёр һәм музыка педагогы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Панчо Хараланов Владигеров 1899 йылдың 13 мартында Швейцарияның төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Цюрих ҡалаһында болгар адвокаты Харалан Владигеров (?—1908) һәм табип Элиза Пастернак (Елизавета Леонтьевна Пастернак, 1869—1952) ғаиләһендә тыуған. Малай бала сағында ҡартатаһы, Одессанан күсеп килгән йәһүд-эмигрант Леон Пастернак ғаиләһендә тәрбиәләнә. Ул Цюрихтағы Швейцария юғары техник мәктәбенең (аҙаҡтан Цюрих политтехникумы) математика профессоры[1], шахматсы[2] һәм һәүәҫкәр-музыкант була[3]. Әсәһенең бер туған ҡустыһы — Пётр Леонтьевич Пастернак (1885—1963), тимер-бетон конструкциялар һәм ҡоролмалар теорияһы өлкәһендә эшләгән совет ғалимы, Цюрих политтехникумын тамамлаған, 1934 йылдан Мәскәү инженер-төҙөлөш институты (хәҙер Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты) профессоры.

Панчо Владигеровтың бала саҡ йылдары Болгарияның төньяҡ-көнсығышындағы Шумен ҡалаһында үтә. 1912 йылда атаһы үлеп киткәс, әсәһе балалары менән Берлинға күсенә. 1912—1921 йылдарҙа Берлин юғары музыка мәктәбендә (русса Берлинская высшая школа музыки) һәм Нимес сәнғәт академияһында (артабан Берлин сәнғәт академияһы) үҫмер Павел Фёдорович Юон, Георг Шуман, Леонид Давидович Крейцер, Фридрих Гернсхайм кластарында пианинола уйнарға өйрәнә һәм композицияға уҡый. Саҡырыу буйынса 1918—1920 йылдарҙа Болгария армияһында хеҙмәт иткәндә концерт эшмәкәрлеге менән мәшғүл була.

1920 йылдан билдәле режиссёр Макс Райнхардт етәкселендә пианист һәм композитор булып эшләй. 1932 йылда Владигеров Болгарияға әйләнеп ҡайта һәм баш ҡалалағы София милли музыка академияһында (аҙаҡтан консерватория) уҡыта башлай, 1940 йылдан был уҡыу йортонда профессор. Музыкант үлгәндән һуң консерваторияға уның исеме бирелә.

Пианист булараҡ, Владигеров 1920-се йылдарҙа уҡ бөтөн Европала танылыу ала, быға уның интенсив гастролдәре һәм грампластинкаларға әүҙем яҙылыуы булышлыҡ итә. Концерттарҙа Владигеров үҙенең әҫәрҙәрен дә башҡара, шуға ла улар ҙа музыка һөйөүселәр араһында киң тарала. Опера, балет, симфония, фортепьяно өсөн биш концерт менән бергә композиторҙың ижад һандығында музыкаль яҡтан ул эшкәрткән һәм ноталарға һалған халыҡ йырҙары ла бик күп.

Музыкаль әҫәрҙәренең яҙмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Цвета Болгарии: Фортепианные пьесы Панчо Владигеров - Димитр Терзиев, Арктос Recordings, 2000, MP3 версии 2008
  • Панчо Владигеров: болгарский Rhapsody Вардар, Dream Play Люкс, болгарские танцы - Берлинский симфонический оркестр радио, Хория Эндриску, Классический Produktion Оснабрюк (CPO) Records, 2007
  • Панчо Владигеров: Камерная музыка - Рудольф Леопольд, Эндре Хегедуш, Каталин Хегедуш, Raluca Stirbat, Édua Амарилла Zádory, Hungaroton, 2006
  • Болгарские Впечатления: Владигеров - Полное собрание сочинений для фортепиано Duo - Genova / Димитров, CPO Records, 2000
  • Панчо Владигеров: Композиции - болгарское симфонический оркестр радио, Александр Владигеры, GEGA Records, 1999
  • Наследие Пантчо Владигеров - Красимира Иордана, пианист, Albany Records, 1998
Софияның Үҙәк зыяратында Панчо Владигеров ҡәбере

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Улы — композитор һәм пианист Александр Владигеров (1933—1993).Могила Панчо Владигеров в Центральном кладбище Софии

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Антарктидалағы үткелгә (проход) композитор Панчо Владигеров исеме бирелгән[4].
  • 1993 йылда Шумен ҡалаһында Панчо Владигеровтың йорт-музейы асыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Например, известна его работа:
    Pasternak L. Noveau procede pour le development des fractions decimales periodiques simples // L’Enseignement Mathematique. [цит. по: School Science and Mathematics. — Vol. 12. — P. 728.]
  2. Leon Pasternak — Hans Fahrni : 5th Swiss Championship, Zurich, June 1895 // The World’s Oldest Chess Club: Part I (1809—1914) — ChessBase GmbH.
  3. zanzar Музикалната къща — част първа  (болг.). Idi.bg. 24 март 2014 тикшерелгән.
  4. «Владигеров Прохождение» Научный комитет по антарктическим исследованиям (SCAR). Официальный сайт (рус.) (Тикшерелгән 21 апрель 2017)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Евгений Клостерман; Евгений Павлов: Панчо Владигеров . Музика, София двухтысячных
  • Сагаев Л. Книга за операта. — София: Музика, 1976.
  • Федотова В. Н. Болгарская музыка ХХ века в контексте национальной художественной культуры. — M.: ГИИ, 2012. — ISBN 978-5-904082-11-6
  • Федотова В. Н. Некоторые тенденции болгарской музыки в контексте национального искусства в первой половине ХХ столетия // Болгарское искусство и литература. История и современность. — М.: ГИИ, 2003.
  • Федотова В. Н. Оперы П.Владигерова и Л.Пипкова в контексте болгарского искусства 1920-30-х гг. // Музыкальный театр ХХ века: События, проблемы, итоги, перспективы. — М.: ГИИ, 2004.
  • Федотова В. Н. Формы болгарского символизма и болгарская музыка // Модерн и интеграционные процессы в европейской культуре. — М.: ГИИ, 2004.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]