Майкл Фелпс
Майкл Фред Фелпс II (ингл. Michael Fred Phelps II; 30 июнь 1985 йыл) — АҠШ йөҙөүсеһе, спорт тарихында берҙән-бер 23 тапҡыр олимпия чемпионы (13 тапҡыр — яңғыҙ ярыштарҙа, 10 тапҡыр — эстафеталарҙа), 50 метрлы бассейнда 26 тапҡыр донъя чемпионы, күп тапҡырҙар донъя рекордтары ҡуйған. Олимпия уйындары тарихында наградалар һаны (28) буйынса абсолют рекордсы.
Спорт ҡушаматтары — «Балтимор пуляһы» (ингл. The Baltimore Bullet) һәм «Осоусы балыҡ» (ингл. Flying Fish).
Айырыуса ирекле стиль һәм баттерфляй менән йөҙөүҙә, шулай уҡ комплекслы йөҙөүҙә уңышлы сығыш яһай.
2012 йылда 27 йәшлек сағында Лондондағы Олимпия уйындарынан һуң карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә. Ләкин 2016 йылда Рио-де-Жанейролағы Олимпиадаға һайлап алынғандан һуң халыҡ-ара ярыштарҙа тағы ҡатнаша башлай, был Олимпия уйындарында биш алтын һәм бер көмөш миҙал яулай. Риолағы уйындарҙан һуң спорттан бөтөнләйгә китеүе тураһында белдерә.
Биолграфияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фелпс Балтиморҙан төньяҡтараҡ урынлашҡан Тоусон районында тыуып үҫә. Ғаиләлә өс баланың кинйәһе. Әсәһе Дебора Сью «Дебби» (ҡыҙ фамилияһы Дэвиссон) — урта мәктәп директоры. Атаһы Майкл Фред Фелпс мәктәптә американ футболы уйнаған. Фелпстың атаһы менән әсәһе 1994 йылда айырылыша, атаһы 2000 йылда икенсегә өйләнә. Фелпс Тоусон урта мәктәбен 2003 йылда тамамлай.
Фелпс ете йәшендә йөҙә башлай, бер аҙ апаһының да йоғонтоһо тейә. Фелпс алтынсы класта уҡығанда, уға иғтибар етешмәү һәм гиперәүҙемлек диагнозы ҡуйыла. 10 йәшендә, үҙ йәш төркөмөнөң милли рекордсыһы булараҡ, Фелпс тренер Боб Боуман етәкселегендә күнегә башлай. Уңышлы шөғөлләнгән Фелпс 15 йәшендә 2000 йылғы олимпия уйындарында ҡатнаша.
2001 йылдың 30 мартында Спорттың һыуҙағы төрҙәре буйынса донъя чемпионатында Фелпс 200 метрлы дистанцияла баттерфляй стиле менән шуға тиклемге донъя рекордын үтеп китә. Шулай итеп, Майкл 15 йәш тә 9 айлыҡ сағында йөҙөү буйынса донъя рекорды ҡуйған иң йәш кеше булып сыға.
Фелпстың донъя рекордтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәмәлдәге ете донъя рекорды эйәһе булып тора (50 метрлы бассейн/«оҙон һыу»: 100 м һәм 200 м баттерфляй менән, 400 м комплекс, ирекле стиль менән эстафета 4×100 м, ирекле стиль менән эстафета 4×200 м, ҡатнаш эстафета 4×100 м; 25 метрлы бассейн/«ҡыҫҡа һыу»: ирекле стиль менән эстафета 4×100 м).
Бөтәһе Фелпс «оҙон һыуҙа» 37 донъя рекорды ҡуя (29 яңғыҙ һәм 8 эстафетала) һәм Марк Спитцты уҙып китә. Спитц карьераһы дауамында 33 донъя рекорды (26 яңғыҙ һәм 7 эстафетала) ҡуя. Тағы ике донъя рекордын Майкл эстафетала 25 метрлы бассейнда ҡуя (улар 50 метрлы бассейндағы рекордтарҙан һуң ҡуйыла).
50 метрлы бассейндағы 37 рекордының 24-ен Фелпс өс дистанцияла ҡуя: 100 м баттерфляй менән (8 рекорд), комплекслы йөҙөүҙә 200 м (8 рекорд) һәм 400 м (8 рекорд).
Майкл Фелпс Олимпия уйындарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сиднейҙа 2000 йылғы Олимпиадала 15 йәшлек Фелпс һуңғы 68 йылда АҠШ-тан иң йәш йөҙөүсе була. Ул баттерфляй стиле менән 200 метрлы дистанцияла ғына ҡатнаша һәм финалда бишенсе урынды ала (бронзанан Майклды 0,33 секунд ҡына айыра).
2004 йылда Афиналағы Олимпиадала 19 йәшлек Фелпс һигеҙ миҙал яулай, уларҙың алтыһы алтын, икеһе бронза була. Өс олимпия һәм бер донъя рекорды ҡуя. Уға тиклем, бер Олимпиадала һигеҙ миҙал яулап, совет гимнасы Александр Дитятин 1980 йылда Мәскәү Олимпиадаһында рекорд ҡуйған була.
2008 йылды Пекиндағы Олимпиадала Фелпс үҙе ҡатнашҡан бөтә дистанцияларҙа еңә, һигеҙ алтын миҙал яулай һәм Марк Спитцтың рекордын (1972 йылда Мюнхен Олимпиадаһында ете алтын миҙал) үтеп китә. Шулай итеп, ул 14 тапҡыр олимпия чемпионы була.
Лондонда үткән 2012 йылғы Олимпия уйындарында олимпия наградаларының дөйөм һаны буйынса (22 миҙал) Майкл бөтә спорт төрҙәрендәге барлыҡ атлеттарҙы артта ҡалдыра, совет гимнасы Лариса Латынинаның 48 йыл дауам иткән рекордын (18) үтеп китә.
2016 йылғы Рио-де-Жанейролағы Олимпия уйындарында Фелпс биш алтын миҙал яулай — ирекле стиль менән 4×100 м һәм 4×200 м эстафеталарында, 4×100 м ҡатнаш эстафетала, шулай уҡ баттерфляй стиле менән 200 м һәм комплекслы йөҙөү менән 200 м дистанцияларҙа. Комплекслы йөҙөүҙә 200 м дистанцияла еңеп, ул дүрт олимпиадала бер үк дистанцияла алтын миҙал яулаған тәүге йөҙөүсе була, йәнә еңел атлеттар Карл Льюис һәм Эл Ортер менән дүрт олимпиадала бер үк дисциплинала еңеү яулаған спортсыларҙың береһе була[8].
Шәхси дистанцияларҙа 13 тапҡыр еңеп, ул боронғо грек еңел атлеты Леонид Родосскийҙың рекордын ҡаплай. Боронғо спортсы ун ике миҙалдан һуңғы өсәүһен 2168 йыл элек, беҙҙең эраға тиклем 152 йылда яулаған була[9][10].
Олимпия уйындарында Фелпстың һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Финал йөҙөүҙәрендә ҡатнашыуы йәшел менән билдәләнгән
Дистанция | 2000 | 2004 | 2008 | 2012 | 2016 |
---|---|---|---|---|---|
200 метр ирекле стиль менән | — | 1 ! | 1 ! | — | — |
100 метр баттерфляй менән | — | 1 ! | 1 ! | 1 ! | 2 ! |
200 метров баттерфляй менән | 5 | 1 ! | 1 ! | 2 ! | 1 ! |
200 метров комплекслы йөҙөү менән | — | 1 ! | 1 ! | 1 ! | 1 ! |
400 метров комплекслы йөҙөү менән | — | 1 ! | 1 ! | 4 | — |
Эстафета 4×100 м ирекле стиль менән | — | 1 ! | 1 ! | 2 ! | 1 ! |
Эстафета 4×200 м ирекле стиль менән | — | 1 ! | 1 ! | 1 ! | 1 ! |
Ҡатнаш эстафета 4×100 м |
— | 1 ! | 1 ! | 1 ! | 1 ! |
Башҡа ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007 йылда Мельбурндағы Донъя чемпионатында Фелпс 7 алтын миҙал яулай, 5 донъя рекорды ҡуя. 2009 йылда Римдағы Донъя чемпионатында Майкл, 5 алтын һәм 1 көмөш наградаға лайыҡ булып, 4 донъя рекорды ҡуя. 2011 йылда Шанхайҙағы донъя беренселегендә 4 алтын, 2 көмөш һәм 1 бронза ала (ошо бронза Майклдың донъя чемпионаттарындағы тәүге бронза миҙалы була).
Фелпс 2001—2010 шәхси төрҙәрҙә һәм эстафеталарҙа АҠШ-тың 50 тапҡыр чемпионы була.
- 8 тапҡыр (2003, 2004, 2006—2009, 2012, 2016) донъяның йыл йөҙөүсеһе тип таныла.
- 9 тапҡыр (2001—2004, 2006—2009, 2012) Фелпс АҠШ-тың иң яҡшы йыл йөҙөүсеһе була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Michael Phelps (ингл.) — USA Swimming.
- ↑ Michael Phelps // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Michael Phelps // GeneaStar
- ↑ 4,0 4,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
- ↑ https://people.com/sports/who-is-nicole-johnson-michael-phelps-wife/
- ↑ https://www.teamusa.com/profiles/michael-phelps
- ↑ (unspecified title) — Международная федерация плавания.
- ↑ Phelps writes new page with four wins in same event
- ↑ Sherman, Rodger Michael Phelps broke a 2,168-year-old Olympic record (12 август 2016).
- ↑ Mills, Karen Crouse, Doug. Michael Phelps’s 13th Individual Gold Breaks an Ancient Record (11 август 2016).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Майкла Фелпса 2008 йыл 30 июль архивланған. (инг.)(инг.)
- Майкл Фелпс на сайте МОК (инг.)(инг.)
- Майкл Фелпс — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы(англ.)
- Профиль USA Swimming(недоступная ссылка) (инг.)(инг.)
- Пресс-конференция Фелпса после завоевания 11-го олимпийского золота 2008 йыл 17 август архивланған.
- Ҡалып:Twitter.comТвиттерҠалып:Twitter.com