Парамонова Мария Яковлевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Парамонова Мария Яковлевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 11 ғинуар 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Вафат булған көнө 8 октябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (91 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Парамонова Мария Яковлевна (11 ғинуар 1926 йыл — 8 октябрь 2017 йыл) — СССР-ҙың машиналар эшләү алдынғыһы, Харьков халыҡ хужалығы Советының В. А. Малышев исемендәге Харьков транспорт машиналары эшләү заводы мастеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1926 йылда Смоленск өлкәһенең Вязьма районы Панфилово ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1937 йылда бөтә ғаилә Карелия АССР-ының Май-Губа ҡасабаһына күсеп килә. Шунда ул мәктәпте тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Киров өлкәһенә эвакуациялана. 1942 йылда ул 17-се фабрика-завод мәктәбен тамамлай. Киров ҡалаһында Куйбышев исемендәге заводта быраулаусы булып эшкә урынлаша.

1944 йылдың февраль айында Харьков ҡалаһына күсә. 183-сө заводҡа эшкә урынлаша. Фрезерсы, токарь, шымартыусы булып эшләй. 1948 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

1950—1986 йылдарҙа Харьков халыҡ хужалығы Советының В. А. Малышев исемендәге Харьков транспорт машиналары эшләү заводының инструмент цехы мастеры була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1960 йылдың 7 мартындағы указы менән айырым хеҙмәттәре һәм машиналар эшләүҙә юғары производство ҡаҙаныштары өсөн, шулай уҡ Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итеү уңайынан, Мария Яковлевна Парамоноваға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1986—1989 йылдарҙа цех контролеры булып эшләй. 1990 йылдан хаҡлы ялда.

СССР профсоюздарының XIV һәм XV съездарына делегат булып һайлана. Харьков өлкә советы депутаты була.

Артабанғы йылдарҙа хаҡлы ялға сыға.

Харьковта йәшәй. 2017 йылдың 8 октябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:

- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (07.03.1960)

- Ленин ордены (07.03.1960)

- Социалистик Хеҙмәт Геройы (07.03.1960)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28.03.1948)

- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (22.07.1946)

- башҡа миҙалдар.

- Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Беляем И. Н. Честь и слава — по труду. Библиографический справочник. — Смоленск, 1991.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]