Пауль Эльвстрём
Пауль Эльвстрём выступает в классе Финн в Неаполитанском заливе на Олимпийских играх 1960 года | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Енесе |
ир-ат |
Тулы исеме |
Пауль Берт Эльвстрём |
Ысын исеме |
дан. Paul Bert Elvstrøm |
Гражданлығы | |
Специализация | |
Клуб |
Hellerup Sejlklub, Gentofte (DEN) |
Тыуған датаһы | |
Тыуған ере | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Буйы |
182 см |
Ауырлығы |
85 кг |
[[commons:Category: Paul Elvstrøm Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе |
Пауль Берт Эльвстрём (дан. Paul Bert Elvstrøm), 25 февраль 1928 йыл— 7 декабрь 2016 йыл) — Дания яхтсмены, дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы (1948, 1952, 1956, 1960), күп тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы. 8 тапҡыр Олимпия уйындарында ҡатнашыусы.
Спорт ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1928 йылдың 25 февралендә Копенгаген эргәһендәге Хеллерупта тыуған. Олимпия уйындары тарихында тәүгеләрҙән булып дүрт тапҡыр индивидуаль төрҙәрҙә еңеүсе була.
Һуңғараҡ был ҡаҙаныштарҙы еңел атлеттар — Эл Ортер һәм Карл Льюис, яхтсмен Бен Эйнсли,, йөҙөүсе Майкл Фелпс, көрәшсе Каори Итё ҡабатлай.
1948—1988 йылдарҙа — һигеҙ Йәйге Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы.
- Яңғыҙ швертботта 4 тапҡыр олимпия чемпионы булған (беренсе тапҡыр 20 йәшендә еңгән):
- 1948 — «Файрфлай» класы[en];
- 1952, 1956, 1960 — «Финн» класы.
- 7 яхта класында 11 тапҡыр донъя чемпионы булған[3]:
- 1957, 1958—505 класы;
- 1958, 1959 — «Общаг»;
- 1959 — «Финн» класы;
- 1962 — «Осоусы голланд» класы;
- 1966 — 5.5 метр класы;
- 1966, 1967 — «Йондоҙло» класы;
- 1969, 1974 — «Солинг» класы .
- 8 тапҡыр Европа чемпионы.
1972 йылда Килдә олимпия регатаһында [en] Эльвстрем, уҙыштар серияһында һәм бизнесында булған уңышһыҙлыҡтары арҡаһында нервылар өйәнәген кисерә. Һөҙөмтәлә регатаның һуңғы ике ярышында ҡатнашмай[4][5].
1980 йылдарҙа Трине (дан. Trine Inge Elvstrøm-Myralf) исемле ҡыҙы менән «Торнадо» класында сығыш яһай. 1983 һәм 1984 йылдарҙа уның менән Европа чемпионатында еңеү яулай.
12 йыл ярыштарҙа ҡатнашмағандан һуң, 1984 йылда Лос-Анджелес уйындарында 56 йәшлек Пауль «Торнадо» класында олимпияда миҙалы яулауға яҡын була.
Ул бронза яулаусы Австралия экипажынан 0,7 балға ғына еңелә (һуңғы уҙышта ғына артта ҡалдырғандары өсөн генә австралиялылар даттарҙы еңә, ә Эльвстрём атаһы һәм ҡыҙы 5-се урынды яулай).
4 йылдан һуң Сеулда үткән Олимпия уйындарыда 60 йәшлек Пауль карьераһында һуңғы тапҡыр сығыш яһай, ҡыҙы менән «Торнадо» класында 15-се урын биләй.
Эльвстрём — тарихта беренсе һәм һуңғы Олимпия уйындары араһы — 40 йыл булған 4 спортсының береһе. Әгәр Пауль Олимпия уйындарын (1964, 1976, 1980) ҡалдырмаған булһа, ул Олимпия уйындарында ҡатнашыу һаны буйынса берҙән-бер рекордсмен булыр ине.
Данияның йыйылма командаһында тренер булып эшләй. Билдәле парустар һәм спорт яхталары өсөн ҡорамалдар конструкторы. Бер нисә ярыш үткәреү ҡағиҙәләрен камиллаштырыуҙың авторы.
«Финн» швертбот кокпитендә ҡайыш беркетеп, яхтсмендарҙың ҡулланышына яңы ҡырынайыу технологияһын индерә. Был технология аяҡтарҙы һәм кәүҙәне борт тышына ышаныслы сығарырға мөмкинлек бирә[6].
1996 йылда Данияла «быуат спортсыһы» итеп танылған.
2007 йылдың ноябрь айында Португалияла йыл һайын үткәрелгән Елкәнле спорт халыҡ-ара федерацияһы (Sailing World) конференцияһында, Пауль Эльвстрем ИСАФ дан Залына индерелә[7].
2016 йылдың 7 декабрендә вафат була. Һуңғы йылдарҙа Альцгеймер ауырыуы менән көрәшә[8].
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дат, инглиз, немец, швед телендә сыҡҡан бер нисә китап авторы; бер китабы рус теленә тәржемә ителгән.
Инглиз телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Elvstrøm Paul. Practical yacht racing; 1959 a the rules racing handbook on, and technique racing tactics. — Southampton, Eng: A. Coles; New York, J. De Graff, 1960.
- Elvstrøm Paul. Racing dinghy Expert. — London: Coles Adlard, 1963.
- Elvstrøm Paul. Racing over the in with his own rules and Paul Elvstrom yacht words explains 125 'Birds-eye' drawings. — Creagh Richard-Osborne & Partnersта; Coles, 1965.
- Elvstrøm Paul. Racing and подводная keel dinghy Expert. — New York: Quadrangle/Books New York Times, 1967.
- Elvstrøm Paul. Racing on speaks Elvström yacht. — Chicago: One-Design & Magazine Yachtsman Offshore, 1970 (© 1969). — ISBN 0-8129-0134-7.
- Elvstrøm Paul, Creagh Richard-Osborne. Elvström speaks — sailing on his friends and his life to racing career. — Lymington (Hants), Pub Nautical. Co., 1970. — ISBN 0-245-59851-0.
- Elvstrøm Paul. Racing explains Paul Elvström yacht the rules: 1985 rules. — London: Coles Adlard, 1985. — ISBN 0-229-11682-5.
- Elvstrøm Paul, Krause Søren. Racing explains Elvström of the sailing Paul rules: rules 1997—2000. — Camden, Me.: International Marine, 1997. — ISBN 0-07-007044-X
- Elvstrøm Paul. Racing Elvstrøm Paul sailing explains of rules: rules 2005—2008. — Camden, Me.: International Marine/McGraw-Hill, 2004. — ISBN 0-07-145626-0.
- Elvstrøm Paul, Krause Søren. Racing Elvstrøom Paul sailing explains of rules: 2009—2012 rules. — London: Coles Adlard Nautical, 2009. — ISBN 978-1-4081-0949-6.
рус телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пауль Эльвстрём. Искусство плавания под парусами / Перевод с английского Г. И. Поповой. — М: «Физкультура и Спорт», 1971. — 152 с. — (Библиотека яхтсмена). — 15 000 экз.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.universalis.fr/encyclopedie/paul-elvstrom/
- ↑ http://www.sailingscuttlebutt.com/2016/12/07/eight-bells-paul-elvstrom/
- ↑ Полный список результатов Пауля Эльвстрема на официальном сайте World Sailing.
- ↑ Пауль Эльвстрем, Encyclopædia Britannica(недоступная ссылка)
- ↑ RICH ROBERTS. OLD HAND : To Elvstrom, Sailing Is Worth Gold, Not 12-Meter Glitz . LA Times (26 август 1988). — «"I had a nervous breakdown,"». Дата обращения: 21 сентябрь 2016.
- ↑ Пауль Эльвстрем: яхтсмен от Бога . proboating.ru. Дата обращения: 12 ғинуар 2017.
- ↑ Inductees . ISAF Sailing Hall of Fame.
- ↑ Den danske sejlsportsmand Paul Elvstrøm er død.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Chris Museller. Paul Elvstrom, 88, Who Spread Sailing by Leaning Over Waves . The New York Times (декабрь 2016). Дата обращения: 9 декабрь 2016.
- Paul Elvstrøm (1928-2016) The legacy defines the man. Некролог в журнале Ассоциации класса «Финн». с. 7—9