Эстәлеккә күсергә

Пацков Юрий Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пацков Юрий Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 апрель 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Раев, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 май 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө архитектор
Уҡыу йорто Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы)
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Пацков Юрий Алексеевич (13 апрель 1934 йыл  — 31 ғинуар 2001 йыл) — архитектор, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979), Архитекторҙар Союзы ағзаһы (1964).

Юрий Алексеевич Пацков 1934 йылдың 13 апрелендә Башҡорт АССР-ның Дәүләкән районы Раев ауылында тыуған. Атаһының һөнәренә бәйле,ғаилә бер нисә тапҡыр йәшәү урынын үҙгәрткән. Тәүҙә улар Бирск ҡалаһына, аҙаҡ Өфө ҡалаһына күсеп киләләр. Юрий Алексеевичты Өфө ҡалаһының 11- се һанлы ирҙәр мәктәп-гимназияһына уҡырға бирәләр. Яҙмыш уны республиканың күренекле рәссам — педагогы,һынлы сәнғәт оҫтаһы Порфирий Маркович Лебедев менән осраштыра. Бер нисә ай дауамында Юрий Алексеевич Порфирий Марковичтың дәрестәренә йөрөй, акварель менән эшләргә өйрәнгән, һынлы сәнғәт тураһында әңгәмәләр тыңлай 1958 йылда Мәскәү дәүләт архитекторҙар институтын уңышлы тамамлап,Өфөгә ҡайта."Башкиргражданпроект" инситутында архитектор булып эшләй башлай, аҙаҡ баш архитектор вазифаһын башҡарған[1].

  • 1983 йылдан — техник бүлек белгесе
  • 1986 йылдан алып — Башҡорт АСССР-ның Мәҙәниәт министрлығының реставрация производство оҫтаханаһының ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса бүлек начальнигы
  • 1988—1989 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы башҡарма комитетының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығы начальник урынбаҫары вазифаһын башҡара.
  • 1994—2001 йылдарҙа «Башкиргражданпроект» институтында консультант
  • 1977—1995 йылдарҙа шулай уҡ Өфө дәүләт нефть университетында ла эшләй.

Билдәле проект эштәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Россия» ҡунаҡханаһы (1967)
  • «Искра» кинотеатры
  • Актерҙар Йорто (1970)
  • Планетария
  • Дим мемориаль зонаһы
  • «Красноусольск» шифаханаһы (1970)
  • И. С. Якутов исемендәге парк(1975)
  • «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы майҙанындағы экскурсия комплексы (1980)

Пацков Юрий Алексеевичтың проекты һәм уның ҡатнашлығында Өфөлә губернаторҙар йорто реставрацияланған, Башҡорт дәүләт филармонияһы (1987),Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры (1987,2000) реконструкцияланған. Бынан тыш ул күренекле рәссам һәм шағир.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ынң атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979)

Өфөлә ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған (Чернышевский урамы,127.Киров районы)

  1. Оськин И.Оставить след в веках чредой, идущих" Бельские просторы" 2017 № 3,стр.133-138
  • Оськин И.Оставить след в веках чредой, идущих" Бельские просторы" 2017 № 3,стр.133-138
  • Седова В."Пацков архитектор, художник, поэт" /В.Соседова- (Вернисаж) Истоки-2014 № 17 (30 апр.) -стр.16

Пацков Юрий Алексеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.